Белая Калитва
Город | |||||
Белая Калитва | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
Усть-Белокалитвенская станицаһы | ||||
Город с | |||||
Халҡы | |||||
Телефон коды |
+7 86383 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
- | ||||
Код ОКАТО | |||||
Код ОКТМО | |||||
Белая Калитва — Рәсәй ҡалаһы (1958), Ростов өлкәһе Белая Калитва районының, шулай уҡ Белая Калитва ҡала биләмәһенең административ үҙәге.
Халҡы — 41220 кеше (2016)
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала һәм район Ростов өлкәһенең үҙәк өлөшөндә, Донецк ярының көнсығышында, Дондың иң ҙур ҡушылдығы — Северский Донец ярында урынлашҡан. Ҡала үҙе Донецкка ҡойоусы Калитва һәм Лихая йылғалары тамағында ултыра. Северский Донецтың уң яҡ ҡаялы ярының ҡала янындағы иң бейек нөктәһе диңгеҙ кимәленән 148,8 метр бейеклеккә етә. Белая Калитва ҡала биләмәһе территорияһының майҙаны — 16 495 га.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Калитва йылғаһының Северский Донецҡа ҡойған урында, Дондағы Ростовтан 168 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Тулы һыулы дүрт йылға киҫешкән районда борондан халыҡ йәшәгән: ҡаҙыныу эштәре барышында табылған предметтар бында 4000 йыл элек кешеләр йәшәгәнен раҫлай. Табылдыҡтар бронза быуатының бура мәҙәниәтенә ҡарай. 30 йыл элек ҡаланың бер йорт ихатаһында ерләү һәм бронза быуатының катакомба мәҙәниәте предметтары табыла (беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл). Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, «Слово о полку Игореве» әҫәрендә һүрәтләнгән рустарҙың 1185 йылда ҡыпсаҡтар (ҡомандар) менән бәрелеше Калитва һәм Быстрая йылғалары араһында була. Тарихсы В. А. Афонасьев, Игорь ғәскәренең юлы хәҙерге Донбасс аша үтеп, Калитва эргәһендә, Северский Донецтың һул яҡ ярында тамамлана, тип белдерә. Быстрая — ул саҡта тулы һыулы — Каяла. Икенсе тикшеренеүсе В. И. Стрелецкий, Каяла — ул Калитва, тип һанай.
Хәҙерге ҡала урыныда беренсе казак биләмәһе 1703 йылда Пётр I указы — казактарға: Сысой Ермолаевҡа, Михаль Никитинға, Емельян Дорогальныйға һәм үтенес яҙған уларҙың дуҫтарына Белая Калитва йылғаһындағы яңы станицаны нигеҙләргә рөхсәт биргән ғәскәри грамота буйынса барлыҡҡа килә. Был дата рәсми рәүештә Усть-Белокалитва станицаһының (хәҙерге ваҡытта Белая Калитва ҡалаһы) барлыҡҡа килеүе тип билдәләнә. Станица дүрт өлөшөнтән тора: Майҙан, Низовка, Бугор һәм Заяровҡа. 1937 йылдың 13 сентябрендә Ростов өлкәһе ойошторолғандан һуң, уның составына үҙәге Усть-Белокалитва станицаһында булған Белая Калитва районы ла инә. Уның революцияға тиклем булған һәм хәҙерге барлыҡ тарихы казаклыҡ менән бәйле. 1918 йылдың майында Усть-Белокалитвала бер нисә көн Т. Е. Ворошилов командованиеһындағы 5-се һәм 3-сө Украина Ҡыҙыл армияларының штабы була. Граждандар һуғышы йылдарындағы Вешенск ихтилалы ваҡытында — 1919 йылдың 10 (23) феврале — Усть-Белокалитва станицаһы ҡоралланырға һәм совет ғәскәрҙәренә ҡаршы торорға ҡарар итә[2].
Бөйөк Ватан һуғышында Белая Калитва ярты йыл (20 июль 1942 йыл — 19 ғинуар 1943 йыл) немец оккупацияһында була. Уны азат итеү Сталинград һуғышы зонаһында бара. Ил һәм ҡала (ул ваҡытта биләмә) өсөн ауыр ваҡытта лейтенант Аннаклыч Атаев командалығында һигеҙ милләттән булған өс тиҫтә һалдат Белая Калитва эргәһендә панфиловсыларҙың ҡаһарманлығын ҡабатлай; 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эскадроны бейеклекте алып, уны тәүлектән артыҡ тотоп тора. А. Атаевҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Белая Калитва урамдарының береһе Башкавдивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1745 | 1775 | 1800 | 1860 | 1896 | 1926 | 1939[3] | 1959[4] | 1967[3] | 1970[5] | 1979[6] |
447 | ↗1134 | ↗2463 | ↗9638 | ↘7558 | ↘3745 | ↗8200 | ↗23 533 | ↗29 000 | ↗30 857 | ↗38 038 |
1989[7] | 1992[3] | 1996[3] | 1998[3] | 2000[3] | 2001[3] | 2002[8] | 2003[3] | 2005[3] | 2006[3] | 2007[3] |
↗47 803 | ↗48 800 | ↗49 500 | ↘48 600 | ↘47 700 | ↘47 300 | ↗47 347 | ↘47 300 | ↘46 200 | ↘45 600 | ↘45 100 |
2008[3] | 2009[9] | 2010[10] | 2011[3] | 2012[11] | 2013[12] | 2014[13] | 2015[14] | 2016[1] | ||
↘44 800 | ↘44 205 | ↘43 651 | ↗43 700 | ↘42 923 | ↘42 441 | ↘42 185 | ↘41 734 | ↘41 220 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 375 Рәсәй Федерацияһының 1112[15] ҡалаһы араһында [16] 375-се урында була.
- 1745 йыл — 92 приход ихатаһы була, уларҙа — 235 ир-ат, 212 ҡатын-ҡыҙ йәшәй[17].
- 1775 йыл — 160 ихата, 562 ир-ат, 572 ҡатын-ҡыҙ.
- 1800 йыл — 270 приход йортонда 1231 ир-ат, 1232 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
- 1860 йыл — станицала 990 йортта 895 ир-ат, 9638 ҡатын-ҡыҙ..
- 1896 йыл— 3740 ир-ат, 3818 ҡатын-ҡыҙ.
- 1926 йыл— дөйөм хужалыҡтар һаны 946, ир-аттар — 1728 (шул иҫәптән казактар — 1107), ҡатын-ҡыҙҙар — 2017 (шул иҫәптән казактар — 1376)[18]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ А. В. Венков «Вёшенское восстание», 2012, Москва, изд.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Народная энциклопедия «Мой город». Белая Калитва
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ сайт русских поэтов и писателей в Сан-Франциско «Литературные встречи — 40 лет спустя, Владимир Дордополо»
- ↑ Поселенные итоги переписи 1926 г. по Северо-Кавказскому Краю, Ростов на Дону 1929 г.