Эстәлеккә күсергә

Малеев Александр Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малеев Александр Петрович
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1869
Вафат булған көнө билдәһеҙ
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия народных социалистов[d]

Александр Петрович Малеев (1869 йыл — ?) — земство хеҙмәткәре, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Александр Петрович Малеев 1869 йылда Өфө губернаһында тыуа. Нәҫел буйынса килгән почетлы граждан. Өфө гимназияһында уҡый[1], артабан белем алыуын Өфө дини семинарияһында дауам итә, һуңынан Томск университетына инә, унда бер үк ваҡытта ике: юридик һәм медицина факультеттарында уҡый. Әммә курсын тамамлай алмай, сөнки студенттар хәрәкәтендә ҡатнашҡаны өсөн уҡыуҙан сығарыла. Кире тыуған еренә — Өфө губернаһына ҡайта.

Өфөлә приказчиктар ойошмаһын булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтен булдырыусыларҙың береһе. Өфө земствоһының китап складында мөдир булып эшләй, йыллыҡ эш хаҡы 900 һум була.

1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Халыҡ-социалистик хеҙмәт партияһы ағзаһы, халыҡ социалистары фракцияһы составына инә. Думаның урындағы идара һәм үҙидара, бүлеү буйынса комиссияларҙа тора. «Хәрби-ялан судтарынан баш тартыу тураһында» закон проекты буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.

Артабанғы яҙмышы һәм вафат булыу датаһы билдәһеҙ.

  • Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 262; Дело 555. Лист 5.