Сычёв Алексей Алексеевич
Сычёв Алексей Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | май 1861 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы |
Вафат булған көнө | иртәрәк1917 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Прогрессивная партия[d] |
Сычёв Алексей Алексеевич Викимилектә |
Алексей Алексеевич Сычев (фамилияһы варианты — Сычов; май 1861 йыл — 1917 йылдан һуң) — крәҫтиән, уҡытыусы, өйәҙ земство идаралығы рәйесе, Өфө губернаһынан IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (1912—1917).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Сычев (Сычов) 1861 йылдың майында Златоуст өйәҙенең Дыуан улусы Дыуан ауылында (Өфө йәки Ырымбур губернаһы[1]) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Алексей Таҙтүбә ике класлы башланғыс училище тамамлай[2].
Белем алғандан һуң Алексей Сычев уҡытыусы булырға имтихан тапшыра һәм земство уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Был вазифаһында ул 19 йыл хеҙмәт итә. Һуңынан алты йыл Златоуст өйәҙ земство управаһында писарь була, артабан өс йыл ойошманың рәйесе булып эшләй. Аҙаҡ тағы өс йыл тулы хоҡуҡлы вәкиле була[3][4].
Дәүләт Думаһына һайланғанға тиклем Алексей Алексеевич Златоуст өйәҙ һәм Өфө ҡала земстволары крәҫтиәндәренән гласный булып тора. Бынан тыш, ул ер эшкәртә (14 дисәтинә һөрөнтө һәм урман ере була), шулай уҡ үҙ йортонда хужалыҡ алып бара[2].
1912 йылдың 20 октябрендә партияһыҙ Алексей Сычев Өфө губернаһы волостары вәкилдәренән дүртенсе саҡырылыш Рәсәй империяһы Дәүләт Думаһына һайлана[2][5].
Думала ул Прогрессив партия фракцияһына инә. Бер юлы ете: ер, аҙыҡ-түлек, юлдары, бюджет, эш буйынса һорауҙар, күсенеүселәр мәсьәләләре, «наказдар» буйынса (регламент) комиссия ағзаһы була. Һуңынан Прогрессив блокка инә[2][5].
Алексей Алексеевич сычевт артабанғы, «Думанан» һуңғы яҙмышы билдәһеҙ[2].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән; өс балаһы була (1912 йылға ҡарата)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мордвинцев Г. В. Сычёв Алексей Алексеевич // Башкирская Энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Иванов (РОССПЭН), 2008, с. 600
- ↑ Ольшанский, 1913
- ↑ Боиович, 1913
- ↑ 5,0 5,1 Кирьянов, 2006, с. 278
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николаев А. Б. СЫЧЕВ Алексей Алексеевич // Государственная дума Российской империи: 1906—1917 / Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. — М.: РОССПЭН, 2008. — С. 600. — 735 с. — ISBN 978-5-8243-1031-3.
- СЫЧЕВ // Члены Государственной думы : (портреты и биографии) : Четвертый созыв, 1912-1917 г. / сост. М. М. Боиович. — М.: Тип. Т-ва И. Д. Сытина, 1913. — С. 360. — LXIV, 454, [2] с.
- Сычев // 4-й созыв Государственной думы: Худож. фототип. альбом с портр. и биогр. — издание Н. Н. Ольшанского. — СПб., 1913. — С. [96], «Къ таблице 33». — [79] с., [46] л. ил., портр. с.
- Кирьянов И. К. Сычев Алексей Алексеевич (1861 – н.р. 1917) // Российские парламентарии начала XX века: новые политики в новом политическом пространстве. — Пермь, 2006. — С. 341. — 368 с. — ISBN 5-93683-106-X. Архивная копия от 4 марта 2016 на Wayback Machine
- РГИА [Российский государственный исторический архив] Фонд 1278. Опись 9. Дело 774; Опись 10. Дело 6.
- Сычёв Алексей Алексеевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.