3-сө армия (СССР)
3-сө армия | |
Нигеҙләү датаһы | 1939 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы, Совет-поляк һуғышы (1939)[d], Белостокско-Минское сражение[d], Смоленское сражение[d], Белорусская операция[d], Восточно-Прусская операция[d] һәм Берлинская наступательная операция[d] |
Дәүләт | СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1945 |
3-сө армия (СССР) (3 А) — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы Көстәре РККА составындағы оператив хәрби берекмәһе (ғәскәри армияһы).
1942 йылдың 2 июленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Брянск фронты 3-сө армияһының хәрби ғәмәлдәрендә, Олым йылғаһы рубежындағы Сталинград алышының обороналау бәрелештәрендә ҡатнаша. 1942 йылдың 2 июленән 8 июленә тиклем Алешки — Малые Борки — Святоша рубежында 112-се кавдивизия частары 320 дошман һалдатын һәм офицерын, 2 боеприпаслы складты, 57 ҡул һәм станковый пулемётты, 12 орудиены, 2 танкыны, 10 йөк автомобилде һәм башҡа дошман хәрби техникаһын юҡҡа сығара[2].
1942 йылдың 10 июленән 9 октябренә тиклем дивизия Косинка-Тербуны-2 (Курск өлкәһе) обороналау рубежында алыштар алып бара. 1942 йылдың 10 июлендә Лобановка ауылын азат иткән саҡта 294-се кавалерия полкы командиры майор Нафиҡов һәләк була. 1942 йылдың 31 июлендә «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә К. Симоновтың «Башҡорт дивизияһында» исемле очергы сыға.
Беренсе формирование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдың 15 сентябрендә Белоруссия айырым хәрби округы составында Витебск армия ғәскәрҙәр төркөмө нигеҙендә төҙөлә[1].
Польша походы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1939 йылдың сентябрь — октябрь айҙарында армия РККА-ның Поляк походында ҡатнаша. Армия штабы Молодечно ҡалаһында урынлаша[2].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың 22 июненә ҡарата 3-я армияһы составында 3 уҡсылар дивизияһы һәм 11-се мехкорпус (тағы ла 2 танк һәм 1 моторлаштырған дивизия) була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа армия Гродно, Лида, Новогрудок ҡалалары тирәһендә Көнбайыш фронтының уң флангында обороналау алыштарын алып бара. 1941 йылдың июнь аҙағында Белосток-Минск алышы барышында ул ҡамауға эләгә һәм тулыһынса ҡыйратыла.
1941 йылдың 1 авгусында 3-сө армия Үҙәк фронты составына индерелә. Командующий итеп В. И. кузнецов ҡалдырыла, штаб начальнигы итеп генерал-майор А. С. Жадов тәғәйенләнә; штаб Калинковичи тирәһендә урынлаша. Армия ҡарамағына 66-сы уҡсылар корпусы, Мозырь укрепрайоны, шулай уҡ 75-се уҡсылар дивизияһы тапшырыла.
1941 йылдың август айының икенсе яртыһында Үҙәк фронт ҡыйратыла һәм тарҡатыла. 3-сө армия Мозырь ҡалаһын ҡалдырырға мәжбүр була, күп километрлыҡ марштан һуң үҙенең ғәскәрҙәрен 21-се армияға тапшыра, ә штабы 50-се һәм 13-сө армиялар араһындағы Брянск фронтына буйһонған штабҡа беркетелә. Армия командующийы итеп Я. Г. Крайҙер тәғәйенләнә. Элекке командующий В. И. Кузнецов 21-се армияһы командующийы итеп ҡуйыла, был армия Киев ҡаҙанында ҡыйратылғандан һуң Кузнецов 58-се армияны етәкләй.
1941 йылдың август аҙағында — сентябрь башында армия Рославль-Новозыбковск һөжүм операцияларында ҡатнаша.
1941 йылдың октябрь — декабрь айҙарында 3-сө армия Мәскәү алышында ҡатнаша, Тубачевск тирәһендә ҡамауға эләгә, әммә сығыуға өлгөшә һәи Ефремов тирәһендә нығына.
Мәскәү эргәһендә Ҡыҙыл Армия контрһөжүмгә күскәндән һуң 3-сө армия Елец операцияһында ҡатнаша. Артабан 1943 йылдың йәйенә тиклем обороналау позицияларын биләй.
1943 йылдың 3 июнендә генерал-лейтенант А. В. Горбатов 3-сө армияның яңы командующийы итеп тәғәйенләнә һәм ул һуғыштың аҙағына тиклем ошо вазифаны биләй.
Июль — августа армия — 1943 йылғы Орел операцияһында, ә сентябрь — октябрҙә 1943 йылғы Брянск операцияһында ҡатнаша. Брянск операцияһынан һуң армия Пропойск (Славгород) тирәһендә Сож йылғаһының һул ярына сыға. 7 октябрҙән — Үҙәк (1943 йылдың 20 октябрҙән Белорус фронтына, 1944 йылдың 17 февраленән 1-се Белорус) фронтына тапшырыла һәм уның составында 1943 йылғы Гмель-Речица һәм 1944 йылғы Рогачевка- Жлоба операцияларында хәрби ғәмәлдәр алып бара. .
1944 йылдың икенсе яртыһында армия ғәскәрҙәре Белорус операцияһында ҡатнаша. 1-се Белорус, 5 июлдән — 2-се Белорус фронттары составында Белоруссия һәм Польша райондарын азат итеүҙә ҡатнаша.
