Варшава университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Варшава Король Университетына рәсми рәүештә нигеҙ һалыусы, Рәсәй императоры һәм Польша короле Александр I Романов (Александр Молинари портреты, 1813 йыл)

Варшава университеты (пол. Uniwersytet Warszawski) – Польшаның баш ҡалаһы Варшавала 1816 йылдың 19 ноябрь (ҡырпағай) көнө нигеҙ һалынған асыҡ университет.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варшава Король Университеты (1816–1831)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылдың ноябрь (ҡырпағай) айында урыҫ батшаһы Александр I Станислав Костка Потоцкий һәм Станислав Сташиц инициативаһы менән ризалашып, 1808 йылда нигеҙ һалынған Хоҡуҡ һәм Идара Фәндәре Мәктәбен (Szkoła Prawa i Nauk Administracyjnych) һәм 1809 йылда барлыҡҡа килгән Табиптар Мәктәбен (Szkoła Lekarska, Akademicki Wydział Lekarski) берләштереп, Варшава  Король Университетына (Królewski Uniwersytet Warszawski) нигеҙ һала.

Польшала ошо ваҡытта университет исемендә Король һүҙен ҡулланыу сәбәбе шунда: Рәсәй Империяһы менән Польша Короллеге шәхси берләшмә (unia osobowa) айҡанлы, Рәсәй императоры Польша ерҙәрендә король (Król) статусына эйә булған.

Ошо ваҡытта университетта 5 факультет булған:

  • Хоҡуҡ һәм Идара фәндәре факультеты (пол. Wydział Prawa i Nauk Administracyjnych). Был факультет туғыҙ кафедранан торған:
    • Башланғыс фәндәр кафедраһы (пол. Katedra Nauk Przygotowawczych)
    • Пандекттар кафедраһы (Katedra Pandektów);
    • Боронғо Польша хоҡуғы һәм Польша хоҡуғы тарихы кафедраһы (Katedra Prawa Polskiego Dawnego i Historii Prawa Polskiego);
    • Ғәмәлдәге гражданлыҡ хоҡуғы кафедраһы (Katedra Prawa Cywilnego Obecnie Obowiązującego);
    • Енәйәт хоҡуғы, гражданлыҡ һәм енәйәт процесы һәм Конституция кафедраһы (Katedra Prawa Kryminalnego, Postępowania Cywilnego i Kryminalnego i Konstytucji);
    • Дини канон хоҡуғы кафедраһы (Katedra Prawa Kanonicznego);
    • Сәйәси иҡтисад, административ хоҡуҡ, полиция хоҡуғы һәм финанс фәндәре кафедраһы (Katedra Ekonomii Politycznej, Prawa Administracyjnego, Prawa Policyjnego i Nauki Finansowej);
    • Сауҙа фәндәре, сауҙа хоҡуғы һәм статистика кафедраһы (Katedra Nauki Handlu, Prawa Handlowego i Statystyki);
    • 1819 йылғаса Технология, ауыл һәм урман хужалығы кафедраһы (Katedra Technologii, Rolnictwa i Leśnictwa) эшләгән.

Ошо факультетта уҡытҡан күренекле профессорҙар: Ян Бандтке (Jan Wincenty Bandtkie; Польша хоҡуғы тарихы) һәм Фридерик Скарбек (Fryderyk Skarbek; иҡтисад)

  • Табиблыҡ фәндәре факультеты (Wydział Nauk Lekarskich). Уның эсенә 10 кафедра ингән:
    • Теоретик, ғәмәли һәм сағыштырма анатомия кафедраһы (Katedra Anatomii Teoretycznej i Praktycznej oraz Porównawczej);
    • Фармация, фармакология, полиция-хоҡуҡи химия кафедраһы (Katedra Farmacji, Farmakologii, Chemii Policyjnej i Prawnej);
    • Физиология һәм диетология кафедраһы (Katedra Fizjologii i Dietetyki);
    • Ғөмүми патология, медицина тарихы һәм пропедевтика кафедраһы (Katedra Patologii Ogólnej, Historii Medycyny i Propedeutyki);
    • Табиблыҡ матдәләре, токсикология һәм рецептура кафедраһы (Katedra Materii Lekarskiej, Toksykologii i Formularza, czyli Receptury);
    • Теоретик хирургия кафедраһы (Katedra Chirurgii Teoretycznej);
    • Оператив хирургия кафедраһы (Katedra Chirurgii Operacyjnej);
    • Патология һәм ентекле терапия кафедраһы (Katedra Patologii i Terapii Szczegółowej);
    • Ауырлылыҡ, бала табыр ҡатындар һәм яңы тыуған балалар ауырыуҙары кафедраһы (Katedra Położnictwa, Chorób Ciężarnych, Położnic i Nowo narodzonych);
    • Эпизоотик ауырыуҙар, хоҡуҡи медицина һәм табиптар полицияһы кафедраһы (Katedra Chorób Epizootycznych, Medycyny Prawnej i Policji Lekarskiej).

