Баш командование ставкаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баш командование ставкаһы
Рәсем
Дәүләт Flag of the Soviet Union.svg СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Баш командование ставкаһы (ВГК Ставкаһы, СВГК) — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет Ҡораллы Көстәре менән стратегик етәкселек иткән ғәҙәттән тыш юғары хәрби идара органы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 23 июнендә Ҡыҙыл Армияһының Баш Хәрби советы бөтөрөлә. Шул уҡ көндө, ССР Союзы Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының 825-се ҡарарына ярашлы ССР Союзы Ҡораллы көстәренең Баш командование ставкаһы булдырыла. Уның составына С. К. Тимошенко (рәйесе), Г. К. Жуков, И. В. Сталин, М. В. Молотов, К. Е. Ворошилов, С. М. Буденный, Н. Г. Кузнецов инәләр.

Председательство наркома обороны СССР маршала С. К. Тимошенко было лишь номинальным. Как члену Ставки, мне пришлось присутствовать только на одном из этих заседаний, но нетрудно было заметить: нарком обороны не подготовлен к той должности, которую занимал. Да и члены Ставки тоже. Функции каждого были не ясны — положения о Ставке не существовало. Люди, входившие в её состав, совсем и не собирались подчиняться наркому обороны. Они требовали от него докладов, информации, даже отчёта о его действиях. С. К. Тимошенко и Г. К. Жуков докладывали о положении на сухопутных фронтах…[1]|цитата}}.

1941 йылдың 10 июлендә Ғәскәрҙәр командованиеларының Төп йүнәлештәрен (Төньяҡ-Көнбайыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ-Көнбайыш) булдырыу сәбәпле Дәүләт оборона комитеты ҡарарына ярашлы Баш командующий ставкаһы итеп үҙгәртелә, уның рәйесе итеп И. В. Сталин тәғәйенләнә, ә составына Б М. Шапошников индерелә.

1941 йылдың 8 авгусында Юғары баш командование ставкаһы (СВГК) итеп үҙгәртелә.

1945 йылдың 17 февралендә Дәүләт оборона комитеты (ГКО) ҡарары менән Баш командование ставкаһының составы билдәләнә: И. В. Сталин (баш командующий), Г. К. Жуков (СССР Оборона халыҡ комиссары урынбаҫары), А. М. Василевский (Оборона халыҡ комиссары урынбаҫары), Антонов А. И., Булганин Н. А., Кузнецов Н. Г.

Баш командование ставкаһы (СВГК) үҙенең эшмәкәрлеген Дәүләт оборона комитеты (ГОКО) етәкселеге аҫтында алып бара.

Бөтә һуғыш дауамында СВГК Мәскәүҙе ташлап китмәй. Башта ставка ағзалары Кремлдәге Сталин кабинетында йыйылалар, Мәскәүҙе бомбаға тотоу башланғас, Кремлдән Киров урамындағы 37-се йортҡа күсәләр, йорт ҙур булмаһа ла, бында эш кабинеттары һәм элемтә ышаныслы була. Бомбаға тотҡан саҡта «Киров» станцияһына күсеп торалар, унда ставка менән идара итеү буйынса ер аҫты стратегик үҙәк булдырыла.

1945 йылдың октябрендә СВГК бөтөрөлә.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

23 июнь — 10 июль 1941 10 июль 1941— 17 февраль 1945 йыл 17 февраль — 3 август 1945
рәйесе Тимошенко Семен Константинович Сталин Иосиф Виссарионович Сталин Иосиф Виссарионович
составы Сталин Иосиф Виссарионович Тимошенко Семен Константинович Антонов Алексей Иннокентьевич
Жуков Георгий Константинович Жуков Георгий Константинович Жуков Георгий Константинович
Будённый Семён Михайлович Будённый Семён Михайлович Василевский Александр Михайлович
Ворошилов Климент Ефремович Ворошилов Климент Ефремович Булганин Николай Александрович
Кузнецов Николай Герасимович Шапошников Борис Михайлович Кузнецов Николай Герасимович
Молотов Вячеслав Михайлович Молотов Вячеслав Михайлович

Формированиелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Баш командование ставкаһы ҡарамағындағы Партизан хәрәкәтенең үҙәк штабы (ЦШПД)
  • Ҡыҙыл Армияның реактив артиллерияһы формированиелары (ГМЧ), 1941 йылдың 8 сентябренән 1943 йылдың 24 апреленә тиклем;
  • СССР алыҫ хәрәкәте авиацияһы;
  • Гвардия армиялары.

СВГК-ның билдәле бойороҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Приказ СВГК № 270 от 16 августа 1941 года «Об ответственности военнослужащих за сдачу в плен и оставление врагу оружия».
  • Приказ СВГК № 0428 от 17 ноября 1941 года «Разрушать и сжигать до тла все населённые пункты в тылу немецких войск …»

Адрестары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кремлдәге Сталиндың кабинеты.
  • һуғыш башынан һәм 1941 йылдың аҙағына тиклем 41 — Киров урамы, 37-се йорт (Докучаев-Солдатёнков элекке йорто), һуңғараҡ унда СССР Оборона министрының һәм Рәсәй Оборона минстрының ҡабул итеү бүлмәһе була)
  • 1942 йылдан алып — Кремлдә.
На протяжении всей войны ставка находилась в Москве. Это имело большое моральное значение. В связи с угрозой вражеских ударов с воздуха в начале июля из Кремля она была переведена в район Кировских ворот в небольшой особняк с надежным рабочим помещением и связью, а через месяц поблизости, на перроне станции метро «Кировская», расположились и операторы генерального штаба — рабочего органа ставки.

— Г. К. Жуков.

Документтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Юғары баш командующий
  • Юғары Баш Главнокомандование резервы
  • Юғары баш командующий ставкаһы (беренсе донъя һуғышы)
  • 270-се бойороҡ
  • 227-се бойороҡ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Василевский А. М. Дело всей жизни. 4-е изд. М., Политиздат, 1983.
  • Колл. авт. Великая Отечественная война 1941—1945: Словарь-справочник / Под общей редакцией М. М. Кирьяна — 2-е изд. — М.: Политиздат, 1988. — ISBN 5-250-00107-6.
  • Военный энциклопедический словарь. М., Военное издательство, 1984.
  • Горьков Ю. А. И. В. Сталин и Ставка ВГК // Военно-исторический журнал. — 1995. — № 3. — С.20—25.
  • Горьков Ю. А. К истории создания Госкомитета Обороны и Ставки Верховного Главнокомандования. По новым архивным материалам // «Новая и новейшая история». — 1999. — № 4. — С.17—34.
  • Горьков Ю. А. Кремль. Ставка. Генштаб. — Тверь: РИФ ЛТД, 1995. — 384 с.
  • Н. Г. Кузнецов Накануне — М.: Воениздат, 1969. — 376 б. — (Военные мемуары). — 200000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]