Атаев Анаклыч
Атаев Анаклыч | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Ташуғыҙ вилайәте, Төркмәнстан |
Вафат булған көнө | 22 ғинуар 1943 |
Вафат булған урыны | Белая Калитва, Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Белая Калитва |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] һәм Сухопутные войска СССР[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Анаклыч Атаев (1912—1943) — Көньяҡ-көнбайыш фронты 5-се танк армияһы, 8-се кавалерия корпусы 112-се ирекле башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы эскадрон командиры, лейтенант, Советтар Союзы Геройы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған Төркмәнстандың Дашогуз виләйәте (хәҙерге Рухубелент этрапы) Бедиркент тораҡ пунктында 1912 йылда крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — төрөкмән.
Чарджоу педагогия техникумын тамамлаған, һуңынан Тахта ҡала тибындағы ҡасабала мәктәп директоры, Осоавиахимдың Ташауз өлкә советы инструкторы булып эшләгән.
1934-1937 һәм 1941 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
294-се кавалерия полкының (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 5-се танк армияһы, 8-се кавалерия корпусы, 112-се ирекле башҡорт кавалерия дивизияһы) 1-се эскадрон командиры.
1943 йылдың 21 ғинуарында Атаев подразделениеһы Ростов өлкәһе Белая Калитва ҡалаһы районындағы дошман оборонаһының 79,9-сы өҫтөнлөклө бейеклеген яулай һәм ярҙам килгәнгә тиклем уны ҡулында тота.
21 ғинуарға ҡаршы төндә көн ныҡ һыуыҡ була, ҡалын ҡар яуа. Яугирҙар мина яланын үтеп, дошман уты нөктәләренә яҡынлаша. Төркөм радисы дивизия команда пункты менән бәйләнеш тота… Унлаған орудие немец окоптарына ут аса. Яугирҙәр траншеяларҙы баҫып ала, блиндаждарға гранаталар ырғыта, һуңынан атакаға күтәрелә һәм тере ҡалған гитлерсыларҙың ҡаршылығын баҫтыра. Бейеклек яулана.
Таң атыуға дошман пехота һәм бронетранспортерҙарҙы атакаға ташлай. Атаев яугирҙәре атаканы кире ҡаға, әммә дошман ҡыҫымы көсәйә. Төнгә ҡаршы артиллерия ышығында ике эсэс ротаһы атакаға күсә. Лейтенант Атаев яугирҙәрҙе контратакаға күтәрә, немецтар ҡасып китә, әммә бейеклек һаҡсыларының рәте кәмей. Көн аҙағына 17 кеше тере була. Һуғыш ҡараңғы төнгә саҡлы дауам итә. Дошман 200 кешеһен юғалта. Хәүефле төн килә, аҙ һанлв отрядтың һуғыш ҡоралдары бөтә, барлығы ун танкка ҡаршы граната ҡала. Атаев ҡалған яугирҙәрҙе йыя: «Һуңғы патронға тиклем һуғышырға, бейеклекте бирмәҫкә!» -ти. Ул паторндарҙы самалап тотонорға бойора.
Иртәнсәк фашистарҙың бер пехота батальоны, ун танкы ғәрәсәтле ут аса. Атака кире ҡағылабыла отбита, әммә тиҙҙән икенсеһе башлана. Яугирҙәр, позиция алыштырып, һуңғы сиккә еткәнсе алыша. Дошман ике танкыһын юғалта, әммә тағы өсөнсөһөн, артабан дүртенсеһен башлай. Бейеклек һаҡсыларының һуғыш ҡоралдары ҡалмай. Һуңғы алышта атаевсылар ҡул һуғышына күсә, штык, приклад, ҡылыс, хәнйәр кинжал, янар май тултырылған шешәләр менән ҡаршы тора.
Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов оборона тотоусыларҙың һирәк атҡан тауыштарын шомланып тыңлай, йылға аша сығыуҙы ашыҡтыра. Бейеклек һаҡсыларына ярҙамға тыҙ кешенән торға төркөм булдыралар. 17 сәғәткә бейеклектә атыш тына. Бейеклеккә барып етер өсөн, төркөмгә йылға аша сығырға, ҡалған гитлерсыларҙы ҡырырға кәрәк була. Әммә ярҙам һуңлай.
Бейеклектең һәр бер метры шартлауҙар менән аҡтарылған, танктар һәм бронемашина төтәп ята. Атаевсылар окоптарының тирә-яғы фашистов мәйеттәре менән ҡапланған. Брустверҙа Анаклыч Атаев һәм башҡа яугирҙәрҙең мәйете. Геройҙың күкрәген һәм һәләк булыр алдынан ҡустыһына, улын тәрбиәләүҙе үтенеп яҙған хатын пуля тишеп үткән. Атаев 22 ғинуарҙа һәләк була. Белая Калитва ҡалаһының Ҡорбан Көрәшселәр павший майҙанында ерләнгән. Атаевсылар барыһы ла һәләк була, әммә бейеклекте бирмәй.
