47-се армия (СССР)
47-се армия | |
Нигеҙләү датаһы | 1941 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Дәүләт | СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1943 |
47-се армия — СССР Ҡораллы көстәре составындағы оператив ғәскәри берекмәһе.
1944 йылдың мартынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы составында (47-се армия) Владимир-Волынь йүнәлешендә һөжүмдә ҡатнаша. 1944 йылдың 18 июлдән 2 авгусына тиклем дивизия Люблин-Брест операцияһы барышында Украина, Белоруссия, Польшалағы ҡалaларҙы һәм ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Калиш һәм Люблин ҡалаларын алған өсөн дивизия получила II дәрәжә Суворов орденына лайыҡ була; 58-се һәм 62-се гвардия кавалерия полктары һәм 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем Висла йылғаһының көнсығыш ярында оборонала тора. Томашув-Мазовецкий ҡалаһын алған өсөн 60-сы гвардия кавалерия полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә; 58-се гвардия кавалерия полктары һәм 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкы Томашув исеменә лайыҡ була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]47-се армия 1941 йылдың 1 авгусында Кавказ аръяғы округының 1941 йылдың 26 июлендәге бойороғо нигеҙендә Кавказ аръяғы округы составында 28-се механизацияланған корпусы базаһында СССР-ҙың Иран менән сик буйын ҡаплау маҡсатында булдырыла. Башта армияға инә 236-се уҡсылар дивизияһы, 63-сө һәм 76-сы тау-уҡсылар, 6-сы һәм 54-се танк дивизиялары, 116-сы һәм 456-сы артиллерия полктары, 347-се истребителдәр авиация полкы[1] һәм башҡа частар инә.
23 августа армия Кавказ аръяғы фронты составына индерелә, 30 декабрҙә әлеге фронт Кавказ фронты тип атала башлай һәм йылдың аҙағына тиклем дәүләт сиктәрен ҡаплау бурысын үтәй.
Ғинуар аҙағында армия Керчь ярымутрауына күсерелә һәм унда Ҡырым фронты составына индерелә.
Майҙың тәүге яртыһында армия фронттың башҡа армиялары менән бер рәттән Керчь ҡалаһы йүнәлешендә һөжүмгә күскән дошман ғәскәрҙәре менән алыша һәм оҙайлы алыштарҙан һуң Керчь ярымутрауын ҡалдыра һәм Тамань ярымутрауына күсеп тора.
20 майҙа армия — Төньяҡ-Кавказ фронты, 17 августа — Новороссийск обороналау районы, ә 5 сентябрҙә — Ҡара диңгеҙ ғәскәрҙәре төркөмө составына индерелә (2-се формирование Кавказ аръяғы фронты) .
19 августан алып 26 сентбргә тиклем армия Новороссийск операцияһында ҡатнаша.
Ғинуарҙан марттың тәүге яртыһына тиклем армия Төньяҡ Кавказ фронты составына Новороссийск тирәһендә һәм Ҡырым станицаһы йүнәлешендә һөжүм алыштар алып бара.
Март уртаһында 47-се армияһының ялан идаралығы Төньяҡ Кавказ фронты резервына сығарыла һәм Майкоп тирәһенә күсерелә, унда армия үҙенең составына яңы ғәскәрҙәр ҡабул итә (үҙенең частарын һәм берләшмәләре 18-се һәм 56-сы армиялар составына тапшырыла.
3 апрелдә армия ВГК Ставкаһы резервына күсерелә һәм тиҙҙән Россошь ҡалаһы тирәһенә күсерелә.
10 апрелдән армия — Резерв фронты, 15 апрелдән — Дала хәрби округы, ә 9 июлдә — Степной фронты составына күсерелә.
1 августа 47-се армия Воронеж фронтына тапшырыла һәм Белгород-Харьков операцияһында а һәм Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша.
31 октябрҙә армияның оборона һыҙығы һәм ғәскәрҙәрен 27-се һәм 38-се армияларға тапшырыла һәм ВГК Ставкаһы резервына күсерелә (Козелец районы).
20 ғинуарҙа армия 1-се Украин фронты составына индерелә.
Февралдә 47-се армияның ялан идаралығы Сарны ҡалаһы тирәһенә күсерелә һәм 25 февралдә яңы булдырылған 2-се Белорус фронтына тапшырыла.
10 мартҡа ҡарата 47-се армия 77-се һәм 125-се уҡсылар корпустары, 39-се уҡсылар дивизияны айырым һәм бер нисә айырым частарҙы үҙ эсенә ала.
Армия Ямны — Дубровица рубежында обороналау алыштарын алап бара, ә марттың икенсе яртыһында Ковель йүнәлешендә һөжүм итә.
5 апрелдә армия Белорус фронтында составына индерелә (16 апрелдә 1-се Белорус фронтты (2 формирование) итеп үҙгәртелә).
Люблин-Брест операцияһы барышында армия башҡа ғәскәрҙәр менән берлектә дошман оборонаһын йырып үтә, 6 июлдә Ковель ҡалаһын азат итә һәм, Көнбайыш Буг йылғаһын аша сығып, Польша территорияһына аяҡ баҫа.
