Катанский Николай Васильевич
Катанский Николай Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 4 июль 1872 |
Вафат булған көнө | иртәрәк1917 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Николай Васильевич Катанский (4 июль 1872 йыл — 1917 йылдан һуң) — урыҫ офицеры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө губернаһынан IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы (ер биләүсе — Минзәлә өйәҙендә Шуран ауылы эргәһендә 284 дисәтинә ере була).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дворян сығышлы. 1872 йылдың 4 июлендә тыуа.
3-сө Мәскәү кадет корпустарына һәм Александров хәрби училищеһын тамамлай (1893), 2-се пехота дивизияһының 2-се артиллерия бригадаһына офицер итеп ебәрелә.
1897 йылда поручик чинында запасҡа сыға һәм үҙенең биләмһендә — Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙендә ауыл хужалығы менән шөғөлләнә, йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. Минзәлә өйәҙе (1898 йылдан) һәм Өфө губерна (1901 йылдан) земство йыйылыштарының гласныйы итеп һайлана, Минзәлә өйәҙенең земство управаһы ағзаһы (1898 йылдан). 1907 йылда уның рәйесе итеп һайлана. Минзәлә тау училищеһының почетлы ҡараусыһы һәм Минзәлә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының попечителдәр советының рйәесе булып тора.
1912 йылда Өфө губернаһынан Дәүләт Думаһына һайлана. Прогрессистар фракцияһына һәм Прогрессив блокка инә (1915—1916). Халыҡ мәғарифы, юлдар, бюджет, хәрби һәм диңгеҙ эштәре, дин мәсьәләләре буйынса комиссияларҙа ағза була.
1916 йылдың 25 апрелендә ҡабаттан Минзәлә земство управаһы рәйесе итеп һайлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1919 йылда адмирал Колчактың Рәсәй хөкүмәтендә Эске эштәр министрлығының махсус йөкләмәләр чиновнигы була[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Правительство Восточной окраины России. Ведомство внутренних дел. Дата обращения: 1 ноябрь 2013. Архивировано 2 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 2 ноябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4-й созыв Государственной думы: Художественный фототип. альбом с портретами и биографиями. — СПб.: издание Н. Н. Ольшанского, 1913.
- КАТАНСКИЙ Николай Васильевич // Члены Государственной думы (портреты и биографии): Четвертый созыв, 1912—1917 г. / cост. М. М. Боиович. — М.: Тип. Т-ва И. Д. Сытина, 1913. — С. 358.
- КАТАНСКИЙ Николай Васильевич // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. / Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. — М.: РОССПЭН. 2008. — С. 243.
- Катанский Николай Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.