Эстәлеккә күсергә

Таль Михаил Нехемьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Михаил Таль битенән йүнәлтелде)

Таль Михаил Нехемьевич
латыш. Mihails Tāls
рус. Михаил Нехемьевич Таль
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Латвия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Латвия
 СССР
Ҡушамат Le magicien de Riga
Тыуған көнө 9 ноябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Рига, Латвийская Республика[d][1]
Вафат булған көнө 27 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][3] (55 йәш) или 28 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[5][6] (55 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй[7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][8]
Үлем сәбәбе бөйөр етешмәүсәнлеге[d][8]
Хәләл ефете Salli Landau[d][9]
Һөнәр төрө шахматсы, яҙыусы, журналист, шахматный композитор
Шахматный титул шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d] һәм гроссмейстер[d][6]
Уҡыу йорто Латвия университеты[d]
Спорт командаһы ағзаһы SK Zehlendorf[d] һәм SG Porz[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2620[10]
Ҡатнашыусы Шахматная олимпиада 1958[d][10], Шахматная олимпиада 1960[d][10], Шахматная олимпиада 1962[d][10], Шахматная олимпиада 1966[d][10], Шахматная олимпиада 1972[d][10], Шахматная олимпиада 1974[d][10], Шахматная олимпиада 1980[d][10] һәм Шахматная олимпиада 1982[d][10]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
Болеет за команду Динамо[d][11]
 Таль Михаил Нехемьевич Викимилектә

Таль Михаил Нехемьевич (латыш. Mihails Tāls; 9 ноябрь 1936 йыл — 28 июнь 1992 йыл[12]) — СССР һәм Латвия шахматсыһы, гроссмейстер (1957), шахмат буйынса һигеҙенсе донъя чемпионы (1960—1961).

СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960), алты тапҡыр СССР чемпионы (1957, 1958, 1967, 1972, 1974, 1978), Латвия ССР-ы чемпионы (1953, 1965), СССР командаһы составында шахмат олимпиадаһының һигеҙ тапҡыр еңеүсеһе, команда зачетында студенттар араһында алты тапҡыр — Европа, өс тапҡыр донъя чемпионы, зона-ара турнирҙар (1958, 1964, 1979), дәғүәселәр турниры (1959) еңеүсеһе, донъя беренселегендәге — ике, дәғүәселәр матчының ете уйында ҡатнаша, 44 халыҡ-ара турнир еңеүсеһе, журналист, «Шахматы» журналының баш мөхәррире (1960—1970).

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Нехемьевич Таль Ригала, ике туғандар Нехемий һәм Ида Таль ғаиләһендә тыуа. Ҡайһы бер биографтарының ҡарашына ярашлы, Михаилдың үҙ атаһы ғаилә дуҫы Роберт була[13][14]. Шул уҡ ваҡытта Талдең тол ҡатыны Ангелина һәм ҡыҙы Жанна был мәғлүмәтте кире ҡаға[15]. Ярты йәшлек сағында ул менингит менән ҡаты сирләй. Таль уҡырға өйрәнә, өс йәшендә уның математикаға һәләте асыла, биш йәшендә хәтеренән өс урынлы һандарҙы ҡабатлай ала. 1941 йылда ғаилә Юрла ауылына (хәҙер — Пермь крайының Коми-Пермяк округы) эвакуациялана һәм шунда 1945 йылға тиклем йәшәй. Ете йәше тулғас (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — ун), атаһы уны шахмат уйнарға өйрәтә.

Таль Риганың 22-се урта мәктәбендә уҡый һәм Пионерҙар һарайының шахмат түңәрәгенә йөрөп, спорт мастерлығына кандидат Янис Крузкопста шөғөлләнә. 13 йәшендә — Латыш ССР-ының үҫмерҙәр йыйылма командаһы составында уйнай, 17 йәшендә республика чемпионы була. СССР-ҙың команда чемпионатында (1953) икенсе таҡтала 1-2 урындарҙы бүлешеп, СССР-ҙың спорт мастеры исеменә матчта ҡатнашыу хоҡуғын ала. Унда Белоруссияның күп тапҡырҙар чемпионы В. Сайгинды еңә (1954). 1955 йылда СССР-ҙың 23-сө чемпионатының ярымфиналында 1-се урын яулай һәм бөтә союз беренселегендә сығыш яһай (1956): 5-7 урындарҙы бүлешә.

Был йортта Таль йәшәй (Рига)

1956 йылдың көҙөндә Таль Бөтә союз беренселегенең ярым финалында 5-6-сы урындарҙы бүлешә, киләһе йылда тағы ла финал турнирында ҡатнаша (СССР-ҙың 24-се чемпионаты). Стартта Таль бер нисә еңеү яулай, шул иҫәптән донъя беренселеге матчында ҡатнашыусы Бронштейнды еңә. Турнир уртаһында ул ике партия еңелеп, бер аҙ артта ҡала, әммә финишта шәхси партияла лидерҙарҙың береһен — Кересты еңеп, Бронштейн һәм Толуш менән бергә таблица башында тора. Һуңғы турҙа Таль менән Толуш үҙ-ара уйнай һәм таль һөҙөмтәле һөжүм яһап, еңеү яулай. Бронштейн һуңғы партияһын тигеҙ иҫәпкә уйнағанлыҡтан, Таль ил чемпионы титулын яуоай[16]. Ошо уңыштары өсөн уға гроссмейстер исеме бирелә. Талдең уйынын агрессив стиль айыра һәм көйәрмәндәрҙе уның тәүәккәллеге йәлеп итә[17].