Факультеттың иң күренекле профессорҙары: Й. Миле (физиология), М. Ролинский (анатомия) һәм Й.Б. Фрейер (табиблыҡ матдәләре)

  • Теология факультеты (Wydział Teologiczny). Ул 6 кафедранан торған:
    • Изге Яҙмалар һәм ярҙамсы фәндәр кафедраһы (Katedra Pisma Świętego i Nauk Pomocniczych);
    • Сиркәү тарихы кафедраһы (Katedra Historii Kościoła);
    • Сиркәү хоҡуғы кафедраһы (Katedra Prawa Kościelnego);
    • Догматик теология кафедраһы (Katedra Teologii Dogmatycznej);
    • Әхлаҡ теологияһы кафедраһы (Katedra Teologii Moralnej);
    • Руханилыҡ теологияһы кафедраһы (Katedra Teologii Pasterskiej).

Факультетта уҡытҡан күренекле шәхестәр: В. Швейковский (руханилыҡ теологияһы) һәм П. Шиманский (Инжил фәне)

  • Фәлсәфә факультеты (1817 йылда барлыҡҡа килгән)
  • Нәфис фәндәр һәм сәнғәт факультеты (Wydział Nauk i Sztuk Pięknych) 1818 йылда барлыҡҡа килгән. 1826–1829 йылда ошо факультетта Фридерик Шопен уҡыған.
Винценты Каспшицкий, 1828 йылғы Варшавалағы Нәфис Сәнғәт Күргәҙмәһе күренеше

1825 йылда вафат булған Александрҙың иҫтәлегенә уның ҡустыһы, император Николай I, 1830 йылда университеттың исемен Король Александр университеты (Uniwersytet Królewsko-Aleksandrowski) тип үҙгәртә[1].

Студенттарҙың күпселеге ҡатнашҡан ҡырпағай ихтилалынан һуң университет ябыла.

1857–1869[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1857 йылда Медицина-хирургия академияһы (табиблыҡ һәм фармация факультеттарынан тора), 1862 йылда иһә Варшавалағы Төп Мәктәп (Szkoła Główna Warszawska) асыла. Төп мәктәп ошо дүрт факультеттан тора :

  • Хоҡуҡ һәм Идара
  • Филология һәм Тарих
  • Математика һәм физика
  • Табиблыҡ

Уҡыу йорто ректоры вазифаһын Юзеф Мяновский (Józef Mianowski) башҡарған. Мәктәп 1869 йылда, ғинуар ихтилалынан һуң ябыла.

  Варшава Император Университеты (1870–1918)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варшава Император университетының мисәте

Ошо исемле университет 1870 йылда барлыҡҡа килә. Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында университет Дондағы Ростовҡа күсерелә һәм 1918 йылда барлыҡҡа килгән Дондағы Ростов Университетына нигеҙ була.

1915–1939[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылдың яҙында генерал Ганс фон Безелер поляк телле Варшава Университетын яңынан асып ебәреп, уның рәсми Статутын ҡабул итә. 1920 йылда Варшава университетының Инжил теологияһы бүлеге асыла, унда Польшалағы протестант сиркәүҙәре, бигерәк тә Польша Инжил-Лютеран Сиркәүе өсөн руханиҙар (пасторҙар) һәм дин уҡытыусылары, шулай уҡ башҡа кадрҙар ҙа әҙерләнелә.

Егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарының башында Варшава университеты Польшалағы иң ҙур юғары уҡыу йорто булып китә: унда 250-гә яҡын профессор һәм доцент уҡыта, ә уҡыусылары һаны 10 меңдән дә арта. 1935 йылда, Юзеф Пилсудский вафат булғас, Университет Сенаты уҡыу йорто исемен Варшавалағы Юзеф Пилсудский университеты (пол. Uniwersytet Józefa Piłsudzkiego w Warszawie) тип үҙгәртә[2].

1939–1945[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Польша ерҙәре Өсөнсө Рейх тарафынан алынғас, илдең бөтөн университеттары ябыла. Университет китапханалары һәм йыһазландырыуының күпселеге Германияның төп биләмәләренә күсерелә. Университеттың биналарында жандармерия командалары урынлаша. Оккупация хөкүмәте юғары рәүештәрҙә уҡытыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, профессорҙарҙың күпселеге уҡытыуҙы үҙ йорттарында дауам итә. Польша Ҡаршылыҡ Хәрәкәтенең мөһим бер өлөшө булған серле уҡытыу структурҙары тап шулай барлыҡҡа килә. 1944 йылда ошондай уҡытыуҙа 300-ләгән уҡытыусы һәм 3500 тирәһе студент ҡатнаша, студенттарҙың күпселеге ҡаршылыҡ хәрәкәтенең ҡораллы көстәрендә лә хеҙмәт иткәне билдәле. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында университеттың 63 профессоры вафат була, университет биналарының 60%-ы, ә фондтарының 70-80 проценты юҡҡа сыға.

1945 йылдан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң уҡыу йортона Варшава Университеты тигән исем ҡайтарыла. 1945 йылдың аҡъюлайында 4 меңләгән студент уҡыуҙы башлай.

Министрҙар Шураһының 1949 йылдың ҡарасайҙың 24 көнөндә ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, Медицина һәм Фармация факультеттары нигеҙендә айырым уҡыу йорто, Табиблыҡ (һуңынан Медицина Академияһы) барлыҡҡа килә. 1950 йылда Гуманитар факультет өс яңы берәмеккә бүленә, шулай итеп Фәлсәфә-Ижтимағи, Тарих һәм Филология факультеттары барлыҡҡа килә. 1954 йылда Инжил теологияһы һәм Католик теологияһы бүлектәре нигеҙендә яңы уҡыу йорттары төҙөлә: Христиан Теологияһы Академияһы һәм Католик Теологияһы Академияһы.

Билдәле мәҙәниәт белгесе Владислав Татаркевичҡа 1950 йылдан 1957 йылғаса уҡыусылар менән эш итеү тыйылған.[3]. 1951–1956 йылда Станислав Оссовский тик шәхси семинарҙар ғына ойошторған[4], ҡатыны Мария иһә Польша Фәндәр академияһында эшләгән[5].

1968 йылда университеттың Белосток ҡалаһындағы филиалы асыла, артабан уның нигеҙендә үҙ аллы Белосток университеты барлыҡҡа килә.

ПХР ваҡытында университет мөһим бер оппозиция үҙәге булғаны ла билдәле. 1966 йылдың ҡарасайында Лешек Колаковский университетта „Rozwój kultury polskiej w ostatnim 10-leciu” (башҡ. Һуңғы 10 йыл буйы поляк мәҙәниәте үҫеше), шуның өсөн Польшаның Берләшкән Эшселәр Фирҡәһенән сығарыла. 1968 йылдың буранайында университетта демонстрациялар үткәрелә, унда студенттарҙың күпселеге әүҙем ҡатнаша. Һөҙөмтәлә вазифаларҙан ошо кешеләр бушатыла: Стефан Жулкевский, Зигмунд Бауман, Лешек Колаковский, Бронислав Бачко һәм Мария Һиршович. 1980–1981 йылда университет етәкселегенең хоҡуҡһыҙ шәхси ҡарарҙарын тикшергән комиссия эшләй, уны университеттың буласаҡ ректоры Клеменс Шанявский етәкләй.

