Мельгунов Алексей Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мельгунов Алексей Павлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 17 июнь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған көнө иртәрәк1917
Нәҫеле Мельгуновы[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Первый Московский кадетский корпус[d]

Мельгунов Алексей Павлович (17 июнь 1876 йыл — 1917 йылдан һуң) — Рәсәй империяһының хәрби хеҙмәткәре, сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө губернаһынан IV саҡырылыш (1912—1917) Дәүләт Думаһы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Православие диненән. Сығышы менән дворяндар нәҫеленән. Минзәлә өйәҙенең ер биләүсеһе (1300 дисәтинә ере була).

1-се Мәскәү кадет корпусын һәм Константинов артиллерия училищеһын тамамлай (1895), 2-се гренадерский артиллерия бригадаһының 6-сы батареяһына офицер булып хеҙмәт итә.

1898 йылда артиллерия поручигы чинында запасҡа сыға һәм үҙенең имениеһында йәшәй башлай, хужалыҡ алып бара һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. 1901—1907 йылдарҙа земство начальнигы була. Минзәлә өйәҙе (1902—1917) һәм Өфө губерна земствоһы гласныйы (1904—1917), почетлы мир судьяһы итеп һайлана (1910—1917). Минзәлә өйәҙе буйынса деворянлыҡ депутаты (1911—1917) һәм өйәҙ дворяндары етәксеһенең ярҙамсыһы була.

1912 йылда Өфө губернаһынан Дәүләт Думаһына һайлана. Прогрессистар фракцияһына инә. Аҙыҡ-түлек комиссияһы рәйесе урынбаҫары һәм хәрби һәм диңгеҙ эштәре, бүлеү, юлдар, һорауҙар, урындағы үҙидара, күсенеүселәр мәсьәләләре буйынса комиссияларҙа ағза була. 1916 йылдың октябрендә прогрессистар фракцияһын ташлап сыҡҡанға тиклем Прогрессив блокка инә.

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Бөтә Рәсәй земство союзының 2-се ялан табип-туҡланыу отряды уполномоченныйы була.

Февраль революцияһынан һуң Минзәлә өйәҙендә дауалана. Апрель айында Өфөгә килә, Өфө губерна земство управаһы ағзаһы бурыстарын ваҡытлыса башҡара, 22 апрелендән Ваҡытлы хөкүмәттең Өфө губерна комиссары ярҙамсыһы була.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]