Харитонов Константин Петрович
Харитонов Константин Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 16 (28) июнь 1881 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1942 |
Атаһы | Харитонов, Пётр Алексеевич[d] |
Әсәһе | Елена Константиновна фон Кауфман[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Харитонов Константин Петрович (16 июнь (28 июнь) 1881 йыл − 1942 йыл) — земство эшмәкәре. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының III саҡырылыш (1907—1912) Дәүләт Думаһы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Константин Петрович Харитонов Өфө губернаһы дворяндары нәҫеленән. Дине — православие. Дәүләт контролеры Петр Алексеевич Харитонов менән Елена Константиновна Кауфмандың улы, инженер-генерал К. П. Кауфмандың ейәне. Өфө губернаһы ер биләүсеһе (2300 дисәтинә).
Санкт-Петербургтың 3-сө гимназияһын (1900) һәм Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлаған (1905).
Университетты тамамлағандан һуң Өфө округ судына кандидаттар исемлегенә индерелә. Тиҙҙән, өлкән кандидат һынауы үтеп, Өфө ҡалаһы буйынса прокурор ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Өфөлә хеҙмәттә булғанда ла уңышһыҙлыҡтан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү буйынса 1907 йылда ойошторолған Ирекле-иҡтисади йәмғиәт хеҙмәте комитеты эшендә лә ҡатнаша. 1908 йылдың көҙөндә Мәскәүгә, сенатор Гарин ҡарамағына ебәрелә. Өфө өйәҙе һәм губерна земство йыйылыштары гласныйы, почетлы мир судьяһы итеп һайлана.
1909 йылдың 29 авгусында Дәүләт Думаһына өҫтәмә һайлауҙарҙа Өфө губернаһынан депутат В. Е. Косоротов урынына һайлана. Прогрессистар фракцияһына инә. Һорауҙар, һунарсылыҡ һәм закондар сығарыу күҙаллауҙары йүнәлештәре буйынса комиссиялар ағзаһы була. 1911 йылда Өфө өйәҙ земство управаһы рәйесе итеп һайлана, был вазифала бер йыл ултыра. III саҡырылыш Дәүләт Думаһында вәкәләт мөҙҙәте үткәс, Өфө губернаһына земство эшмәкәрлегенә кире ҡайта.
Граждандар һуғышында Себерҙә Аҡ хәрәкәттә ҡатнаша. 1918 йылдың 30 сентябрендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтеҡарамағындағы юридик кәңәшмәлә тора. 1919 йылдың 12 ғинуарында юрисконсульт була, ә 28 февралдән — адмирал Колчактың Рәсәй хөкүмәтендә эштәр идаралығы юристконсульты. 1919 йылдың 13 июненән Юғары хакимдың һәм Министрҙар советының эштәр идарасыһы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, бер нисә тапҡыр баш управляющий вазифаһын башҡара. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй земство союзының Баш комитетының көнсығыш бүлеге ағзаһы була.
Колчак еңелгәндән һуң Ҡытайға эмиграциялана. 1920 йылдан Харбинда йәшәй. Харбиндың ҡала эргәһе банкыһы идараһы ағзаһы була, Ҡытай-Көнсығыш тимер юлында хеҙмәт итә. Харбинда Өфө ҡалаһы яҡташтар ойошмаһын етәкләй. 1942 йылда вафат була.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памятка бывшим ученикам С.-Петербургской 3-й гимназии. — Санкт-Петербург, 1911. — С. 76.
- Адрес-календари Уфимской губернии на 1912—1913 годы. — Уфа, 1912—1913.
- 3-й созыв Государственной Думы: портреты, биографии, автографы. — Санкт-Петербург: издание Н. Н. Ольшанского, 1910.
- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. 2016 йыл 5 март архивланған. — Москва: РОССПЭН, 2008.
- В. И. Шишкин. Временное Всероссийское правительство: сборник документов и материалов. — Новосибирск, 2010. — С. 236.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харитонов Константин Петрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2021)