Ливадия һарайы
Һарай | |
Ливадия һарайы
| |
Ил | Ҡалып:Ҡырымда |
Ҡасаба | Ливадия |
Төҙөүсе | Краснов Николай Петрович |
Нигеҙләнгән | XIX быуат |
Статус | Памятник истории и культуры |
Сайт | Рәсми сайт |
Ливадия һарайы Викимилектә |
Ҡалып:Государственный реестр памятников Украины
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы |
Ливадия һарайы — Ҡырымдың Ялта төбәгендә, Ялтанан 3 километр алыҫлыҡта, Ливадия ҡасабаһында Ҡара диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Рәсәй императорҙарының элекке көньяҡ резиденцияһы.
Һарай «итальян» стилендә, XIX быуат һуңында И. Монигетти һәм Н. П. Краснов етәкселегендә төҙөлә. Ҡырымдың иң бай резиденцияһы өсөн Воронцов һарайы менән дәғүәләшә. Бөйөк Ватан һуғышынынан һуң союздаштарҙың донъя ҡоролошоноң контурҙарын билдәләүсе Ялта конференцияһын үткәреү урыны.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда Ливадияны (Ливадия — грек теленән аҡлан) грек Балаклава батальоны командиры Феодосий Ревелиоттиҙан граф Лев Северинович Потоцкий һатып ала. Потоцкий имениеһында Ф. Ф. Эльсон проекты буйынса хаким йорто, оранжерея төҙөлә, шулай уҡ ландшафт паркына нигеҙ һалына.
Беренсе император резиденцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1861 йылдан Ливадия имениеһы император Александр Икенсенең һәм император ғаиләһенең йәйге резиденцияһы була. Монигетти проекты буйынса, Потоцкий йорто Оло һарай, Вариҫ һарайына (Кесе һарай), Свита һәм аш-һыу йортона үҙгәртеп ҡорола. Был осорҙа шулай Крестовоздвиженский сиркәүе төҙөлә. 1871 йылда Ливадия резиденцияһында архитектор А. Г. Венсан хеҙмәт итә, ул «Эреклик» дачаһын, Крестовоздвиженский сиркәүенең ҡыңғыраулығы (Д. И. Грим проекты), Рущукский колоннаһы, Ливадияла Вознесение сиркәүе һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә[1].
1894 йылла Ливадияла Александр III вафат була.
Икенсе император резиденцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911 йылда Ялта архитекторы Николай Петрович Краснова проекты буйынса император Николая Икенсегә яңы Аҡ һарай төҙөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Николай II императоры һарайы өсөн яҡынса 4 миллион һум алтын[2] сарыф иткән. Н. П. Красновтың ярҙамсыларының береһе, Александр Рогач исемле йәш кеше һуңынан билдәле рәссам һәм реставратор булып китә[3].
1902—1916 йылдар араһында Ливадияла һарай министры барон Фредерикс һарайы, Свита (Паж) корпусы һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә. Ҙур һарай 1910 йылда (уның урынына Аҡ һарай төҙөлә), ә Кесе һарай Икенсе донъя һуғышы йылдарында юҡ ителә.
Рәсәй империяһы закондары тупланмаһының X томы 1-се часының 412-се статьяһына ярашлы (дауамы буйынса), Ливадия Император йортоноң һарай милке булып тора һәм Император ғаиләһе ағзаларының шәхси милкен тәшкил итеп, уларға мираҫ ителә, өлөшләтә бүлеп бирелә ала.
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай-парк ансамбле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шифахана
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кинематография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Зодчие Москвы времени эклектики, модерна и неоклассицизма (1830-е — 1917 годы): илл. биогр. словарь / Гос. науч.-исслед. музей архитектуры им. А.В.Щусева и др. — М.: КРАБиК, 1998. — С. 57. — 320 с. — ISBN 5-900395-17-0.
- ↑ Игорь Зимин. Царские деньги. Доходы и расходы Дома Романовых. — М.: Центрполиграф, 2011. — 688 с. — ISBN 978-5-227-02713-9.
- ↑ Ю. И. Сафронов Александр Лукич Ротач. Петербургский художник, архитектор, писатель // История Петербурга : Журнал. — СПб., 2003. — В. № 5 (15). — С. 43-47.