Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы
Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 май 1933 |
Тыуған урыны | Волга, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2016 |
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы (7 май 1933 йыл — 2016 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. БАССР-ҙың Дәүләкән районы Ленин исемендәге колхоз бригадаһы механигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғиндулла Ғиззәтулла улы Сафиуллин 1933 йылдың 7 майында БАССР-ҙың Дәүләкән районы Волга ауылында тыуа.
Белеме — урта. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1948 йылда Дәүләкән районы Ленин исемендәге колхозда башлай, 1952—1953 йылдарҙа Дәүләкән механизация училищеһында уҡый.
1953—1958 йылдарҙа тракторсы, Суйынсы МТС-ында бригада бригадиры ярҙамсыһы булып эшләй, 1961 йылдан — Дәүләкән районының Ленин исемендәге колхоз бригадаһы механигы.
«Колос» комбайнында эшләп, Ғ. Сафиуллин унынсы биш йыллыҡтың (1976—1980) өс йылында иген һуғыу планын 280—350 процентҡа үтәй. Район механизаторҙары араһындағы социалистик ярышта беренсе урын ала. Уның юғары һөҙөмтәле хеҙмәһе арҡаһында колхоз дәүләткә биш йыллыҡтың өс йылында планда ҡаралған 9 170 тонна иген урынына 9433 тонна һата, йәғни планды 102,8 процентҡа үтәй. 1978 йылдың 5 000 000 тонна хужалыҡ дәүләткә пландағы 3 тонна урынына 5000 тонна иген һата, план 167 процентҡа үтәлә. Һәр гектарҙан 40 центнер борсаҡ, 35,5 центнер арыш һәм шунса уҡ ужым бойҙайы алына. Ғ. Сафиуллин биш йыллыҡтың өс йылында «Колос» комбайнында 39 000 центнерҙан ашыу иген һуға. 1978 йылда ғына ул 5000 центнер урыныа 17 523 центнер һуғып ала, шул уҡ ваҡытта 10 процент яғыулыҡ-майлау материалдарын экономиялай.
1978 йылда производствола һәм дәүләткә иген һәм ер эшкәртеүҙең башҡа продукттарын һатыуҙа ҡаҙанған ҙур уңышы өсөн Ғ. Ғ. Сафиуллинға СССР Юғары Советы Президиумының 1979 йылдың 12 апрелендәге Указы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1993 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Ленин исемендәге колхозда тракторсы булып эшләй.
Артабан Дәүләкән ҡалаһында йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979)
- ике Ленин ордены (1973, 1979)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966).
- миҙалдар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 май 2021)