Эстәлеккә күсергә

33-сө армия (СССР)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
33-сө армия
Нигеҙләү датаһы 1941
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1945
33-сө армия хәрбиҙәре зыяратына ингән урындағы мемориал (Цыбинка ҡалаһы, Польша).
33-сө армия хәрбиҙәре зыяратына ингән урындағы мемориаль таҡтаташ (Цыбинка ҡалаһы, Польша).
Мемориаль таҡтаташ (Цыбинка ҡалаһы, Польша).
33-сө армия офицерҙары хәрби мемориаль зыяраты. Вольштын ҡалаһы, Польша.

33-се армия (33 А) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы Көстәре РККА составындағы оператив хәрби берекмәһе (ғәскәри армияһы).

Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — II дәрәжә Суворов ордены, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы «Томашув» исеменә лайыҡ булалар.

33-сө армия 1941 йылдың июлендә Мәскәү хәрби округында булдырыла[1] Башта уға 1, 5, 9, 17, 21-се халыҡ ополчениеһы дивизиялары һәм башҡа бер нисә артиллерия һәм башҡа частары инә. 18 июлендән армия Можайск обороналау линияһы фронтына индерелә һәм 22 июлдән Карачарово, шустики рубежында оборона тота. 30 июлдән Резерв фронтына инә һәм үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ржев-вязьма обороналау рубежында оборонала тора.

3 октябрҙән 1941 йылғы Калуга операцияһында, 13 октябрҙән Көнбайыш фронты составында 1941 йылғы Можайск-Малоярославец операцияһында ҡатнаша.

1941 йылдың 14 октябрендә 3-сө армия яугирҙары немецтарҙың алдынғы частары менән осрашалар һәм бик көслө һөжүм яһап, тәүге әсирҙәрҙе алалар — 258-се немец пехота дивизияһы һалдаттарын

24 октябргә ҡарата армия ғәскәрҙәре дошманды нара йылғаһында туҡтата. Декабрь башында 5А менән берлектә көсөргәнешле алыштарҙа немец ғәскәрҙәре төркөмөн тар-мар итәләр һәм Нара йылғаһы буйлап оборонаны тергеҙә.

1941 йылдың декабре — 1942 йылдың апрелендә армия Мәскәү тирәһендәге контрһөжүмдә һәм көнбайыш йүнәлешендәге дөйөм һөжүмдә ҡатнаша һәм Наро-Фоминск (1941 йылдың 26 декабрендә) һәм Боровск (1942 йылдың 4 ғинуарында) ҡалаларын азат итә.

1942 йылдың 19 ғинуарында Вереяны азат итә. Февраль башына Вязьма тирәһенә сыға һәм 1-се гвардия кавалерия корпусы менән берлектә туҡтап тормайынса ҡаланы яулап алырға маташа. Дошман көслө контрударҙар менән армияның бер өлөшөн һәм корпусты Көнбайыш фронтының төп көстәренән айыра. Дошман тылында хәрәкәт итеп, армия частары башҡа берекмәләре менән берлектә 1942 йылдың июненә тиклем ҙур районды тотоп торалар. Ауыр алыштар барышында яраланған командарм Михаил Григорьевич ефремов ҡамауҙа һәләк була(әсирлеккә эләкмәҫ өсөн атып үлтерелә). Икенсе Вязьма алышы ваҡытында ҡамауҙа алыштар һөҙөмтәһендә 1942 йылда кдр составынан 10 000 кеше юғалтыла.

1942 йылдың июнь башында армия күп кенә частары фронт ҡамауынан сығыуға һәм көнбайыш һәм Калинин фронттары менән тоташыуға өлгәшәың өҙөп һәм күп өлөшө ҡамауҙа менән тоташа.

1942 йылдың 2-се яртыһында армия ғәскәрҙәре Гжатск, Юхнов рубежын обороналайҙар. 1943 йылдың мартында 1943 йылғы Ржев-Вязьма һөжүм операцияһында ҡатнаша, уның барышында 5А менән берлектә Вязьма ҡалаһын (12 март) азат итәләр, Угра йылғаһының көньяҡ ярына сығалар һәм оборонаға күсәләр.

1943—1945 йылдарҙа хәрби операциялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың октябрь аҙағында 33-сө армияһына 21-се армияһы ғәскәрҙәре тапшырыла.

1943 йылдың йәйендә көҙөндә армия 1943 йылғы Смоленск операцияһында ҡатнаша. Ленино тирәһендәге алыштарҙа октябрҙә армия составында Т. Костюшко исемендәге 1-се Варшава пехота дивизияһы (Польша) тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. 1943 йылдың декабрь башында армия резерв фронтына сығарыла. Артабан, 1943 йылдың аҙағында — 1944 йылдың башында, армия Көнбайыш фронтының һөжүм операцияларында Богушев һәм Витебск йүнәлештәрендә ҡатнаша. 1944 йылдың апрелендә Орша йүнәлешенә күсерелә һәм июнь аҙағына тиклем Баево, Драбин рубеждарын обороналай.

Һуңынан 2-се Белорус һәм 3-сө Белорус фронттарында немец ғәскәрҙәрен Белоруссияла тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылғы Могилев операцияһында уның ғәскәрҙәре Проня, Бася, Днепр йылғаларын аша сығалар, Шклов ҡалаһын азат итәләр (27 июнь) һәм операция аҙағында Друть һәм Днепр араһына сығалар.