"Solidarność" ойошмаһы барлыҡҡа килгәндән һуңғы осорҙа ректор тәүге тапҡыр демократик рәүештә һайлана. Академик берләшмә һуғыш хәле ваҡытында вазифаһынан бушатылған билдәле медиевист (урта быуаттар тарихы белгесе) – проф. Хенрик Самсоновичты пол. Henryk Samsonowicz) ректор итеп һайларға тигән ҡарарға килә.

Анджей Богуславский 1981 йылдың 13 аҡъюлайынан алып 1982 йылдың майайҙың 16 көнөнә тиклем арест өҫтөндә тотолған. Клеменс 12 na 13 grudnia 1981 i zwolniony po 24 godzinach. 1982 йылдың һабанайында университеттың өс деканы: Йоанна Мантель-Нецько, Ядвига Пузынина (Университет Сенатының Ирекһеҙләнгәндәрҙең эштәре комиссияһы башлығы һәм сәркәтибәһе) һәм Ханна Сьвида-Земба арестҡа тотолғас, университетта эшләгән бөтә кешеләрҙең тикшереүҙәре башлана[6]. 1984 йылда министр Клеменс Шанявскийҙың ректор вазифаһына һайлағанын раҫламай.

1980 йылда Варшава Университеты музейы яңынан асыла; тәүбашта ул Казимир һарайында урынлаша, 2000 йылда иһә Тышкевичтар һарайына күсерелә. 1994–1998 йылдарҙа Повисле биҫтәһендә Варшава Университеты китапханаһының яңы бинаһы төҙөлә, 1999 йылда китапхана тулыһынса яңы бинаға күсә; 2007 йылда университеттың һанлы китапханаһы (e-bUW) барлыҡҡа килә.

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Siedziba Wydziału Nauk Ekonomicznych przy ul. Długiej 44/50

Әлеге мәлдә университет 20 факультеттан тора:

Университет кимәлендәге һәм факультет-ара берәмектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Collegium Novum (элекке университет китапханаһы бинаһы)

Фәнни тикшеренеү үҙәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Казимеж Михаловский исемендәге Урта диңгеҙ археологияһы үҙәге
  • Европа үҙәге
  • Сит телдәр уҡытыусыларын һәм Европа мәғарифы үҙәге
  • Асыҡ һәм мультимедиалы уҡытыу үҙәге
  • Урындағы идара һәм локаль үҫеш тикшеренеүҙәре үҙәге
  • Америкалар һәм Европа институты
    • Латин Америка тикшеренеүҙәре үҙәге
    • Европа региондарын һәм төбәктәрен тикшеренеү үҙәге
    • Америка тикшеренеүҙәре үҙәге
  • Классик филология институты
  • Йәмғиәт тикшеренеүҙәре институты
  • Һаҡланыу генетикаһының дисциплина-ара үҙәге
  • Математик һәм компьютерлы моделләштереүҙең дисциплина-ара үҙәге
  • Яңы технологиялар үҙәге
  • Роттердамлы Эразм кафедраһы
  • UNESCO – Даими үҫеш кафедраһы
  • Бүлек-ара шәхси гуманитар уҡыуҙар коллегиумы (Kolegium MISH)
  • Бүлек-ара шәхси математик-тәбиғи уҡыуҙар коллегиумы (Kolegium MISMaP)
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге бүлек-ара уҡыуҙар
  • Боронғо Көньяҡ-Көнсығыш Европаны тикшереү мәркәзе
  • Француз мәҙәниәте һәм франкофонияны тикшереү мәркәзе
  • Британияны тикшеренеү мәркәзе
  • Польшалағы Alliance Française Комитеты
  • Тән тәрбиәһе һәм Спорт уҡыуҙары
  • Сит телдәр мәктәбе
  • Ауыр иондарҙың мөхитле лабораторияһы
  • Университеттың технология трансферы үҙәге
  • ВУ-ның Асыҡ университеты (UOUW)

Башҡа берәмектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Dobra урамында урынлашҡан Университет Китапханаһы төп залы
  • Архив
  • Университет китапханаһы
  • Варшава университетының академик хоры
  • Варшава Университеты музейы
  • Варшава Университетының Hybrydy театры
  • Варшава университеты нәшриәттәре
  • Zakład Graficzny
  • „Warszawianka” йыр-бейеү төркөмө
  • Студенттарҙың Тау клубы
  • Бескид тауҙары буйлап үткәреүселәрҙең студент түңәрәге
  • Фәнни телевидение (ATVN)
  • Kampus радиостанцияһы

