Эстәлеккә күсергә

Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1850
Вафат булған көнө иртәрәк1917
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Паждар корпусы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Иттифак аль-Муслимин[d]
 Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы Викимилектә

Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы Тәвкилев (татар. Qotlımөxəmmət Batırgərəy uğlı Təfkilev, Котлымөхәммәт Батыргәрәй улы Тәфкилев; 1850 — 1917) — Тәвкилев татар мырҙалары тоҡомонан, мосолман йәмәғәт эшмәкәре, эре ер биләүсе, полковник.

Батыргарей (Павел) Тәвкилев һәм уның ҡатыны Өммөгөлсөм ғаиләһендә тыуған (1850—1905?)[1]. Санкт-Петербург Пажеский корпусы сығарылыш уҡыусыһы. 1870—1885 йылдарҙа Казак лейб-гвардия полкында офицер булып хеҙмәт итә. 1877—1878 йылғы рус-төрөк һуғышы ҡатнашыусыһы, атап әйткәндә, Плевна янындағы алышта ҡатнаша. Полковник чинында отставкаға сыға[2]. 1885 йылдан Вятка губернаһының Алабуға өйәҙе земство йыйылышы гласныйы була, 1889 йылдан күп тапҡыр Өфө ҡала думаһы һәм Өфө губерна земствоһының гласныйы итеп һайлана. 1889 йылдан Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе земство йыйылышы гласныйы. Бәләбәй өйәҙе дворяндары ҡорбашы (1905—1910, 1914—1917). Почётлы мировой судья. Өфө губернаһы дворянлығынан Дворян ер банкыһының Һамар бүлексәһе ағзаһы булып тора. Өфө үҙ-ара кредит Йәмғиәте советы рәйесе, Өфөләге ҡартайған ир-ат һәм мосолман малайҙар Комитеты рәйесе. 1905 йылдан «Иттифаҡ әл мөслим» партияһына ағза булып инә. Конституцион-демократик партияның Өфө ойошмаһы ағзаһы. Бәләбәй өйәҙендә 1093 дисәтинә ер биләгән. Өйләнгән булған, әммә 1907 йылға Тәвкилевтең ҡатыны вафат булған.

2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһының Мосолман фракцияһы депутаттары төркөмө. Торалар: Мәхмүтов Мостафа Ғәджи улы, Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы, Зейналов Зейнал Эйнал-оглы, Бәҙәмшин Ғариф Сиразетдин улы; ултыралар: Ҡошоғолов (Кощегулов) Шәймәрҙән, Хәсәнов Мөхәмәтсабир Мөхәмәтйән улы, Усманов Хәйрулла Абдрахман улы, Атласов Мөхәмәтһаҙый Мифтахетдин улы, Мусин Ғүмәр Муса улы

1906 йылдың 26 мартында һайланған 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы составына Өфө губерна һайлау йыйылышы дөйөм составынан һайланған. Конституцион-демократик һәм Мосолман фракциялары составына ингән. Дума әүҙемлеге аҙ була. Дәүләт Думаһын таратҡан ваҡытта Ҡырымда дауаланған булған, шуға ла Выборг кәңәшмәһендә ҡатнашмаған.

1907 йылдың 6 февралендә 2-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына Өфө губерна һайлау йыйылышының дөйөм составынан һайлана. Мосолман фракцияһы составына инә. Думаның аҙыҡ-түлек комиссияһында, сауҙа һәм һөнәрселек биналарында хеҙмәткәрҙәрҙең нормаль ялы комиссияһында, эшселәр мәсьәләләре һәм күскенселәр эше буйынса комиссила[3].тора.