1944 йылғы Минск операцияһында армия 50-се һәм 49-сы армиялар менән берлектә Минскиҙан көнсығышыраҡ ҡамауға эләккән дошман төркөмөн ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Артабан 3-сө Белорус фронтының 2-се эшелонын тәшкил итеп, Неман йылғаһына сыға һәм Алитус ҡалаһы тирәһендә туплана. 1944 йылдың июль аҙағында — августа Каунас операцияһында ҡатнаша, уның барышында Көнсығыш Пруссияға килеп сыға. 1944 йылдың сентябрендә ВГК Ставкаһы резервына сығарыла әм 18 октябрҙә1-се белорус фронты составына индерелә.

1945 йылғы Варшава-Познань операцияһында Пулав плацдармынан Шидловец, Опочно, Калган йүнәләшендә һөжүм итә.Операцияның аҙағына Одер йылғаһына сыға, уның аша сыға һәм плацдармды баҫып ала.

1945 йылдың 13 апрелендә сәғәт 5:15-тә артподготовканан һуң 1-се пехота дивизияһы полктары (РОА) 33-се армияның 119-сы укрепрайонын һөжүмләйҙәр. 3-сө полктың атакаһы һөжүм итеүеләр өсөн ҙур юғалтыуҙар менән кире ҡағыла. Атака ҡабатлана, әммә шундуҡ тонсоға. 2-се полк плацдармды төньяҡтан 12 танк һәм бер нисә үҙйөрөшлө орудиелар ярҙамында һөжүмләй һәи киләһе көнгә тиклем урынынан шылмай. Дөйөм дивизия юғалтыуҙары 370 кеше тәшкил итә. Дивизия командиры Буняченко дивизияны тылға алып сығырға ҡуша, артабан дивизия Чехияға юллана[2].

1945 йылғы Берлин операцияһында 1-се Украин һәм 1-се Белорус фронттары армиялары менән берлектә Берлиндан көньяҡ-көнсығыштан ҡамауға эләккән немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Хәрби ғәмәлдәрҙе армия 6 майҙа Десау ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышыраҡ тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы, ҡаһарманлығы һәм хәрби оҫталығы 33-сө армияның тиҫтәләгән мең яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, ә 116 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

1945 йылдың авгусында тарҡатыла. Ә идаралығы Смоленск хәрби округы идаралығын булдырыу өсөн йүнәлтелә.

Армия командованиеһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • комбриг Онуприенко Д. П. (июль — октябрь 1941 25)
  • генерал-лейтенант М. Г. Ефремов (25 октябрь 1941 — апрель 1942)
  • армия генералы К. А. Мерецков (май — июнь 1942)
  • генерал-лейтенант М. С. Хозин (июнь — октябрь 1942)
  • генерал-полковник В. Н. Гордов (1942 октябрь — март 1944)
  • генерал-полковник И. Е. Петров (март — апрель 1944)
  • генерал-лейтенант Д. В. Крюченкин (апрель — июль 1944)
  • генерал-лейтенант С. И. Морозов (июль — сентябрь 1944)
  • генерал-полковник В. Д. Цветаев (октябрь 1944—1945)

Штаб начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • генерал-майор А. П. Покровский (1942)
  • генерал-майор Н. В. Пастушихин (июль 1944)
  • генерал-майор В. П. Орлеанский (һуғыш аҙағына тиклем)

Хәрби Советы ағзалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • генерал-майорР. Н. Бабийчук (март 1942—һуғыш аҙағына тиклем)
  1. «Ташкент» — Ячейка стрелковая / [под общ. ред. А. А. Гречко]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1976. — С. 115. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 8).
  2. Годовщина формирования 1-й пехотной дивизии РОА. Дата обращения: 13 июнь 2017. Архивировано 19 август 2014 года. 2014 йыл 19 август архивланған.
  • Тридцать третья армия // «Ташкент» — Ячейка стрелковая / [под общ. ред. А. А. Гречко]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1976. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 8).
  • Жоров И. В тылу врага под Вязьмой // Военно-исторический журнал. — 1965. — № 6.
  • Мельников, Владимир. Трагедия и бессмертие 33-й армии. — Патриот, 2006.
  • Михеенков, Сергей. Трагедия 33-й армии. Ржевско-Вяземская наступательная операция. 1942. — М.: Центрполиграф, 2012. — 383 с. — (Забытые армии. Забытые командармы). — 3000 экз. — ISBN 978-5-227-03226-3.
  • Свердлов Ф. Д. Трагедия 33-й армии // Ошибки Г. К. Жукова. — М.: Монолит, 2002. — ISBN 5-85868-114-X..
  • История второй мировой войны. 1939—1945. Т. 4—10. М., 1975—79;
  • История Великой Отечественной войны Советского Союза. 1941—1945. Т. 2—5. М., 1963—64
  • Капусто Ю. Последними дорогами генерала Ефремова. По следам вяземской трагедии 1942 года. ИПЛ, 1992.
  • Фридман Б. Мои военные дороги. — Рудомино. 2015.