Бобруйск, Минск һәм Белосток һөжүм операцияларында уның ғәскәрҙәре алыштар менән 500 километрҙан ашыу юл үтә, Новогрудок (8 июль, 50-се Армия менән берлектә), Волковыск (14 июль), Белосток (27 июль) ҡалаларын азат итәләр. Артабан, һөжүмде дауам итеп, Ломжа-Ружаны һөжүм операцияһында Строленка (6 сентябрь) һәм Ломжа (13 сентябрь) ҡалаларын яулайҙар. Царев йылғаһы аша сыҡҡандан һуң Остроленка, Ружаны рубежында обороналауға күсәләр, ә һуңынан армия Ружаны плацдармына ташлана һәм уңы киңәйтеү буйынса алыштарҙа ҡатнаша.
1945-се йылғы Млав-Эльба операцияһында армия 2-се Белорус фронты составында Вилленберг (Вельбарк), Мельзак йүнәлешендә һөжүм итә.
1945 йылда армия Көнсығыш-Пруссия операцияһында ҡатнаша. 10 февралдән 3-сө Белорус фронты составына инә һәм март айында Кенигсбергтан көньяҡ-көнсығышыраҡ дошман төркөмөн ҡыйратыуҙа ҡатнаша.
Апрель башында 1-се Белорус фронтына күсерелә һәм уның составында Берлин операцияһында ҡатнаша. Хәрби ғәмәлдәрен 8 майҙа Магдебургтан төньяҡ-көнсығышыраҡ Эльбала тамамлай.
1945 йылдың авгусында армия тарҡатыла, ә уның штабы Минск хәрби округына формированиеға ебәрелә.
Хәрби отличиелары өсөн армияның күп кенә берекмәләре һәм частары гвардия исеменә лайыҡ була. Ҡаһарманлығы. батырлығы һәм хәрби оҫталығы өсөн тиҫтәләгән яугирҙары ордендар һәм миҙалдар менән наградлана, 83 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Армия командующийҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- генерал-лейтенант Кузнецов В. И. (1 сентябрь 1939 — 25 август 1941);
- генерал-майор Крейзер Г Я (25 август- 13 декабрь 1941);
- генерал-лейтенант Пшенников П. С. (13 — 28 декабрь 1941, һәләк була);
- генерал-лейтенант Батов П. И. (28 декабрь 1941 — 11 февраль 1942);
- генерал-майор Жмаченко Ф. Ф. (11 февраль — 12 май 1942);
- генерал-лейтенант Корзун П. П. (12 май 1942 — 26 июнь 1943ә);
- генерал-лейтенант, 1944 йылдың 29 июненән — генерал-полковник Горбатов А. В. (27 июнь 1943 — 9 июль 1945).
Хәрби советы ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- дивизия комиссары Маланин М. П. (15 сентябрь 1939 — 14 август 1940);
- корпус комиссары Дибров П. А. (14 август — 25 декабрь 1940);
- 2-се ранг армия комиссары Бирюков Н. И (5 апрель — 10 август 1941);
- дивизия комиссары Шлыков Ф. И. (10 август 1941 — 19 апрель 1942);
- бригада комиссары, 1942 йылдың 6 декабренән — генерал-майор, 1944 йылдың ноябренән — генерал-лейтенант Коннов И. П. (19 апрель 1942 — 9 июль 1945).
Штаб начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- комбриг, 1940 йылдың 4 июненән генерал-майор Кондратьев А. К. (7 сентябрь 1939 — 31 июль1941);
- генерал-майор Жадов А. С. . (2 август 1941 — 11 май 1942);
- генерал-майор, 1944 йылдың 13 сентябренән генерал-лейтенант Ивашечкин М. В. (12 май 1942 — 9 июль 1945).
Буйһоноуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорус Айырым хәрби округы
- Көнбайыш фронты
- Үҙәк фронты
- Брянск фронты
- Көньяҡ-Көнбайыш фронты
- Орел фронты
- Белорус фронты
- 1-се Белорус фронты
- 2-се Белорус фронты
- 3-сө Белорус фронты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ М. И. Мельтюхов. Советско-польские войны. Военно-политическое противостояние 1918—1939 гг. — М.: Вече, 2001. 2009 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ Национальный архив Республики Беларусь. — Ф. 4п, оп. 1, д. 14353, л. 51.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Огарков Н. В. Третья армия // Советская военная энциклопедия. — М.: Воениздат, 1977. — Т. 3. — С. 105—106. — 672 с. — 105 000 экз.
- История гражданской войны в СССР. 1917—1922. Т. 3—5. М., 1957—60;
- История второй мировой войны. 1939—1945. Т. 4—10. М., 1975—79;
- История Великой Отечественной войны Советского Союза. 1941—1945. Т. 2—5. М., 1963—64;
- Спасский А. Третья армия. Пермь, 1958.
- Горбатов А. В..Годы и войны.2-е издание.- М.:Воениздат, 1980.- 366 с.: ил.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-я армия. 2008 йыл 4 июнь архивланған. «60 лет Великой Победе» // Приложение к официальному сайту Министерства Обороны России
- Перечень № 08. Полевые управления Действующей армии. 1938—1940. // Перечни вхождения соединений и частей РККА в состав Действующей армии в период 1939-45 гг. Рассекречено: Директива ГШ ВС СССР № 46 от 30.08.1990.
- Список частей в составе 3-й армии
- 3-я армия // Сайт клуба «Память» Воронежского госуниверситета
- Оборона в Белоруссии
- Владимир Мартов. Белорусские хроники, 1941 год
- Оперативные сводки штаба 3 армии 2013 йыл 4 ноябрь архивланған.