1907 йылдың 16 октябрендә һайланған 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһына Өфө губерна һайлау йыйылышының дөйөм составынан һайлана. Мосолман фракцияһы рәйесе. Думаның күскенселәр эше, урындағы үҙидара комиссияларында, гимназиялар һәм әҙерлек училищелары, Дәүләт Думаһы канцелярияһы штаты комиссияларында, көнбайыш һәм белорус губерналарында урман һәм көтөүлектәр сервитутын бөтөрөү буйынса комиссияла тора. Мосолман фракцияһы исеменән түбәндәге: «Революциянан зыян күргәндәргә ярҙам итеү тураһында» закон проектына Конституцион-демократик фракция индергән сираттағы эшкә күсеү формулаһына ҡушылыу тураһында, «Сиркәү-мәхәллә мәктәптәренә 4 003 740 һум бюджет ассигнованиеһы» закон проекты буйынса тауыш биреүҙән тыйылыу тураһында белдереүҙәрен яһаған. Иң белемле, абруйлы һәм хөрмәтле мосолман депутаттарының береһе булған. Дума трибунаһынан Рәсәй империяһы мосолмандары, граждандары өсөн мөһим тип һаналған мәсьәләләр буйынса күп тапҡыр сығыш яһаған. 1908 йылдың 20-21 октябрендә Конституцион-демократик фракцияһы һәм партияның провинциаль төркөмө вәкилдәре кәңәшмәһендә ҡатнаша. Был кәңәшмәлә Мосолман фракцияһы Думаның оппозиция блогына ҡарай тип раҫлай[3].

1912 йылдың 20 октябрендә 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына ер биләүселәр съезынан һайланған. Мосолман фракцияһы рәйесе. Думаның Аҡһаҡалдар советында һәм урындағы үҙидара, хәрби һәм диңгеҙ эштәре, аҙыҡ-түлек комиссияларында тора. Дәүләт Думаһына һайлау тураһында Положениены закон буйынса үҙгәртеү мөмкинлеге мәсьәләһе буйынса Мосолман фракцияһының тауыш биреү мотивтары тураһында белдереү менән сығыш яһай<[3].

1914 йылдың июнендә Санкт-Петербургта үткән дини идаралыҡты реформалаштырыу мәсьәләләренә арналған Мосолман съезын төп ойоштороусыларының береһе була. 1914 йылдың декабрендә Петроградта үткән Мосолман йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең Бөтә Рәсәй съезы делегаты. Унда Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү Комитеты ағзаһы итеп һайлана.

1916 йылда Лозанна (Швейцария) Рәсәй халыҡтары конгресында ҡатнаша. 1916 йылдың йәйендә Дала крайында һәм Төркөстанда ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар һәм башҡа урта азия халыҡтарының ихтилалы ваҡытында ул А. Ф. Керенский менән берлектә төбәк халҡының сыуалыштар сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында Дума ойошторған махсус комиссияһына етәкселек итә. 1916 йылдың 15 авгусында йәдитселек лидерҙары Шакир Мөхәмәтйәров һәм Мостафа Чокаев, оҙатыуында Ташҡәнткә килә. Ә А. Ф. Керенский унда 17 августа килә. 2 сентябргә тиклем дауам иткән сәйәхәт ваҡытында депутаттар килгәндә Сәмәрҡәнд, Жизак, Андижан һәм Коканд ҡалаларында була[4].

Февраль революцияһынан һуң 1917 йылдың мартында Рәсәй мосолмандарының Ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы итеп һайлана. Тиҙҙән әүҙем йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлектән алыҫлаша.

Артабанғы яҙмышы һәм вафат булыу датаһы билдәле түгел.

  • Ағаһы — Әхмәт (Владимир) (1862—?)
  • Апаһы — Заһира (Сыңғыҙ)

Тәҡдим ителгән сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Четвёртая Государственная Дума: Портреты и биографии. СПб., 1913;
  • 4-й созыв Государственной думы: Художественный фототипический альбом с портретами и биографиями. СПб., 1913;
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа, 1996;
  • Мусульманские депутаты Государственной думы России, 1906—1917 годы: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998. С. 304-05;
  • Усманова Д. Мусульманские представители в Российском парламенте, 1906-17. Казань, 2005.
  • Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (1-й созыв). Дело 42. Лист 17; Опись 1 (2-й созыв). Дело 425; Дело 555. Лист 5; Опись 9. Дело 782, 783; Фонд 1327. Опись 1. 1905 год. Дело 141. Лист 51 оборот-52; Дело 143. Лист 144 оборот; Дело 144. Лист 6З оборот.