Август айында армия һөжүмен дауам итә һәм ай аҙағында Варшава тирәһендә Висла йылғаһына сыға. Армия,10 сентябрҙә һөжүмде дауам итеп, дүрт көн дауамындағы ҡаты алыштарҙан һуң 14 сентябрҙә Прага ҡәлғәһен яулап ала.
Армия Варшава-Познань һәм Көнсығыш-Померания операцияларҙа ҡатнаша. 63-сө гаубица артиллерия бригадаһы ярҙамында Помераниялағы бер нисә ҡаланы яулай, Шнайдемюль ҡалаһында дошман төркөмөн тар-мар итә, һуңынан Шеттин йүнәлешендә юллана. .
Берлин һөжүм операцияһы барышында 25 апрелдә армия 2-се гвардия танк армия менән берлектә Потсдам тирәһенә сыға һәм унда 4-се гвардия танк армияһы менән тоташа. шулай итеп, Берлин дошман төркөмө тулыһынса ҡамауҙа ҡала.
8 майға ҡарата армия Бранденбургтан төньяҡ-көнбайыштараҡ Эльбаға барып сыға.
Һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң 47-се армия 1945 йылдың 10 июнендә Германиялағы совет оккупацион ғәскәрҙәре төркөмө составына инә. Галле ҡалаһында дислокациялана. Армия тарҡатыу 1946 йылдың 5 февралендә тарҡатыла.
Командование
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Армия командующийҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- генерал-майор Новиков Василий Васильевич (июль — октябрь 1941);
- генерал-майор Баронов Константин Федорович (октябрь 1941 — февраль 1942);
- генерал-лейтенант Черняк Степан Иванович (февраль 1942);
- генерал-майор Колганов Константин Степанович (февраль-май 1942);
- генерал-майор Котов Григорий Петрович (май-сентябрь 1942);
- генерал-майор Гречко Андрей Антонович (сентябр-октябрь 1942);
- генерал-лейтенант Камков Федор Васильевич (октябрь 1942 — ғинуар 1943);
- генерал-лейтенант Леселидзе Константин Николаевич (ғинуар-март 1943);
- генерал-майор Рыжов Александр Иванович (март — июль1943);
- генерал-майор Козлов Петр Михайлович (июль-август 1943);
- генерал-лейтенант Корзун Павел Петрович (август — сентябрь 1943);
- генерал-лейтенант Жмаченко Филипп Феодосьевич (сентябрь — октябрь 1943);
- генерал-лейтенант Поленов Виталий Сергеевич (октябрь 1943 — май 1944);
- генерал-лейтенант Гусев Николай Иванович (28 апрель 1944 — 17 ноябрь 1944);
- генерал-майор, генерал-лейтенант Перхорович Франц Иосифович (17 ноябрь 1944 — һуғыш аҙағына тиклем).
Хәрби советы ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- бригада комиссары Ярков Алексей Константинович (июль 1941 — май 1942);
- бригада комиссары Карпенков Даниил Авдеевич (май — июнь 1942);
- бригада комиссары Абрамов Иван Пантелеевич (июнь —26 август 1942 (һәләк була));
- контр-адмирал Горшков Сергей Георгиевич (август — сентябрь 1942);
- генерал-майор Мальцев, Евдоким Егорович (сентябрь1942 — март 1943);
- полковник Комаров Г. А. (март — июнь 1943);
- генерал-майор Королев Иван Николаевич (июнь 1943 — һуғыш аҙағына тиклем).
Штаб начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- комбриг Труфанов Николай Иванович (июль 1941 июль — ғинуар 1942);
- генерал-майор Хрящев Андрей Алексеевич (ғинуар — июнь—1942);
- полковник Васильев Константин Павлович (июнь — сентябрь 1942);
- генерал-майор Ермолаев Александр Григорьевич (сентябрь-октябрь 1942);
- полковник Васильев Константин Павлович (октябрь 1942 — ғинуар 1943);
- генерал-майор Дашевский Яков Сергеевич (ғинуар-март 1943);
- полковник Кристальный Наум Самойлович (март — май 1943);
- полковник Иванов Евгений Васильевич (май-ноябрь 1943);
- генерал-майор Филипповский Михаил Сергеевич (ноябрь 1943 — июль 1944);
- генерал-майор Лукьянченко Григорий Сергеевич (июль 1944 — июль 1945);
- генерал-майор Владимиров Алексей Викторович (июль1945 — февраль 1946)
Артиллерия командующийҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- полковник Гусев Иван Федорович (февраль-ноябрь 1943)
- генерал-лейтенант Годин Григорий Васильевич (май 1944 — октябрь 1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Анохин В.А. Быков М.Ю. Все истребительные авиаполки Сталина. Первая полная энциклопедия. — Научно-популярное. — Москва: Яуза-пресс, 2014. — С. 547. — 944 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0707-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анохин В.А. Быков М.Ю. Все истребительные авиаполки Сталина. Первая полная энциклопедия. — Научно-популярное. — Москва: Яуза-пресс, 2014. — 944 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-9955-0707-9.