Ливадия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ливадия
Рәсем
Дәүләт Flag of Ukraine.svg Украина
Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Ливадийский поселковый совет[d]
Административ-территориаль берәмек Ялта (ҡала округы) һәм Ялтинский горсовет[d]
Халыҡ һаны 1074 кеше (2014)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 30±1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+02:00[d] һәм UTC+03:00[d]
Майҙан 59,52 км²
Почта индексы 98655, 98656
Код КОАТУУ 0111947900
Commons-logo.svg Ливадия Викимилектә

Ливадия (укр. Лівадія, ҡырымтат. Livadiya, Ливадия) — Ҡырымдың көньяҡ ярындағы, «Оло Ялта» составына ингән ҡала тибындағы ҡасаба[lower-alpha 1].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ялтанан 3 километр көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Ливадияның Үҙәк райондары Могабитауының көнсығыш битләүендә, Ялтанан көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә урын алған. Ҡасабаның үҙәк өлөшө диңгеҙ кимәленән 141 метр бейеклектә[1]. Ливадияның төп иҫтәлекле урыны — Ливадия һарайы. Ҡасаба майҙаны — 174,9 гектар.

Ҡасаба аша Ялта — Севастополь трассаһы үтә.

Ҡырымдың иң йылы урындарының береһе. Климаты тулыһынса Ялта климатына оҡшаған — артыҡ ҙур айырма юҡ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ливадиянан күренеш. И. К. Айвазовский. 1861

Ливадияның тирә-яғында, кәм тигәндә, бронза дәүерендә (беҙҙен эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ) йәшәй башлайҙар. Ҙур көршәк комплексы, ҡорам һәм зыярат булған урта быуаттарҙағы ауылдар ҡалдыҡтары бында кешеләрҙең урта урта быуат дәүерендә йәшәүен раҫлай. Ореандала Хачла Каяси ҡаяһында X—XII быуат емереклектәре һаҡланып ҡалған.

Ҡырым Рәсәй составына ингәндән һуң уның Көньяҡ ярындағы ерҙәрҙең бер өлөшө грек Балаклавск батальоны хәрбиҙәренә бүлеп бирелә, уларҙың командиры Феодосий Ревелиоти үҙенә буйһоноусыларрҙың яҡшы ерҙәрен, шул иҫәптән Ливадия ерҙәрен дә һатып ала. 1834 йылда ул биләмәһен Польша магнаты граф Лев Потоцкийкийға һата. Версияларҙың береһенә ярашлы, Потоцкий уға яңы исем бирә — Ливадия (грек λιβαδι — болон). Әммә атама сығышы менән Үҙәк Греция ҡалаһы Левадиянан булған Грецияның милли геройы, рус армияһы полковнигы һәм пираты Ламбро Качониҙан (Ламброс Кацонис) барлыҡҡа килгән булыуы мөмкин. Кацонис 1799 йылда Панас Чаир (изге туғай) тигән урындан усадьба һатып ала һәм үҙенең тыуған ҡалаһы исеме менән атай.

1830 йылдар аҙағында Ливадияның яңы хужаһы Ливадия йөҙөм баҡсаһына нигеҙ һала, уның майҙаны 1860 йылда 19 дисәтинә тәшкил итә. Шарап етештереү башлана, шарап подвалдары төҙөлә. 1848 йылда 2,5 мең биҙрә шарап алына, 1853 йылда — 4 мең. Шул ваҡытта уҡ Ливадия тәүгә рәсми документтарҙа күренә — 1842 йылда Бетев һәм Оберг картаһында (Хәрби-топографик депо) ул «бәләкәй ауыл», йәғни, 5-тән дә кәм йорт, шартлы билдәһе менән күрһәтелә[2]. Был ваҡытҡа, 1838 йылдың 15 апреленә, ауыл Ялта өйәҙенең Алушта улусына ҡарай[3].

Ул ваҡытта Ливадияла ике бай йорт, сиркәү, торлаҡ һәм хужалыҡ бүлмәләре төҙөлә. 40 дисәтинә ерҙә ҡиммәтле субтропик тоҡомло үҫемлектәр (мәңге йәшел мирт, лавр, кедр, пиния, магнолия, ҡырым ҡарағайы) ултыртылған, фонтандан һәм итальян оҫталары эшләгән һындар ҡуйылған; емеш-еләк баҡсаһы булған, оранжерея,һыу үткәргес эшләнгән парк булдырыла. 1864 йылғы VIII ревизия һөҙөмтәләре нигеҙендә төҙөлгән «1864 йыл мәғлүмәттәре буйынсаТаврия губернаһының ауылдары исемлеге»нә ярашлы, Ливадия — 30 йорто, 140 кешеһе, ике һарайы, православие сиркәүе, телеграф контораһы, оранжереялы паркы, атамаһыҙ шишмәләре менән император ғали йәнәптәренең дачаһы булып тора[4].

1859 йылда Ливадияла 30 йортта 140 кеше йәшәй. 1860 йылда уны батша ғаиләһе һатып ала. 18621866 йылдарҙа батша һарайы архитекторы И. Монигетти етәкселегендә Потоцкий йорто һарай итеп үҙгәртелә. Бынан тыш, көнсығыш стилендә Бләкәй һарай, ике сиркәү, ярандар, имение эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн йорттар һалына. Барлығы 60-ҡа яҡын йорт төҙөлә йәки үҙгәртеп ҡорола.