Студент ойошмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варшава Университеты нигеҙендә Польшаның төп студент ойошмалары эшләй:

  • „Soli Deo” Католик Академик Йәмғиәте
  • Студенттарҙың Демократик Берләшмәһе
  • Бойондороҡһоҙ Студент Берләшмәһе
  • Польша Студенттары Берләшмәһе

Кампустар һәм биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Auditorium Maximum
Budynek Porektorski
Варшава Университетының Астрономик обсерваторияһы

Төп кампус[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың тарихи биналарында әлеге мәлдә лә уның идара органдары, ректорат һәм ҡайһы бер факультеттар Krakowskie Przedmieście биҫтәһендә урынлаша. Был кампусҡа инеү урыны булып тарих ҡомартҡыһы, Варшава университетының Төп ҡапҡаһы, тора. Төп кампустың биналары:

  • Казимир һарайы (pałac Kazimierzowski) – ВУ ректораты
  • элекке Университет Китапханаһы бинаһы, Stary BUW; библиотека икенсе бер бинаға күсеп бөткәс, был бина яңыртылды.
  • Gmach Pomuzealny – ВУ-ның Тарих институты бинаһы
  • Budynek Poseminaryjny – Collegium Iuridicum I – Хоҡуҡ һәм Администрация бүлеге бинаһы
  • Урускийҙар һарайы (География һәм Төбәк тикшеренеүҙәре бүлеге бинаһы)
  • Тышкевичтар һарайы
  • элекке Төп Мәктәптең бинаһы, әлеге мәлдә бында Тарих факультетының Археология институты урынлаша.
  • Auditorium Maximum
  • Budynek Porektorski, Шәрҡиәт факультеты һәм Сәнғәт тарихы институты урынлашҡан бина.

Төп кампусҡа инмәгән, әммә уның тирәһендә урынлашҡан биналар:

  • Nowy Świat 67 – Сәйәсәт фәндәре һәм Ижтимағи сәйәсәт институттары бинаһы
  • Nowy Świat 69 – Журналистика һәм Сәйәси Фәндәр факультетының төп бинаһы. Унан тыш, бында Хоҡуҡ һәм Администрация бүлеге, шулай уҡ Бүлек-ара шәхси гуманитар уҡыуҙар коллегиумы урынлаша.
  • Krakowskie Przedmieście 1 – „Artes Liberales” факультеты, Полонистика факультетының Классик филологияһы институты, Хоҡуҡ һәм Администрация факультетының Халыҡ-ара хоҡуҡ институты бинаһы
  • Krakowskie Przedmieście 3 – Журналистика һәм сәйәсәт фәндәре, Фәлсәфә һәм Социология факультеттары бинаһы
  • Karowa 18 – Социология институты бинаһы

Висла аръяғы (Powiśle) биҫтәһендәге биналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп кампустан түбәнерәк урында, Powiśle биҫтәһендә, Университет Китапханаһының яңы бинаһы төҙөлгән. Ул бина эсендә шулай уҡ Хоҡуҡ һәм Администрация бүлегенең бер өлөшө урынлаша. Беднарска (Bednarska) урамында Шәрҡиәт факультетының Кореанистика бүлексәһе, ә Броварна (Browarna) урамында Хәҙерге филология һәм Ҡулланма лингвистика факультеттарының ҡайһы бер бүлексәләре урынлаштырылған. Киләсәктә ошо биҫтәлә университеттың башҡа биналары ла төҙөләсәк.

