Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәғиҙә Янбулатова
Тыуған ваҡыты:

28 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе[1] Баҡай ауылы

Вафат ваҡыты:

13 октябрь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (81 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

актриса, драматург, тәржемәсе, шағир

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (28 декабрь 1915 йыл — 13 октябрь 1997 йыл) — башҡорт совет театр актёры, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1949) һәм халыҡ (1954), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955) артисы.

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова 1915 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең[1] Баҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағы хәҙерге Ҡариҙел районының Бәҙрәш ауылында үтә — ҡыҙ бер нисә йыл бында йәшәгән ағаһында тәрбиәләнә. Тәбиғәттән күп һәләттәргә эйә булған Рәғиҙә бик йәшләй үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, һәм нәҡ ошо әүәҫлек уның артабанғы тормош юлына туранан-тура йоғонто яһай ҙа инде. 1932 йылда ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ Өфө ҡалаһындағы ул ваҡытта эшләп килгән Башҡорт сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уның актер бүлеген легендар Хажи Бохарский класы буйынса 1935 йылда уңышлы тамамлап сыға. Ошо йылдан Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының артабанғы бар тормошо һәм булмышы Башҡорт академия драма театры (хәҙер М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры) менән оҙаҡ йылдарға ныҡлы бәйләнә. Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.

Театр эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күренекле башҡорт драматургы Сәғит Мифтахов пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һаҡмар» спектаклендә Айһылыу роленән башлап, үҙенсәлекле драма актрисаһы үҙенең дүрт тиҫтәгә яҡын ижади ғүмере барышында йөҙләгән һоҡланғыс образ тыуҙырҙы. Һәр артист өсөн мәжбүри булған ыңғай сифаттарҙы — тышҡы һылыулыҡ, юғары хистәргә бай күңел һәм матур ғына түгел, моңло ла тауышты — үҙендә туплауы, сәхнәлә ихласлығы һәм ябайлығы менән Рәғиҙә Янбулатова бер нисә быуын театр һөйөүселәренең ихлас күңелдән яратҡан артистарының береһенә әйләнде. Ул ғына түгел: һәр образды бары тик үҙенсә генә һынландырыу, уны тамашасы күңеленә барып етерлек итеп асып биреүгә бар тырышлыҡты һалыу шиғри хисле артисты бар ижад эшмәкәлеге барышында оҙатып килде. Нәтижәлә ысын мәғәнәәһендә тамашасы һөйөүен яулаған Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1949 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә, тағы ла биш йылдан республиканың «халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды. 1955 йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһынан һуң уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡорт сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Рәғиҙә Янбулатова СССР миҙалдары менән дә бүләкләнде, күп тапҡырҙар төрлө кимәл етәкселәр ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Актрисаның түбәндәге ролдәре Башҡорт академия драма театры тарихында ныҡлы урын алған:

Ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәғиҙә Янбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1957 йылда «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргәндән һуң СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән нескә күңелле шағир артабан тағы ла бер нисә китабын нәшер итте, улар араһынан берәүһенә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр тупланған. Үҙен сәхнәгә арнаған ижадсының шиғырҙары ла тәрән тойғоло, бай моң-аһәңле һәм нескә хисле булыуҙары менән йыр һүҙҙәренә тартымдар. Шуға ла уларға билдәле башҡорт композиторҙары Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов һәм Бәхти Ғайсин бик күп көй яҙҙы, был йырҙар шунда уҡ тиерлек башҡарыусылар араһында ла, төрлө быуын тыңлаусыларҙа ла ҙур популярлыҡ яуланы.

Композитор Рәүеф Мортазин менән берлектә Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса «Дауыл» тигән операға либретто яҙып бер ни тиклем тәжрибә туплаған Рәғиҙә Янбулатова артабан үҙ ҡәләмен драматургия өлкәһендә лә емешле генә һынап ҡараны. Уның башҡорт халыҡ ижадының бай һәм ҡабатланмаҫ өлгөләренә нигеҙләнеп яҙылған «Байрамбикә» пьесаһы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә, «Ғашиҡтар төнө» комедияһы Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылды. Үҙешмәкәр композитор Тәлғәт Шәриповтың был комедия нигеҙендә яҙылған опереттаһын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы бик теләп сәхнәләштерҙе.

Киң ҡырлы талант эйәһе төрлө телдәрҙә ижад ителгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүгә лә һиҙелерлек хеҙмәт һалды. Сит ил авторҙары Рабиндранат Тагор, Абдулла Каххар һәм П.Калдерон, күп милләтле элекке СССР әҙиптәре Сыңғыҙ Айтматов, Любимов, В. Гусев һәм Тоҡаев һәм башҡаларҙың пьесаларын башҡортсаға ауҙарҙы. Быларҙан тыш шағир бик күп рус йырҙары текстарын да башҡорт теленә тәржемәләне.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Елбәҙәк ҡарҙар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — 48 бит.
  • Таныш көйҙәр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 62 бит.
  • Йөрәк йырҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 94 бит.
  • Балан сәскә атҡанда: Шиғырҙар, йырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 80 бит.
  • Һынау: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 44 бит.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1954)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955)

Өҫтәлмә мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәғиҙә Янбулатованың тормош юлдашы — башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, театр һәм кино артисы, аҙаҡтан режиссер һәм драматург булып танылған һәм 1955 йылда башҡортттар араһынан тәүгеләрҙән булып «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары һәм хөрмәтле исемгә лайыҡ булған атаҡлы ир-уҙаман Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977). Улар Өфөнөң Коммунистик урамындағы 34/1 һанлы йортта йәшәне. Бөгөн унда мемориаль тактаташ ҡуйылған.

Ике сәхнә әһеленең ҡыҙы, образлы итеп әйткәндә, сәхнәлә тыуып-үҫкән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелде: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһаланды. Бында бер ҡыҙыҡлы фактҡа туҡталып китеү урынлы булыр: Арыҫлан Мөбәрәков республикала һәм башҡорттар араһында беренсе «СССР-ҙың халыҡ артисы» булһа, уның ҡыҙы — республикала был бейеклеккә күтәреүселәрҙең һуңғыһы, ил буйынса ла ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы һуңғы сәхнә оҫталарының береһе булды[2]. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был шөһрәтле исемде алып ике йыл да үтмәне, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан алда ғына «халыҡ артисы» исемен киң билдәле бер нисә сәнғәт вәкиленә биреп өлгөрҙөләр. СССР-ҙың һуңғы (1991 йыл) «халыҡ артистары» — йырсы Алла Пугачева һәм актёр Олег Янковский[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное из-дательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]