1863 йылда биләмәлә яңы һыу үткәргес системаһы, ә һыу запасын һаҡлау өсөн 700 мең биҙрә һыу һыйҙырышлы резервуар төҙөлә. 1869 йылда һөт фермаһы булдырыла, емеш-еләк баҡсаһы, оранжерея киңәйтелә, парниктар ҡуйыла, баҡса эшләнә. 1873 йылдан алып бында — дауаханаға, 1868 йылдан башланғыс мәктәп эшләй. 1870 йылдар уртаһынан Ливадия метеостанцияһында даими рәүештә атмосфера күренештәре һәм һыу сығанағтары күҙәтеү аҫтында була. 1890 йылдар башында Ливадия һәм Ҡырымдың башҡа биләмәләре араһында телефон бәйләнеше булдырыла. Ялтала хәкүмәт телефон селтәре ҡуйылғас, биләмә уға тоташтырыла.

Ливадия, Рәсәй императорының йәйге резиденцияһы була. 1875 йылда ситтәргә Ялта — Севастополь шоссеһы буйлап йөрөү тыйыла башлай. Ә Александр III осоронда сит кешеләргә хатта Ливадияға инеү тыйыла.

1910 йылдан башлап, Ливадияла төҙөлөш йылдам алып барыла. Ҙур һарай төҙөлә. Шул ваҡытта барлыҡ хужалыҡ- техник база яңыртыла, электр станциялары, боҙ етештереү буйынса завод, гараж, ҡышҡы театр төҙөлә.

Һарайҙы үҙгәртеп ҡороусыларҙың береһе уның идарасыһы камергер Качалов Владимир Николаевич (18641942) була.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң биләмәгә ҡолатылған Ваҡытлы хөкүмәттең ер эшкәртеү министрлығы учреждениелары күсә. 1918 йылдың 16 ғинуарында Ливадияла совет власы урынлаштырыла. 1918 йылдың 30 апрелендә Ливадияны немец ғәскәрҙәре баҫып ала, һарайҙы талай. 1918 йылдың ноябрендә немецтәрҙе инглиз-француз интервенттары һәм аҡгвардееецтар алмаштыра.

Ҡабат совет власы урынлаштырылғандан һуң, 1920 йылдың ноябрендә имение дәүләткә бирелә, уның ерҙәрендә «Ливадия» шарап совхозы ойошторола. 1924 йыл аҙағында Ливадия парктары һәм урмандары менән курорт фондына индерелә, 1925 йылдың йәйендә бында 300 урынға иҫәпләнгән крәҫтиән шифаханаһы асыла, 1931 йылда ул шифалы климат комбинаты итеп үҙгәртелә. 1930 йылда ҡасабала яңы шифаханалар төҙөлә: СССР Наркомземыныҡы, «Ударник» Союзкурортыныҡы, ВЦСПС-2, уларҙа 1600-ҙән ашыу кеше ял итә. Биләмә ҡала тибындағы ҡасаба статусын 1939 йылда ала.

1941 йылдың ноябренән 1944 йылдың апреленә тиклем ҡасаба Гитлер ғәскәрҙәре ҡулында була. Оккупация ваҡытында Ливадияла совет шифаханаларының корпустары һәм Бәләкәй һарай тулыһынса юҡҡа сыға, әммә Аҡ Ливадия һарайы һаҡланып ҡала. Тергеҙеү эштәренән һуң,1945 йылдың 4 −11 февралендә антифашист коалиция илдәре башлыҡтарының — СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия — конференцияһы үтә (Ялта конференцияһы).

19451955 йылдарҙа курортты тергеҙеү һәм модернизациялау дауам итә. 1974 йылдың йәйендә Ливадия һарайы экскурсиялар өсөн асыла.

Йыл һайын Ливадияла 25 меңдән ашыу кеше ял итә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасабала, реконструкцияланған электр станцияһындағы бинала «Ливадия» орган музыкаһы үҙәге урынлашҡан (бинала булған орган элекке Союз территорияһында булдырылған бындай класлы беренсе ватан инструменты һәм заманында Украиналағы иң ҙур инструмент була). Дөйөм белем биреү мәктәптәре, мәктәп-интернат, балалар комбинаты эшләй. Урман зонаһындағы урынлашҡан ҡалаһында дауаханаһы медицина хеҙмәтләндереүен башҡара. Ялта менән Ливадия араһында маршрут автобустары даими йөрөй. Ҡасабала шулай уҡ: почта, телеграф, халыҡ-ара һөйләшеүҙәр пункты, банк бүлексәһе, 7 магазин, 3 ресторан , 10-дан ашыу бар эшләй.

2017 йылдың июнендә Ливадияла, Крестовоздвиженский һарайы сиркәүе территорияһында император Николай II ғаиләһе иҫтәлегенә музей төҙөлә. Экспозицияға батша ғаилә ағзаларының фотоларының төп нөсхәләре, император Павел I дәүләт мисәте, алтын һәм көмөш миҙалдар, Николай II руханийының афтографы һәм башҡа күп нәмәләр ингән[5].

Курорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ливадия» курорт комплексы , 4 йондоҙло 3 отелдән тора*: SPA-отель «Ливадия», Арт-отель «Азор» һәм «Гринцовский» пансионаты.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ливадия. Фото-планета. 25 декабрь 2014 тикшерелгән.
  2. Топографическая карта полуострова Крым. Военно-топографическое депо.. ЭтоМесто.ru (1842). 29 март 2016 тикшерелгән.
  3. Полуостров Сокровищ. История. Ялта. 24 май 2013 тикшерелгән.
  4. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. .
  5. В Ливадии создали музей памяти семьи императора Николая II.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Өҙөмтә хатаһы: "lower-alpha" төркөмө өсөн <ref> билдәһе бар, әммә <references group="lower-alpha"/> билдәһе юҡ