Талдең артабанғы — студенттар араһындағы донъя беренселегендә (1957) һәм Европа чемпионатындағы (1957) сығыштары ла уңышлы була. Илдең 25-се чемпионаты (1958) тағы ла Таль еңеүе менән тамамлана. Порторожа үткән зона-ара турнирҙа талгә иң көслө алтау иҫәбенә инергә генә түгел, совет гроссмейстерҙары араһында икенсе урын яуларға кәрәк була, сөнки ФИДЕ ҡарары буйынса турнирҙа бер илдән дүрт дәғүәсенән артыҡ шахматсы ҡатнаша алмай, ә Керес менән Смыслов үҙҙәренә был хоҡуҡты яулаған була инде[18]. Таль 20 мөмкинлектән 13½ мәрәй йыйып беренсе урынға лайыҡ була. Ул Матановичҡа еңелә, Глигоричты ярты мәрәйг, Бенко менән Петросянды бер мәрәйгә уҙа. Шул уҡ турнирҙа 15 йәшлек Роберт Фишер алтынсы урынға сыға. Донъя чемпионы исеме өсөн көрәшеү хоҡуғын Таль Мюнхенда, 13-сө олимпиадала, иң яҡшы абсолют һөҙөмтә күрһәтеп: 15 мөмкинлектән 13½ (1958) мәрәй туплап, 26-сы СССР чемпионатында (1959) (2-3 урын) һәм Цюрихтағы халыҡ-ара турнирҙа 1-се урын яулап, раҫлай. Дәғүәселәр турнирында (Блед — Загреб — Белград (Югославия), 1959) Таль еңеү яулай (28 мөмкинлектән 20 мәрәй йыя, микроматчта Смысловты, Глигоричты, Фишерҙы, Ф. Олафссонды һәм Бенконы еңә, Петросян менән тигеҙ иҫәпкә уйнай, Пауль Керестан ғына еңелә) һәм донъя чемпионы менән уйнау хоҡуғына эйә була.

1960 йылда донъя чемпионы исеме өсөн матч Мәскәүҙә, А. С. Пушкин исемендәге драма театрында, 15 мартта старт ала. Унда 24 партия уйналырға тейеш була. Уға тиклем Таль менән Ботвинник бер ваҡытта ла бер-береһе менән уйнағандары булмай[14]. Таль беренсе партияла уҡ еңә, артабан бер нисә уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана. Алтынсы-етенсе партияны ла Таль еңә. Һуңынан ике партияла Ботвинник еңеү яулай. 11-се партия бик мөһим була, унда Таль классик манерала уйнап, даими рәүештә позиция өҫтөнлөгөн арттыра барып, һуңынан эндшпиль аша еңеп сыға[19]. Артабан тағы ла тигеҙ иҫәп китә, ахырҙа, 17-се партияла Таль хәлде киҫкенләштерә, цейтнотта Ботвинник тактик һөжүмде күрмәй ҡала. Талдең өҫтөнлөгө өс мәрәйгә етә һәм ул матчты еңеүгә алып бара. 21-се партиялағы тигеҙ иҫәптән һуң, 7 майҙа матч 12½:8½ (еңеүҙәр буйынса 6:2) иҫәбе менән, алдан таммлана.

1960 йылдағы Лейпцигтағы олимпиадала Таль (уңда) Роберт Фишераға ҡаршы

Таль иң йәш донъя чемпионы була (бары тик 1985 йылда ғына уның рекордын Каспаров үтеп китә). Ригала яңы чемпионды ҙур төркөм ҡаршы ала[14]. Талдең уңышын уның Ботвинникка өйрәнелгән юлдан сығырға мәжбүр итеүсе уңайһыҙ позициялар тыуҙырыу менән аңлаталар. Уйынды ҡатмарлаштырыу өсөн таль матди юғалтыуҙарға, йәғни позицияһын насарайтыуға бара, әммә таҡта артында был һәр саҡ уңыш килтерә: Ботвинниктың уңышһыҙ йөрөштәрен Таль оҫта файҙалана[14][20]. Чемпион сифатында Таль 1960 йылда Лейпцигта үткән олимпиадала ҡатнаша һәм 1961 йылда Стокгольмдағы халыҡ-ара турнирҙа еңеү яулай. Шул уҡ йылда донъя чемпионы исеме өсөн матч-реваншта Ботвинниктан еңелә (10 партияла еңелә, 5-һендә — еңә).

Артабанғы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Халыҡтар дуҫлығы» (1981) һәм «Почёт билдәһе» (1960) ордендары менән бүләкләнә.

