Эстәлеккә күсергә

Гутоп Григорий Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гутоп Григорий Владимирович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 12 март 1853({{padleft:1853|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 1917
Вафат булған урыны билдәһеҙ
Һөнәр төрө адвокат, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Конституционно-демократическая партия[d]
 Гутоп Григорий Владимирович Викимилектә

Григорий Владимирович Гутоп (12 март 1853 йыл — 1917 йылдан һуң) — ышаныслы присяжный, Өфө губернаһынан I, III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Төрлө ҡатламдан сыҡҡан чиновник ғаиләһенән. Өфө гимназияһын тамамлай, артабан белем алыуын Ҡазан университетының юридик факультетында дауам итә, уҡыу йортон хоҡуҡ кандидаты дәрәжәһендә тамамлай. Хәрби хеҙмәткә ирекле хеҙмәт итеүсе булып бара.

1877—1878 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышында ҡатнаша.
1878—1884 йылдарҙа — мир судьяһы, Өфө губернаһының мир судьялары съездарында мәжбүри ағза була.
1891 йылдан ышаныслы присяжный. Өфөнөң иң яҡшы адвокаттарының береһе. «Өфө златоусы» ҡушаматын ала. Йылына 8 мең һумға тиклем аҡса эшләй.
1881 йылдан Өфө өйәҙ земствоһы гласныйы.
1882—1913 йылдарҙа Өфө ҡала думаһы гласныйы.
1902 йылдан Өфө губерна земствоһы гласныйы.
Мәскәүҙә ҡала һәм земство эшмәкәрҙәре съездарында ҡатнаша, уларҙы Өфө менән таныштыра. 250 дисәтинә ере һәм ике өйө була (2 мең һумға баһалана).

1906 йылдың 26 мартында Өфө губернаһынан I саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Партияһыҙ, ҡарашы буйынса конституцион-демократик фракцияға яҡын. Думала сығыш яһамай. Дума таратылғандан һуң, 1906 йылдың июне урталарында, Өфөгә ҡайта.

Өсөнсө Дума депутаты, 1910

1907 йылдың 15 октябрендә III саҡырылыш Дәүләт Думаһна һайлана. Конституцион-демократик фракцияға инә.

1912 йылдың 19 октябрендә IV саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Iул уҡ фракцияла ҡала. Прогрессив блок ағзаһы.

1916 йылда уның Өфө губернаһынан 1 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Таптыков ауылында 8 хеҙмәткәре булған биләмәһе була[2].

1917 йылдың 2-13 мартында Думаның эске тәртибе буйынса комиссияһы башлығы була. 14-18 мартnf Дәүләт Думаһының Ваҡытлы комитеты (ВКГД) һәм бөйөк кенәз Николай Николаевичты Ливадияға оҙатып барыу буйынса Ваҡытлы хөкүмәт комиссары була. 19 мартnа йәмәғәт именлегенең Ялта ултырышында ҡатнаша, уның барышында Ваҡытлы хөкүмәт һәм ВКГД эшмәкәрлегенә аңлатма бирә. 20 мартта Дума делегацияһы составында ғәмәлдәге армияла була, 6-сы корпус ғәскәрҙәре менән таныша. 1917 йылдың 8 апрелендә Ваҡытлыса юғары дисциплинар суд ағзаһы итеп һайлана. Май аҙағында Махсус Кавказ аоъяғы комитеты (ОЗАКОМ) ағзаһы итеп һайлана, уның эшендә ҡатнашыу өсөн Тифлис ҡалаһына күсенә. 2 сентябрҙә ОЗАКОМ рәйесе һәм барлыҡ ағзалары менән бергә отставкаға китергә ғариза бирә.

Артабанғы яҙмышы һәм вафат булыу датаһы билдәһеҙ[3].

Өйләнгән, дүрт балаһы була.

«Рус-төрөк һуғышы өсөн» көмөш миҙалы.

  1. http://башкирская-энциклопедия.рф/2-statya/10023-gutop-grigorij-vladimirovich.html
  2. Ю. М. Абсалямов, Г. Б. Азаматова, А. В. Гайнуллина, М. И. Роднов, Л. Ф. Тагирова. УФИМСКИЕ ПОМЕЩИКИ: типы источников, виды документации
  3. В феврале 1920 г. упоминается член Майкопской Городской Управы Г. В. Гутоп, но не ясно, идёт ли речь о Григории Владимировиче Гутопе?