Копылов Павел Иванович
Копылов Павел Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 28 июнь 1921[1] |
Тыуған урыны | Борисовка[d], Быҙаулыҡ өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе[1] |
Вафат булған көнө | 11 июнь 1999[1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1] |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | танк ғәскәрҙәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Копылов Павел Иванович (28 июнь 1921 йыл — 11 июнь 1999 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, подполковник. Гвардия кавалерия дивизияһының танк взводы командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Иванович Копылов 1921 йылдың 28 июнендә[2] (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, 2 июлендә[3]) Борисовка ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Пономарёвка районы) тыуған.
Урыҫ. Урта белемле. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә киткәнгә тиклем мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Ҡыҙыл Армияға 1940 йылда Ырымбур өлкәһенең Пономаревский район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1943 йылда хәрби-сәйәси училищены, 1944 йылда — офицерҙар составының полк күнекмә училищеһын тамамлай.
136-сы танк взводы командиры, танк полкы (8-се гвардия кавалерия дивизияһы, 6-сы гвардия кавалерия корпусы, 2-се Украин фронты) лейтенант П. И. Копылов 1944 йылдың 6-17 октябрендә Дебрецен (Венгрия) ҡалаһы янында батырлыҡ күрһәтә.
1946 йылдан подполковник И. П. Копылов — запаста. Тыуған иленә ҡайтҡас, халыҡ хужалығында хеҙмәт һала. 1966 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй, төҙөлөш-монтаж ойошмаһының инженеры булып эшләй,[4].
1999 йылдың 11 июнендә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән[5].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Иптәш Копылов 1944 йылдың 6 октябренән 17 октябренә тиклем ун атакала ҡатнаша, һуғыш менән 120 километр ашыу юл үтә, дошмандың өс „тигр“ танкыһын, „фердинанд“ маркалы бер үҙйөрөшлө пушканы, өс ПТО-ны, минбатареяны, дүрт станоклы пулеметты, зенит пушкаһы менән бер бронетранспортерҙы, ете автомашинаны һәм 180-гә тиклем һалдат һәм офицерын юҡ итә.
1944 йылдың 17 октябрендә Дебрецен ҡалаһы янындағы 33-сө гвардия кавалерияһы полкының оборона участкаһында 5 танк һәм артиллерия ярҙамында дошман 2 батальон пехота көсө менән һөжүмгә күсә. Дошман беҙҙең хәрби рәттәргә килеп инә, Копылов үҙенең танкыһы менән дошман төркөмөнөң флангыһына сыға һәм үлемесле алышҡа инә. Оҫта маневр яһап Копылов танк уты менән 2 „тигр“ танкыһын яндыра, ҡалғандары ҡаса. Копылов уты һәм гусеницалары менән гитлерсыларҙың артынан төшә.
Копылов дошмандың йырып сығыусы төркөмөн юҡ итә, шуның менән полкҡа ҡуйылған бурысты үтәүҙе тәьмин итә»[6].
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1945 йылдың 24 мартында бирелә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945)
- Ленин ордены,
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[7],
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфөлә Октябрь проспектының № 65/1 йортонда Геройға мемориал таҡта ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Копылов Павел Иванович (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2021)
- ↑ Сайт Геройы старны (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2021)
- ↑ Копылов Павел Иванович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Фотография надгробного памятника.
- ↑ 6,0 6,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 28/23, л. 5/277, 278).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979.
- В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. — C. 236—237.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Копылов Павел Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2021)
- Копылов Павел Иванович . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Копылов Павел Иванович.
- История Оренбуржья: Копылов Павел Иванович (1921).
- 28 июндә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 11 июндә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышы танкистары
- СССР подполковниктары
- Алфавит буйынса шәхестәр