Макаев Ғариф Дәүләт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Макаев Гариф Давлетович
Файл:Makaev Garif Davletovich.jpg
Полковник Г.Д.Макаев
Тыуған ваҡыты

14 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны

Оренбургская губерния

Үлгән ваҡыты

22 ғинуар 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Воронеж

Хеҙмәт иткән урыны

СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

1926-1955

Хәрби звание

полковник

Командалыҡ итеү

313 кавполк 112 кавдивизии

Макаев Ғариф Дәүләт улы (14 февраль 1904 йыл — 22 ғинуар 1981 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы командиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғариф Дәүләт улы Макаев Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Никитино ҡасабаһында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Никитино ауылы) тыуған. Ғаиләлә өлкән бала була. 7 класс тамамлай.

РККА-ла — 1926 йылдан. 1926—1929 йылдарҙа 8-се Гомель кавалерия дивизияһының 43-сө кавалерия полкында хеҙмәт итә (Ырымбур ҡалаһы).[1]

1929—1932 йылдарҙа — Берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбенең кавалерия бүлеге курсанты (Ҡаҙан ҡалаһы). ВКП(б) ағзаһы — 1930 йылдан[2]

Хәрби мәктәпте тамамлғандан һуң шунда уҡ курсанттар взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Взвод командиры урынбаҫары булып буласаҡ Советтар Союзы Геройы Кусимов хеҙмәт итә[3].

1932—1933 йылдарҙа 1-се Ырымбур кавалерия дивизияһының 45-се кавалерия взводы командиры булып хеҙмәт итә (Орск ҡалаһы).

Кавалерия әҙерлеге буйынса тәжрибәле инструктор булараҡ Макаев йыш ҡына армия ярыштарында ҡатнаша. Ул шәхси рекорд эйәһе — 2 метр бейеклек кәртә аша кавалерия атында һикерә[4]

1935 йылда 11-се Ырымбур кавалерия дивизияһы Белорус хәрби округына күсерелә (Пухович ҡалаһы).

1937 йылда командирҙар составын камиллаштырыу кавалерия курстарын тамамлай (Новочеркасск ҡалаһы).

1940 йылдың июлендә 11-се кавалерия дивизияһы частары 6-сы механизацияланған корпусы 7-се танк дивизияһын булдырыу өсөн ебәрелә.

1940 йылдың ноябренән — 84-се айырым моторлашҡан дивизияһы 201-се мотоуҡсылар полкы командиры (Литва)[1]. Был дивизия совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнаша.

1941 йылдың 22 июненән 1 авгусына тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яралана. Һауыҡҡандан һуң, 1941 йылдың ноябренән, Чкалов кавалерия училищеһында уҡыта (Ырымбур ҡалаһы).

1941 йылдың 7 декабрендә майор Макаев, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалерия полктарының береһен етәкләү өсөн, Өфөгә ебәрелә.

Тәжрибәле кавалерист-инструктор майор Макаев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (4 ай) үҙенең кавалерия полкында яңы ғына хеҙмәткә алынған кешеләрҙән бик шәп һыбайлылар әҙерләүгә өлгәшә.

1942 йылдың майынан М. М. Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы командиры вазифаһында етәкселек итә.

Тәүге наградаһын — Ҡыҙыл Йондоҙ ордены — 1942 йылдың июлендә Олым йылғаһы буйында обороналау алыштары өсөн ала (Брянск фронты). 1942 йылдың октябрендә уға подполковник дәрәжәһе бирелә.

1942 йылдың 20 ноябрендә, Сталинград һөжүм операцияһында (Көньяҡ-Көнбайыш фронты) ҡатнашып, 1943 йылдың мартында ҡаты яралана һәм тыл госпиталендә 1943 йылдың 1 мартына тиклем дауалана.

1943 йылдың 9 авгусынан командир урынбаҫары булып хеҙмәт итә, 1944 йылдың 14 ғинуарынан 7‑се запастағы полкының 4-се запастағы кавалерия бригадаһы САВО (Алматы ҡалаһы) командиры була. Бригада тик кавалерия корпустарын тулыландырыу менән шөғөлләнә. 1944 йылдың йәйендә бригада Киев хәрби округына (Изяславль ҡалаһы) бандерсылар менән көрәш алып барыу өсөн ебәрелә. 1946 йылда полковник званиеһы бирелә.

1947 йылдың июненән Байкал аръяғы хәрби округындағы Онон хәрби йылҡы завод ы начальнигы. Онон районы Байҡал аръяғы крайының көньяғында урынлашҡан, Монголия менән сиктәш.

1948 йылдан 7-се кавалерия дивизияһының 16-сы кавалерия полкы менән етәкселек итә. 1948 йылдың аҙағында С. М. Буденный исемендәге Байраҡ юғары офицерҙар кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрелә (Мәскәү).

1949 йылдан алып 1-се Атлы Армия исемендәге Тамбов Ҡыҙыл Байраҡ кавалерия училищеһы начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. (Кирсанов ҡалаһы, 1954 йылдан — Тамбов техник хәрби артиллерия училищеһы). 1955 йылдың март айында запасҡа ебәрелә[5]

Воронеж ҡалаһында йәшәй. 1981 йылда[6] йәки 1983[1] йылда вафат булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Борис Малородов Дивизия тарихындагы билгесез сәхифәләр (татарский) // Кызыл Тан : газета. — 2014.
  2. Макаев Гариф Давлетович.
  3. Рамазан Уметбаев. Генерал Кусимов. — Уфа: Китап, 1995. — С. 53. — 328 с.
  4. Рамазан Уметбаев. Генерал Кусимов. — Уфа: Китап, 1995. — С. 62. — 328 с.
  5. Военная история башкир. 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
  6. Макаев Гариф Давлетович. 2019 йыл 5 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, Китап. 1999.
  • Борис Малородов. Дивизия тарихындагы билгесез сәхифәләр. // «Кызыл Тан». 23.01.2014. (тат.)
  • Макаев Гариф Давлетович. // Военная история башкир. Энциклопедия. — Уфа, 2012. — С. 245.
  • Рамазан Уметбаев. Генерал Кусимов. — Уфа, Китап. 1995.