Эстәлеккә күсергә

Дементьев Евгений Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дементьев Евгений Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Смоленск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 февраль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө зоотехник, ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дементьев Евгений Павлович (10 апрель 1939 йыл — 27 февраль 2021 йыл) — ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000).

Евгений ПАвлович Дементьев — 1939 йылдың 10 апрелендә Смоленск өлкәһе Иҫке Широкий ауылында тыуған[1]. 1964 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлағандан һуң, 1969 йылға тиклем Башҡорт АССР-ның Мәсетле районында ветеринар врач булып эшләй. 1969 йылдан алып Евгений Павлович һөнәри яҙмышын Башҡортостан ауыл хужалығы институты менән бәйләй. Башта ветеринария клиникаһын мөдире, артабан ассистент, доцент, профессор булып эшләп, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның тарафынан 50 йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының төрлө өлкәләрендә эшләгән белгестәр әҙерләнә. 19942009 йылдарҙа Евгений Дементьев зоогигиена, эпизоотология һәм ветеринария нигеҙҙәре кафедраһын етәкләй. Ғилми эшмәкәрлеге 1975 йылдан башлана — кандидатлыҡ диссертацияһын , 1991 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.

Ғилми тикшеренеүҙәре һәм хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дементьев Евгений Павловичтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары һәм тикшеренеүҙәр даирәһе техноген факторҙар тәьҫире шарттарында малдарҙың һәм ҡоштарҙың тәбиғи ҡаршы тороусанлығы, хайуандарҙың, ҡоштарҙың, ҡиммәтле тиреле кейектәрҙең һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға интенсив технологияһын оптимизациялау буйынса ветеринария-санитария сараларын әҙерләү законлыҡтарын асыҡлай. Ғалим-практик Евгений Павлович «Башҡортостанда малсылыҡты алып барыуҙың фәнни-нигеҙләнгән системаһы» тәҡдимдәрен әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы «акционерҙар нефть компанияһы хужалыҡтарында мал, балыҡ һәм бал ҡорттарының төп ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса ветеринария-санитария саралары» тәҡдимдәрен әҙерләүҙә ҙур эш башҡара[2]. Биш уйлап табылған фәнни-ғәмәли тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы хужалыҡтарында киң ҡулланыла. Уның тарафынан һауаны яһалма рәүештә ионлаштырыу технологияһы эшләнә, ул Башҡортостан Республикаһының, РФ һәм Белоруссияның сусҡасылыҡ комплекстарында индерелә[1]. Евгений Дементьев 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер итә, шул иҫәптән 4 монография. 11 фән кандидаты әҙерләй.

  • «Влияние аэроионизации на естественную резистентность и иммунный статус телят, вакцинированных против сальмонеллёза». Өфө, 2006 (авторҙаш);
  • Гигиеническое и экологическое значение аэроионного спектра атмосферы и воздуха животноводческих помещений. Өфө, 2008 (авторҙаш).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ул күп йылдар биотехнологиялар һәм ветеринария факультетының методик комиссияһы рәйесе, Башҡорт дәүләт аграр университетының диссертация советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ғилми совет рәйесе, ветеринария медицинаһы мәсьәләләре буйынса бүлек рәйесе була. «Сельские узоры» һәм «Вестник Башкирского университета» журналдарының редакция коллегияһы ағзаһы, «Ветеринария эше» ғилми-производство журналының редколлегия ағзаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]