Эстәлеккә күсергә

3-сө гвардия армияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
3-сө гвардия армияһы
Нигеҙләү датаһы 1942
Рәсем
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1945

3-сө гвардия армияһы — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы Көстәре составындағы оператив хәрби берекмә (ғәскәри армия).

1943 йылдың 2 февраленән алып 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (8-се кавалерия корпусы) 3-сө гвардия армияһы (командующий генерал-лейтенант Д. Д. Лелюшенко) составында һуғыша.

1943 йылдың фералендә дивизия Ворошиловоград ҡалаһына табан дошман тылына төпкә үтеп инә. 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград өлкәһе Петровское һәм Юлино ауылдары араһынан рейдтан сыҡҡан саҡта дивизия генерал-майоры М. М. Шайморатов һәләк була.

3-сө гвардия армияһы 1942 йылдың декабрендә ВГК Ставкаһының 1942 йылдың 5 декабрендәге директиваһына ярашлы Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында булдырыла. 3-сө гвардия армияһы 1-се гвардия армияһын үҙгәртеп ҡороу барышында барлыҡҡа килә. Армия составына 14-се уҡсылар корпусы, 50-се гвардия, 197-се, 203-сө һәм 278-се уҡсы дивизиялар, 90-се һәм 94-се айырым уҡсылар бригадалары, 1-се гвардия механизацияланған корпусы, 22-се мотоуҡсылар бригадаһы, шулай уҡ 3 танк полкы.

Армия «Уран» операцияһы хәрби ғәмәлдәренә индерелә, уның барышында Урта Донда дошманды юҡ итеүҙә һәм Сталинград тирәһендә дошман ғәскәрҙәре төркөмөн ҡамауҙан сығармау буйынса хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнаша.

Ғинуар-февралдә армия Ворошиловоград һөжүм операцияһында ҡатнаша, һуңынан армия Северский Донец тирәһенә күсерелә, унда обороналау алыштарында ҡатнаша.

Август-сентябрҙә армия — Донбасс операцияһында, октябрҙә — Запорожье операцияларында ҡатнаша. Запорожье операцияһы барышында 8-се гвардия армияһы менән берлектә дошмандың укрепрайонын йырып үтә һәм 14 октябрҙә Запорожье ҡалаһын азат итә, шулай уҡ Днепрҙың һул ярында дошман плацдармын ҡыйрата.

18 октябрҙә армия Көньяҡ фронты составына индерелә, 20 октябрҙә әлеге фронт 4-се Украин фронты итеп үҙгәртелә. Фронт составында армия Никополь дошман плацдармын юҡҡа сығарыу буйынса бик ҡаты алыштар алып бара.

Ғинуар-февралдә 3-сө гвардия армияһы Никополь-Кривой Рог операцияһында ҡатнаша. Туҡтап тормайынса Днепр аша сыға һәм 6-сы армия менән бер рәттән 8 февралдә Никополь ҡалаһын азат итә. Никополь.

13 февралдә армия ВГК Ставкаһы резервына сығарыла, ә 18 апрелдә 1-се Украин фронты составына индерелә, уның составында армия Львов Сандомир операцияһында, дошмандың оборонаһын өҙөп, һуғыша-һуғыша 250 километр тирәһе үтә, шул уҡ ваҡытта Сан һәм Висла йылғалары аша сыға. Башҡа армиялар менән бергә 3-сө гвардия армияһы Висланың һул ярындағы Сандомир плацдармын яулап ала һәм артабан Польшаны азат итә.

Ғинуарҙа һәм февралдә армия 1-се Украин фронты составында һәм 1-се Белорус фронтының һуң яғы берекмәләре менән бер рәттән немецтарҙың Островцы-Опаты төркөмөн ҡыйрата һәм алыштар менән 450—470 километр үтеп, Нейса йылғаһына сыға.

Апрель һәм май айҙарында армия Берлин һөжүм операцияһында ҡатнаша. 1-се Украин фронтының уң флангыһында һөжүм итеп, армия көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан немецтарҙың Франкфурт-Губен төрөкмө ғәскәрҙәрен уратып ала һәм уны ҡыйратҡандан һуң Берлин йүнәлешенән Дрезден йүнәлешенә дислокациялана һәм унда Прага операцияһында ҡатнаша.9 майҙың таңында 3-сө танҡк армияһы һәм 4-се гвардия танк армиялары артынан Прагаға аяҡ баҫа.

3-сө гвардия армияһы 1945 йылдың июлендә тарҡатыла.

  • генерал-лейтенант Лелюшенко Дмитрий Данилович (декабрь 1942 — март 1943);
  • артиллерия генерал-майоры Хетагуров Георгий Иванович (март — август 1943);
  • генерал-лейтенант . Лелюшенко Дмитрий Данилович (август 1943 — февраль 1944);
  • генерал-лейтенант Рябышев Дмитрий Иванович (февраль — март 1944);
  • генерал-полковник Гордов Василий Николаевич (апрель 1944 — һуғыш аҙағына тиклем).

Хәрби советы ағзалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • полковник, генерал-майор Колесниченко Иван Сазонович (декабрь 1942 — һуғыш аҙағына тиклем).

Армия штабы начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • генерал-майор Крупенников Иван Павлович (август — декабрь 1942 , Миллерово тирәһендә әсирлеккә эләгә);
  • артиллерия генерал-майоры Хетагуров Георгий Иванович (декабрь 1942 — декабрь 1943);
  • генерал-майор Ребриков Корней Григорьевич (декабрь 1943 — май 1944);
  • генерал-майор Рыбальченко Филипп Трофимович (май — декабрь 1944);
  • генерал-лейтенант Любарский Степан Иванович (декабрь 1944 — апрель 1945);
  • генерал-майор Зелинский Николай Николаевич (апрель 1945 — һуғыш аҙағына тиклем).

Инженер ғәскәрҙәре начальниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • генерал-майор Гусев Александр Никифорович (декабрь 1942 — һуғыш аҙағына тиклем).