Охота (Ochota) биҫтәһендәге кампус[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Охота биҫтәһендә, Варшава университетынан башҡа, Медицина университеты һәм Польша Фәндәр Академияһы биналары ла урынлашҡан. ВУ-ның түбәндәге берәмектәренең биналары Охота биҫтәһендә урынлаша:

  • Биология факультеты
  • Химия факультеты
  • Геология факультеты
  • Математика, информатика һәм механика факультеты
  • Физика факультеты
  • Математик һәм компьютерлы моделләштереүҙең дисциплина-ара үҙәге(ICM)
  • Ауыр иондар лабораторияһы
  • Тән тәрбиәһе һәм спорт үҙәге

Башҡа биналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Варшавалағы Төп Мәктәп ректоры һәм декандары
Исеме Эшләгән йылдары
Швейковский, Войцех Анзельм (Szweykowski Ks. Wojciech) 18181831
Шкродский, Юзеф Кароль (Skrodzki Józef Karol) 1831
Цыцурин, Фёдор Степанович 18571861
Мяновский, Иосиф Игнатьевич 18621869
Лавровский, Петр Алексеевич 18691872
Благовещенский, Николай Михайлович 18721883
Лавровский, Николай Алексеевич 18831890
Сонин, Николай Яковлевич 1885, 1890
Будилович, Антон Семёнович 18901892
Щелков, Иван Петрович 18921894
Шалфеев, Михаил 18941895; 1898
Ковалевский, Павел Иванович 18951897
Зенгер, Григорий Эдуардович 18971899
Ульянов, Григорий Константинович 18991904
Зилов, Пётр Алексеевич 1904
Карский, Евфимий Фёдорович 19051911
Кудревецкий, Василий Васильевич 19111912
Трепицын, Иван Николаевич 19131914
Вехов, Сергей Иванович 19141915
Брудзинский, Йозеф (Brudziński Józef) 19151917
Антоний Костанецкии (Antoni Kostanecki) 19171919
Станислав Йозеф Тугутт (Stanisław Józef Thugutt) 19191920
Ян Кароль Кохановский (Jan Karol Kochanowski) 19201921
Ян Мазуркевич (Jan Mazurkiewicz) 19211922
Лукасевич, Ян 19221923; 19311932
Игнацы Кошембар-Лысковский (Ignacy Koschembahr-Łyskowski) 19231924
Францишек Крышталович (Franciszek Kryształowicz) 19241925
Стефан Пеньковский (Stefan Pieńkowski) 19251926; 19331936; 19451947
Болеслав Грыневецкий (Bolesław Hryniewiecki) 19261927
Антоний Шляговский, рухани (Ks. Antoni Szlagowski) 19271928
Густав Пшихоцкий (Gustaw Przychocki) 19281929
Тадеуш Бжески (Tadeusz Brzeski) 19291930
Мечислав Михалович (Mieczysław Michałowicz) 19301931
Юзеф Уейский (Józef Ujejski) 19321933
Влодзимеж Антоневич (Włodzimierz Antoniewicz) 19361939
Ежи Модраковский (Jerzy Modrakowski) 1939
Францишек Чубайский (Franciszek Czubajski) 19471949
Ян Васильковский (Jan Wasilkowski) 19491952
Станислав Турский (Stanisław Turski) 19521969
Зигмунт Рыбицкий (Zygmunt Rybicki) 19691980
Хенрик Самсонович (Henryk Samsonowicz) 19801982
Казимеж Альбин Добровольский (Kazimierz Albin Dobrowolski) 19821985
Клеменс Шанявский (Klemens Szaniawski; һайланған ректор) 1984
Гжегож Бялковский (Grzegorz Białkowski) 19851989
Анджей Каетан Вроблевский (Andrzej Kajetan Wróblewski) 19891993
Влодзимеж Сивиньский (Włodzimierz Siwiński) 19931999
Пётр Венгленьский (Piotr Węgleński) 19992005
Катажина Халасиньска-Мацуков (Katarzyna Chałasińska-Macukow) 20052012
Мартин Палыс (Marcin Pałys) 2012 йылдан

Хәҙерге идаралығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Профессор, доктор Мартин Палыс (пол. dr hab. Marcin Pałys, prof. UW ) – ректор
  • Профессор, доктор Марта Кициньска-Хабёр (пол. Marta Kicińska-Habior) – Студенттар һәм уҡытыу сифаты эштәре проректоры
  • Профессор, доктор Алоизий Новак (пол. Alojzy Nowak) – Фәнни тикшеренеү һәм сит илдәр менән хеҙмәтләштереү проректоры
  • Доктор Анна Гиза-Полещук (пол. Anna Giza-Poleszczuk) – Үҫеш һәм финанс сәйәсәте проректоры
  • Профессор, доктор Тадеуш Томашевский (пол. Tadeusz Tomaszewski) – Кеше ресурстары проректоры