Бейеклек һаҡсылары мөһим стратегик бурысты үтәргә ярҙам итә — һөжүм итеүсе ғәскәрҙәрҙең Северский Донец йылғаһы аръяғында плацдармын киңәйткән. Шуның менән Ҡыҙыл Армияның һөжүм итеүсе частарына Украина ерҙәрен азат итеү мөмкинлеген биргән. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының бер төркөм яугирҙәре батырлығы тураһындағы хәбәр бөтә илгә мәғлүм була. Атаевсылар ҡаһарманлығы хаҡында үҙәк гәзиттәрҙә яҙалар[2].
Ике тәүлек өҙлөкһөҙ һуғышта аҙ һанлы эскадрон, өс йөҙ самаһы гитлерсыны, өс танкты, бронемашинаны юҡ итеп, дошмандың ете контратакаһын кире ҡаға.
Замандаштары хәтирәләрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ошо ҡан ҡойғос һуғыштарҙа Төркмәнстандың данлыҡлы улы гвардия лейтенанты Анка Клыч (Анаклыч) Атаев үҙ исемен мәңгеләштерҙе[3]. Уның 29 кешенән торған ҡылыслы эскадронына 112-се кавдивизияны флангтан һәм тылдан ҡурсалау маҡсатында, дошмандың нығытылған бейеклеген яулап алырға бойороҡ бирелә. Эскадрон тәүәккәл һөжүм налёт менән гитлерсыларҙы бер нисә кирбес ҡоролманан ҡыуып сығара һәм бейеклектә нығына. Дошман был мөһим терәк пунктты ҡабаи яуларға тырыша. Артиллерия һәм бронемашиналар ярҙамында немец автоматсылары бер көн эсендә бер төркөм атлыларҙы уңышһыҙ атакалай.
Икенсе көндө Атаев эскадронына немец пехотаһы батальоны 16 танк ярҙамында һөжүм итә. Кавалеристар автоматтар, карабиндар, ҡылыстар шашки, икеүөс тиҫтә танкка ҡаршы һәм 60 ҡул гранатаһы, 40 янар май ҡушымтаһы с горючей смесью шешәләре менән генә ҡоралланған була. Кавалеристарҙан 16 кеше генә тере була, улары ла яралы. Шулай ҙа бейеклекте ташлап китмәйҙәр…
…Ҡыйыуҙар был яуҙа барыһы ла башын һала, әммә буоыстарын ахырына тиклем үтәйҙәр…
Ҡыйыу эскадрон командиры гвардия лейтенанты Анка Клыч (Анаклыч) Атаев та батырҙарса һәләк була, үлгәндән һуң ул удостоенный посмертно высокого звания Героя Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була.— Советар Союзы Геройы армия генералы Георгий Иванович Хетагуров. Исполнение долга. — М.: Воениздат,1977. — С.111-112.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Ленин ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Үлгәндән һуң Төркмәнстандың юғары дәрәжәһенә — «Төркмәнстан Геройы» исеменә лайыҡ булған.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 13 март Указы менән лейтенант А. Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Уның менән бергә һуғышан бөтә һалдаттар, үлгәндән һуң ,I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 29 яугир-атаевсыһы ҡаһарманлығы урынында аҡ мәрмәрҙән өс метрлыҡ обелиск төҙөлгән.
- Анаклыч Атаевтың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) музейындағы мемориаль таҡтаташтарына 112-се башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының барлыҡ 78 Советтар Союзы Геройҙары исеме менән бергә алтын хәрефтәр менән уйылған.
- Белая Калитва ҡалаһындағы 2-се мәктәп Герой исемен йөрөтә.[4]
- 1968 йылда Белая Калитва ҡалаһын азат итеүҙең 25 йыллығына атаевсылар һуғышҡан исемһеҙ бейеклектә һәйкәл ҡуйылды, һәм был бейеклекте халыҡ «Үлемһеҙлек бейеклеге» тип атаны.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Список Героев Советского Союза Ростовской области
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 31 марта 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 9 апреля (№ 14 (220)). — С. 1
- ↑ www.slivkismi.ru
- ↑ Анка Клыч Атаев — так в наградном листе
- ↑ Фотография школы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаев Анаклыч . «Герои страны» сайты.
- Атаев Аннаклыч
- Атаев Аннаклыч
- ГЕРОИ СОВЕТСКОГО СОЮЗА, УДОСТОЕННЫЕ ЗВАНИЯ ЗА ПОДВИГИ НА ДОНУ 2016 йыл 20 октябрь архивланған.
- www.slivkismi.ru/index.php/obshchestvo/676-geroj-iz-tashauza-povtoril-podvig-panfilovtsev
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]