Козлов Алексей Павлович
Козлов Алексей Павлович | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1853 |
Вафат булған көнө | 1909 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Социалист-революционерҙар партияһы[d] |
Социаль синыф | купечество[d] |
Алексей Павлович Козлов (1853 йыл — 1909 йыл) — сауҙагәр, Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығышы менән Ярославль губернаһы Рыбинск өйәҙенең Никольское ауылы крәҫтиәндәренән. Белемде өйҙә ала. Оҙаҡ йылдар Александровск һөнәрселек училищеһында педагогик совет рәйесе була. Уҡыусыларға түңәрәк ойоштора. 1894 йылда Өфөлә хосуси һәм хеҙмәткәрҙәр эшенә үҙ-ара ярҙам итеү йәмғиәтенә нигеҙ һалыуға булыша. 1897 йылдан Өфө ҡала йәмәғәт китапханаһы менән идара итеү буйынса комитет составына инә. Өфө ҡала думаһы, шулай уҡ Өфө өйәҙе һәм губерна земствоһы гласныйы.
Сәйәси мотивтар буйынса ҡулға алына, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1903 йылда ике йылға Ярославлгә ебәрелә[1], икенсе мәғлүмәттәр буйынса — Архангельск губернаһына[2]. 1905 йылда Өфөгә ҡайта. «Өмөт» Санкт-Петербург компанияһында ревизор була (страховка агенты). Сауҙагәрҙәр ҡатламына индерелә. 3500 дисәтинә ер майҙанына эйә, йыллыҡ эш хаҡы яҡынса 5 мең һум тирәһе тәшкил итә.
1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Социалист-революционерҙар төркөмө составына инә. Думаның бюджет һәм бүлеү, һәм урындағы идара һәм үҙидара буйынса комиссияларҙа тора. «Художество-сәнәғәт оҫтаханаларына пособие тураһында» закон проекты буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша.
Дума тарҡатылғандан һуң яҙмышы ентекле билдәле түгел, 1909 йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Рышкевич М. Е. КОЗЛОВ Алексей Павлович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. C. 260 2020 йылдың 12 август көнөндә архивланған..
- ↑ Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 364.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 364.
- Рышкевич М. Е. КОЗЛОВ Алексей Павлович // Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. Москва. РОССПЭН. 2008. C. 260 2020 йылдың 12 август көнөндә архивланған..
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Козлов Алексей Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Вестник Уфы. 1909. № 239 от 10 ноября.
Архивтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Российский государственный исторический архив. Фонд 1278. Опись 1 (2-й созыв). Дело 200; Дело 555. Лист 5.
- Центральный государственный исторический архив. Республики Башкортостан. Фонд 348. Опись 1. Дело 1. Лист 89.