Таль өс тапҡыр өйләнә. Беренсе йәмәғәте Рига Йәш тамашасы театры артисы Салли (Суламифь) Ландау була. Улар 1958 йылда өйләнешә, 1960 йылда улдары тыуа (төрлө сығанаҡтарҙа исеме Герман тип яҙыла[21][22] и Георгий[23][24]), һуңынан табип булып, Израилгә эмиграциялана. 1970 йылда ғаилә тарҡала.

Таль икенсе тапҡыр грузин артисы менән никахҡа инә, әммә никах ялған була һәм ул шул уҡ йылда ғүмеренең ахырына тиклем бергә ғүмер кисергән машинистка Ангелинаға өйләнә. 1975 йылда ҡыҙы Жанна тыуа. Оҙаҡ йылдар Германияла йәшәйҙәр. 2016 йылда Жанна Рәсәйгә ҡайта[25].

Таль ҡатын-ҡыҙҙар араһында популярлыҡ яулай һәм үҙенең романдары менән билдәле була. Уға ғашиҡ булыусылар араһында артист Кронберг Лариса Ивановна, пианист Давидович Белла Михайловна, бейеүсе Кольцова Мира Михайловнаның исемдәре билдәле[21].

  • Ригала ҡала урамдарының береһен Таль хөрмәтенә үҙгәртеү буйынса инициатива бар[26][27].
  • Риганың Верман паркында Михаил Талгә һәйкәл ҡуйылған.
  • 2001 йылда Латвияла Талгә бағышланған почта маркаһы сығарыла.
  • 2006 йылда Мәскәүҙә Таль мемориалы шахмат турниры үтә.
  • 2011 йылдың 5 сентябрендә Элистала Сити-Чесс шахмат ҡаласығының конференц-залында Михаил талгә бағышлынғын һәм уның исемен йөрөткән Шахмат даны музейы асыла.

Талдең күп китаптары мастер Дамский Яков Владимирович менән авторҙашлыҡта яҙыла. Ике автор ҙа күрһәтелгән ҡайһы бер китаптар Таль вафат булғандан һуң баҫыла, әммә уның әңгәмәләрен, партияларға комментарийҙарын һ.б. үҙ эсенә ала.

  • «Матч Ботвинник-Таль» (1961)
  • «В огонь атаки» (Я. Дамский менән берлектә 1978)
  • «Когда оживают фигуры» (1983)
  • «Компоненты успеха» (Я. Дамский менән берлектә 2005)
  • «На алтарь Каиссы» (Я. Дамский менән берлектә 2006)
  1. 1,0 1,1 Таль Михаил Нехемьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Mikhail Nekhemyevich Tal // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 Mikhail Nekhemievich Tal // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. могила
  5. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  6. 6,0 6,1 Felice G. D., Felice G. D. Chess International Titleholders, 1950–2016 (ингл.)McFarland & Company, 2017. — 369 p. — ISBN 978-1-4766-7132-1
  7. Национальная библиотека Франции — 1537.
  8. 8,0 8,1 Chess24.com — 2014.
  9. http://www.gmsquare.com/SallyTal.html
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 10,7 10,8 OlimpBase (ингл.)
  11. https://www.euro-football.ru/article/29/999902262
  12. На надгробье Таля датой смерти указано 27 июня, однако большинство источников указывает 28 июня
  13. Сосонко, Г. Мой Миша // Мои показания. — Рипол Классик, 2003. — С. 24-33. — 416 с. — ISBN 5-790-52212-2.
  14. 14,0 14,1 14,2 14,3 Шмачков, Л. Партия длиною в жизнь // Советский спорт. — 30 января 2003. — В. 16 (15998).
  15. Комаров, Д.. Интервью Ангелины Таль, Факты (20 ноября 2009). 4 июнь 2010 тикшерелгән.
  16. Кобленц, А. Н. Воспоминания шахматиста. С 110—111.
  17. Авербах, Ю. Л. Таль, Михаил Нехемьевич. Кругосвет. Дата обращения: 23 май 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  18. Кобленц, А. Н. Воспоминания шахматиста. С 126.
  19. Кобленц, А. Н. Воспоминания шахматиста. С 168.
  20. McFadden, Robert Mikhail Tal, a Chess Grandmaster Known for His Daring, Dies at 55. New York Times (29 июнь 1992). Дата обращения: 26 май 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  21. 21,0 21,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; valiev төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  22. Спутники планеты Таль // Огонёк. — 28.10.1996. — В. 44.
  23. Васильев, Ю. Дети Таля // Спорт-Экспресс. — 24 ноября 2009.
  24. Нузов, В. Георгий Таль: Латвия Михаила Таля почти забыла // Чайка. — 19 мая 2006. — В. 10(69).
  25. Politikus.ru > Версия для печати > «Наелась Западом по горло…»
  26. Улица Таля в Риге будет. Но позже. DELFI (7 ноябрь 2001). Дата обращения: 1 июнь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  27. Жданова, Д. Таль вместо Дудаева. Время новостей (8 сентябрь 2009). Дата обращения: 1 июнь 2010. Архивировано 23 август 2011 года.