Билдәле сығарылыш студенттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нобель Премияһы лауреаттары
  • Генрик Сенкевич (1846–1916) – Төп Мәктәпте тамамлаған булған, 1905 йылғы лауреат (әҙәбиәт)
  • Юзеф Ротблат (1908–2005) – 1938 йылда физика бүлеген тамамлаған, Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы лауреаты (1995)
  • Менахем Бегин (1913–1992) – Хоҡуҡ һәм Идара бүлеген тамамлаған (1935), Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы лауреаты (1978)
  • Леонид Гурвич (1917–2008) –1938 йылда Хоҡуҡ һәм Идара бүлеген тамамлаған, Иҡтисадтан Нобель Премияһы лауреаты (2007)
Польша Йөмһүриәте Президенттары
  • Казимеж Саббат (1913–1989) – Хоҡуҡ һәм Идара бүлеген тамамлаған (1939), 1986–1989 йылдарҙа Польшаның һөргөндәге Президенты вазифаһын башҡарған
  • Лех Качиньский (1949–2010) – Хоҡуҡ һәм Администрация бүлеген тамамлаған (1971), 2005–2010 йылдарҙа Президент вазифаһын башҡарған
  • Бронислав Коморовский (1952) – Тарих бүлеген тамамлаған (1977), 2010–2015 йылдарҙа Президент
Польша Хөкүмәте башлыҡтары
  • Ян Кухажевский (1876–1952) – 1898 йылда Хоҡуҡ һәм Идара бүлеген тамамлай, 1917–1918 йылдарҙа Польша Короллегенең баш вәзире
  • Леопольд Скульский (1877–1940) – 1903 йылда фармация бүлеген тамамлай, 1919–1920 йылдарҙа хөкүмәт башлығы вазифаһында
  • Тадеуш Мазовецкий (1927-2013) – 1989–1991 йылдарҙа Польшаның Премьер-министры.
  • Ян Ольшевский (1930 йылғы) – 1953 йылда Хоҡуҡ һәм Идара бүлеген тамамлай, 1991–1992 йылда премьер-министр вазифаһында
  • Ярослав Качиньский (1949 йылда тыуған) – 1971 йылда Хоҡуҡ һәм Администрация бүлеген тамамлай, 2006–2007 йылда Хөкүмәт рәйесе вазифаһын башҡара
  • Влодзимеж Цимошевич (1950 йылғы) – 1972 йылда Хоҡуҡ һәм Администрация бүлеген тамамлай, 1996–1997 йылдарҙа Министрҙар Шураһы рәйесе вазифаһында
Башҡа дәүләт сәйәсмәндәре
  • Ицхак Шамир (1915-2012) - 1935 йылда Хоҡуҡ бүлегендә уҡый, 1983–1984 һәм 1986–1992 йылдарҙа Израилдең Премьер-министры
  • Альфа Ғүмәр Конаре (1946 йылғы) - 1974 йылда Тарих бүлеген тамамлай, 1992–2002 йылдарҙа Мали Президенты

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Postanowienie dozwalające Uniwersytetowi Warszawskiemu przyiąć nazwanie Uniwersytetu Królewsko-Alexandrowskiego z dnia 18 (30) marca 1830 r. – Dz.Pr.K.P. Tom XIII, Nr 51, s. 86-90
  2. Dekret Prezydenta Rzeczypospolitej z dnia 26 sierpnia 1935 r. o nadaniu Uniwersytetowi Warszawskiemu nazwy: „Uniwersytet Józefa Piłsudskiego w Warszawie” (Dz. U. z 1935 r. Nr 66, poz. 412)
  3. Kulturologia polska XX wieku, Władysław Tatarkiewicz 2016 йыл 2 октябрь архивланған.
  4. Kulturologia polska XX wieku, Stanisław Ossowski 2013 йыл 15 ноябрь архивланған.
  5. Kulturologia polska XX wieku, Maria Ossowska 2015 йыл 21 май архивланған.
  6. Kalendarium końca PRL z perspektywy Uniwersytetu Warszawskiego(недоступная ссылка)