Черняев Валерий Давыдович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черняев Валерий Давыдович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 9 март 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (87 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[1]
Һөнәр төрө тау инженеры
Уҡыу йорто ӨДНТУ[1]
Ғилми исеме профессор[d][1]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Дуҫлыҡ ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Черняев Валерий Давыдович (9 март 1937 йыл) — ғалим-тау инженеры, нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1970—1978 йылдарҙа Магистраль нефть үткәргестәрҙең Урал-Себер идаралығының (Өфө) баш инженеры–начальник урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Нефть ташыу һәм тапшырыу баш идаралығы начальнигы, 1991 йылдан — СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары; 1993—1998 йылдарҙа «Транснефть» компанияһы президенты. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе һәм дәүләт премияһы лауреаты (1977), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валерий Давыдович Черняев 1937 йылдың 9 мартында Мәскәү ҡалаһында тыуған[2].

1954—1959 йылдарҙа Өфө нефть институтында[3] уҡый. Тау-инженеры һөнәре алғас, үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген Татар АССР-ының Төҙөлөп ятҡан торба үткәргестәр дирекцияһында инженер булып башлай. Артабан 1961 йылға тиклем ошонда уҡ техник күҙәтеү буйынса өлкән инженер вазифаһында эшләй.

1961—1970 йылдарҙа — Горький өлкәһендәге[4] «Староликеево» нефть һурҙырыу станцияһының өлкән инженеры, РСФСР-ҙың нефть сәнәғәте предприятиеларын материаль-техник тәьмин итеү буйынса баш идаралыҡтың Төньяҡ-Көнбайыш нефть һурҙырыу идаралығының Горький район нефть һурҙырыу идаралығының (Кстово ҡасабаһы) баш инженеры була.

Артабанғы һигеҙ йыл дауамында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөләге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәр идаралығының баш инженеры — начальник урынбаҫары.

1978—1980 йылдарҙа — СССР Нефть сәнәғәте министрлығы Нефть транспортлау баш идаралығының Көнбайыш һәм Төньяҡ Көнбайыш Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығы начальнигы.

1980 йылда СССР Нефть сәнәғәте министрлығының Нефть транспортлау һәм поставкалау баш идаралығы начальнигы, министрлыҡтың коллегия ағзаһы итеп тәғәйенләнә, ә 1991 йылда — СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары итеп ҡуйыла[2].

1991—1993 йылдарҙа Рәәсәйҙең «Роснефтегаз» дәүләт нефть һәм газ корпорацияһы вице-президенты, 1993 йылдан — «Транснефть» компанияһы президенты, 1998 йылдың июнендә Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән отставкаға ебәрелә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1977)
  • И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты
  • Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1996).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]