Толстой Пётр Петрович
Толстой Пётр Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 7 сентябрь 1870 |
Тыуған урыны | Ульяновск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 8 июль 1918 (47 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө губернаһы, РСФСР |
Нәҫеле | Толстые[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Конституционно-демократическая партия[d] |
Толстой Пётр Петрович Викимилектә |
Граф Толстой Пётр Петрович (7 сентябрь 1870 йыл — 8 июль 1918 йыл) — Рәсәй империяһының сәйәси эшмәкәре, 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһына Өфө губернаһынан ағза. А. П. Толстойҙың ҡустыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр Петрович Толстой 1870 йылдың 7 сентябрендә (иҫке стиль менән 26 авгусында) алпауыт ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы — штабс-ротмистр граф Петр Николаевич Толстой. Әсәһе — Екатерина Александровна, ҡыҙ фамилияһы Языкова. Ҡатыны — уның исеме лә шулай уҡ Екатерина Александровна (ҡыҙ фамилияһы Надеждина, 1882—1968) — Өфө Мариин гимназияһын тамамлаусы, Мәскәү консерваторияһын пианист булараҡ тамамлаған, ә һуңынан — Париж Университетын тамамлаған. Ике улы бар, Александр һәм Петр. Өлкән ағаһы А. П. Толстой — Дәүләт думаһының III саҡырылыш депутаты. Ағалы-ҡустылы Александр һәм Петр Толстойҙар шағир Н. М. Языковтың ейән ир туғандары.
Сембер гимназияһында уҡыған. Үҙе менән бергә уҡыған иптәштәре — Ульянов (ул П. П. Толстойҙан бер класс өлкән уҡыған, әммә уның ағаһы В. П. Толстой менән бергә уҡыған), Коринфский, Ушаков һәм Лавров менән бергә ҡулъяҙма журнал баҫмаһын сығарыуҙа ҡатнаша — Пушкин һәм уның иптәштәре баҫтырып сығарған лицей журналы һымаҡ. Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай. Һуңынан, шунда уҡ юридик фәндәр курсын тыңлай, ә һуңынан тағы Лейпциг академияһын тамамлай.
Университеттан һуң бер аҙ ваҡыт П. П. П. Толстой Өфө губернаһында Языков ауылында әсәһенең нәҫелдән килгән имениеһында йәшәй[1]. Толстой арҡаһында Языков ауылында урындағы земство тарафынан Халыҡ йорто төҙөлә, Яҙыков ауылынан Өфөгә һәм өйәҙҙең башҡа пункттарына телефон үткәрелә.
Артабан ауылдан типография хужаһы булараҡ Өфөгә күсә. Конституцион-демократик партия ағзаһы була.
Ике өс йыллыҡҡа Ҡазан губернаһының Тәтеш өйәҙе земствоһының йыйылыш ағзаһы итеп һайлана; 1903 йылдан Өфө өйәҙенең һәм губерна земствоһының йыйылыш ағзаһы, губерна земство идаралығында ағза булып тора, Өфө өйәҙенең почетлы мировой судьяһы була.
1906 йылда Рәсәй Империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына Өфө губернаһынан ағза итеп һайлана. 1906 йылдың 10 июлендә Выборг саҡырыуына ҡул ҡуя һәм 129 статьяһының ч. 1, п.п. 51 пункты һәм 3 Енәйәт закондар йыйылмаһы буйынса өс айға төрмәгә хөкөм ителә. 1907 йылда, йәмәғәт вазифаларына һайланыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, «Вестник Уфы» гәзитенең йәшерен мөхәррире була.
Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы хужаһы һәм Рус православие сиркәү Соборының ағзаһы А. Ф. Ница менән бергә «Уфимская жизнь» (1915—1918 йыл, апрель) гәзитен баҫтырып сығара.
1917 йылда Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа кандидат итеп күрһәтелә.
1917 йылда Өфө губерна комитетының кадет фирҡәһе рәйесе; большевиктарҙы власты узурпациялауҙа ғәйепләй, һөҙөмтәлә, 1917 йылдың 1 ноябрендә губерна Ревкомы Өфөлә сыҡҡан бөтә баҫмаларға ла алдан цензура индерә, ә һуңынан «Уфимская жизнь» һәм «Уфимский вестник» гәзиттәре «контрреволюцион рупор» тип иғлан ителә. 1918 йылдың 17 июнендә П. П. Толстой ҡаланың бер нисә тиҫтә билдәле кешеләре иҫәбендә аманат сифатында ҡулға алына (Бөтәһе 98 кеше ҡулға алынған, улар араһында А. Ф. Ница, Рус халҡы союзы Өфө бүлексәһе лидеры Г. А. Бусов, тәүге электр станцияһының хужаһы В. Коншин[2], Ойоштороу йыйылышы ағзаһы Ш. АМанатов Шәриф Әхмәтйән улы Манатов[3], Мәскәү журналисы Редер Макс) һәм уны Өфөнән алып китәләр. Июль аҙағында Өфөнән сығарылған аманаттар йыртҡыстарса үлтерелә һәм һыуға ташлана[4]. Билдәле булыуынса, П. П. Толстой менән бергә кадеттар фирҡәһе ағзалары адвокат Полидоров Анатолий Никанорович һәм «Уфимская жизнь» гәзитенең мөхәррире Ница Александр Федорович була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Памяти погибших 1929. стр. 62-63.
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Первый созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1906 С. 372.
- Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Москва. РОССПЭН. 2008. 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Евгений Баязитов Толстой Пётр Петрович. Биография. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
- 7 сентябрҙә тыуғандар
- 1870 йылда тыуғандар
- Ульяновскиҙа тыуғандар
- 8 июлдә вафат булғандар
- 1918 йылда вафат булғандар
- Өфө губернаһында вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Рәсәй империяһының беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзалары
- Өфө губернаһынан Рәсәй империяһы Дәүләт думаһы депутаттары