Эстәлеккә күсергә

Полак Алексей Филиппович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полак Алексей Филиппович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 4 июнь 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Тбилиси, Тифлис губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 31 июль 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Вена техник университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Уҡыусылар Латипов Валерий Мәркәз улы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Полак Алексей Филиппович (4 июнь 1911 йыл — 31 июль 1990 йыл) — инженер‑төҙөүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1965), профессор (1967). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984). РСФСР-ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Алексей Филиппович Полак 1911 йылдың 4 июнендә Рәсәй империяһының Тифлис ҡалаһында тыуған. 1934 йылда Вена политехник институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1935—1937 — Брянск цемент заводы төҙөлөшөндә инженер;
  • 1941—1947 — Ишембай нефть промыслаларында;
  • 1947—1956 — «Башнефтезаводстрой» тресы;
  • 1956—1980 — Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты директоры (Өфө);
  • 1971—1990 йылдарҙа — Өфө нефть институты профессоры, «Төҙөлөш конструкциялары» кафедраһы мөдире.

Бәйләүес материалдар, бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы проблемалары өлкәһендәге белгес. Уның етәкселеге аҫтында Башҡорт төҙөлөш ғилми-тикшеренеү институты (БашНИИстрой) свай өҫтөнә фундамент төҙөү өлкәһендә илдә алдынғылыҡҡа сыға. Свай ҡатыу техникаһы (С-878, СП-49, КО-8, КО-16 агрегаттары); тупраҡты, ҡоролмалар аҫтында тупраҡ нигеҙҙең күтәрә алыу һәләтен иҫәпләү өсөн алдан тикшереп ҡарау техникаһы; элгәре-көсөргәнешле тимер конструкциялар; яңы төҙөлөш технологиялары, төҙөлөштө ойоштороу һәм идара итеү ысулдары эшләнә һәм производствоға индерелә. Төҙөлөш материалдарын етештереүҙә күп тонналы сәнәғәт ҡалдыҡтарын файҙаланыу, төҙөлөш конструкцияларын коррозиянан һаҡлау ысулдары буйынса асыштар яһалған[1].

Фальсификацияланған ғәйепләү буйынса 1937—1939 йылдарҙа төрмәлә була. 1990 йылдың 31 июлендә, 79 йәшендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында вафат була.

Алексей Филипповичтың уҡыусылары араһында — Валерий Марказович Латыпов.

Полак Алексей Филиппович 250-нән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы, 17 уйлап табыуға таныҡлыҡ эйәһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1984),
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980),
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1974),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971),
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966),
  • миҙалдар.
  • Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 695 с. — С. 437.