Балахонцев Сергей Петрович
Сергей Петрович Балахонцев | |
Беренсе Дума депутаты, 1906 й. | |
Тыуған: | |
---|---|
Гражданлығы: | |
Дине: |
православие |
Партия: |
Конституцион-демократик партия |
Эшмәкәрлек төрө: |
земство эшмәкәре, Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы |
Автограф | |
Сергей Петрович Балахонцев Викимилектә |
Балахонцев Сергей Петрович (1857 — ?) — земство эшмәкәре, Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дворян, православие динен тотоусы. Өфө гимназияһын һәм Петербург университетының физика-математика факультетының тәбиғәт бүлеген тамамлай. 1881 йылдан Өфө губернаһы земство идараһы сәркәтибе. Өфө губернаһы ерҙәрен баһалауҙа ҡатнаша. Һуңынан ике йыл ярым губерна Ҡаҙна палатаһы сәркәтибе булып хеҙмәт итә. 1893 йылдан — почетлы мировой судья. 1897 йылда С. П. Балахонцев губернаның земство управаһы составына һайлана (рәйесе — А. В. Новиков), ошо мәлдән башлап Өфө губернаһында земство үҫеше яңы импульс ала[1]. Ике 3-йыллыҡ дауамында губернаның земство управаһы ағзаһы булып тора.
Өфө вице-губернаторы Н. Е. Богданович[2] юлламаһы буйынса эшендә ялған ғәйепләүҙәр арҡаһында хөкөм ителә. Әммә күрһәтелгән енәйәт буйынса ғәйепләүгә етерлек нигеҙ булмағанға күрә, 1904 йылда эске эштәр министры советы был эш буйынса тикшереү эштәрен туҡтата. 1904 йылда отставкаға сыға һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнә башлай. 1905 йылдан Бөрө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы попечителе. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең ер биләүсеһе, 519 дисәтинә ер биләй.
Конституцион-демократик партия ағзаһы. 1906 йылдың 26 мартында Өфө губернаһы һайлау йыйылышында һайлаусыларҙың дөйөм составынан Рәсәй Имеперияһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына ағза итеп һайлана. Конституцион-демократик фракцияға инә. Аграр мәсьәләләр буйынса «42-нең» һәм «Йыйылыштар тураһында» закон проекттарына, шулай уҡ 1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында "Выборг өндәмәһе"нә ҡул ҡуя.
1906 йылдың 2 ноябрендә, Выборг өндәмәһенә ҡул ҡуйыу тураһында мәсьәләне тикшереүсе Өфө губернаһы дворяндарының ғәҙәттән тыш йыйылышы, С. П. Балахонцевты «губерна, шулай уҡ өйәҙҙең дворяндар йыйылышы эштәрендә һәм һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан» ваҡытлыса ситләтергә ҡарар ҡабул итә, һуңғы ҡарар Балахонцевтан аңлатма алғанға тиклем кисектерелә, бының өсөн Балахонцевҡа ике ай ваҡыт бирелә[3]. Выборг өндәмәһе эше буйынса процеста Енәйәт Уложениеһының[4] 129 статья 1 ч., п. п. 3. һәм 51 буйынса хөкөм ителә, 3 ай төрмәгә һәм һайлау хоҡуғынан мәхрүм ителеүгә хөкөм ителә. 1908 йылдың 27 мартынан башлап Өфө төрмәһендә срогын тултыра.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ата-әсәһе — Софья Александровна һәм Петр Александрович Балахонцевтар[5]
- Ағайҙары — Николай Петрович, Леонид Петрович
- Һеңлеһе — Анна Петровна Балахонцева
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванов Б. Ю., Комзолова А. А., Ряховская И. С. Государственная дума Российской империи: 1906—1917. Москва. РОССПЭН. 2008. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Первый созыв. М, 1906 С. 365.
- Первая Государственная Дума. Алфавитный список и подробные биографии и характеристики членов Государственной Думы. — М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина, 1906. — 175 с.
- Государственная Дума первого призыва. Портреты, краткие биографии и характеристики депутатов. — Москва: «Возрождение», 1906.
- Российский государственный исторический архив. Фонд 1276. Опись 2. Дело 9а; Фонд 1278. Опись 1 (1 -и созыв). Дело 42. Лист 17 оборот; Фонд 1327. Опись 1. 1905 г. Дело 141. Лист 50-50 оборот;
- Рәсәй милли китапханаһының ҡулъяҙмалар бүлеге. 1072 фонды. 15-се том. 482 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [1]
- ↑ Рышкевич Мария Евгеньевна. Выборы в Государственную думу в Уфимской губернии (1906—1912 гг.) // Автореферат диссерт. … кандидата исторических наук. Челябинск. 2004 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ Уфимский край. 1906, № 99 от 4 ноября. цит. по: Рышкевич Мария Евгеньевна. Выборы в Государственную думу в Уфимской губернии (1906—1912 гг.) // Автореферат диссерт. … кандидата исторических наук. Челябинск. 2004
- ↑ Балахонцев Сергей Петрович
- ↑ http://www.ogugauo.ru/dvorane.htm(недоступная ссылка)