Эстәлеккә күсергә

Хөкүмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Правительство битенән йүнәлтелде)
Хөкүмәт етәкселеге формалары буйынса илдәр. 2006 йылғы мәғлүмәттәр буйынса.
     Президент республикалары, президенттың тулы власы      Президент республикалары, башҡарма власть президенты парламентҡа бәйле      Ҡатнаш республикалар (ярым-президентлылар, парламент-президентлылар, президентлы-парламентлылар)      Парламент республикалары      Парламентар конституциялы монархииялар, монарх ысын власть менән идара итмәй      Конституциялы монархиялар, монарх ысын власть менән парламент насар эшләгән саҡта (һирәк осраҡтарҙа ғына) өҫтөнләк итә      Абсолют монархиялар       Бер партиялы булып, уларға конституция менән етәкселек өсөн яуаплылыҡ бирелгән Республикалар      Хәрби диктатуралар, йәки илдә дәүләттең төп законы булмаған осраҡтағы дәүләттәр      Юғарыла бирелгән категорияларҙың береһенә лә кермәгән дәүләттәр

Хөкүмәт — дәүләт етәкселегенең юғары коллегиаль башҡарма органы[1][2][3][4]. Ул илдең дәүләт етәкселегенең хеҙмәткәрҙәре, ил етәкселеге, дөйөм дәүләт етәкселеге системаһы тарафынан формалаша[1].

Хөкүмәт — дәүләттең юғары башҡарма органы.

Хөкүмәтте хөкүмәт башлығы етәкләй. Шулай уҡ ул ил башлығы ла булырға мөмкин. Төрлә илдәрҙә төрлөсә атап йөрөтөлә: мәҫәлән, хөкүмәт рәйесе, министрҙар советы рәйесе, премьер-министр.

Хөкүмәттең төп маҡсаты: закондар сығарыу буйынса юғары власть тарафынан сығарылған закондарҙы бойомға ашырыу.

Ҡатмарлыҡтарҙы шулай уҡ  урындағы үҙенсәлектәр тыуҙырыуы мөмкин (Америка ҡушма штатары консерватизмы башҡа илдәр менән уртаҡлығы бик аҙ; башҡа илдәрҙә Америка "консерватизмын"  либерализм йәки неолиберализм тип атайҙар

Хөкүмәттәр классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Политологтар һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса белгестәр борондан уҡ хөкүмәттәр классификацияһын булдырырға тырышҡан[5].

Беренсе ҡарашҡа билдәләүе еңел, сөнки улар закон менән билдәләнгән. АҠШ — президент республикаһы, ә СССР — совет республикаһы; икенсе яҡтан, ҡайһы саҡ ил эсендә лә етәкеселек формаһындағы консенсус юҡ[6].Миҫал өсөн, Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндың раҫлауҙарынса[7] һәм Дмитрий Медведевтың[8][9][10][11], Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Олега Морозованың[12], Федерация Советы рәйесе Миронов Сергей Михайлович тарҙың әйтеүҙәренсә[13][14][15]) — федератив республика, ә Рәсәй Федерацияһының Конституция суды рәйесе В. Д. Зорькин фекерҙәре буйынса[16][17], шулай уҡ,халыҡ-ара эксперттар һөҙөмтәләре ҡатнаш етәкселек республикаһы, тиҙәр, Роберт Элджи[18] һәм Мэттью Шугарт[19]) — президент-парламент дәүләте ти.

Ҡатмарлыҡтарҙы шулай уҡ  урындағы үҙенсәлектәр тыуҙырыуы мөмкин (Америка ҡушма штатары консерватизмы башҡа илдәр менән уртаҡлығы бик аҙ; башҡа илдәрҙә Америка "консерватизмын"  либерализм йәки неолиберализм тип атайҙар.

Бынан тыш, һәр төрҙөң бәхәсле яҡтары һәм нюанстар бар. Атап әйткәндә, Америка Ҡушма Штаттары — тулыһынса капиталистик йәмғиәт түгел, сөнки   дәүләт граждандарына хеҙмәт күрһәтә. Ниһайәт, хөкүмәт тураһында  фекер төрлө кешелә аныҡлығы менән айырыла; ошондай фекерҙәр ҙә осрай, уларға ярашлы, шул уҡ Америка ҡушма Штаттары демократия түгел, ә плутократия, сөнки уның менән байҙар идара итәләр[20]. Хатта иң либераль хөкүмәт тә сәйәси активлыҡты сикләй, һәм хатта тиран тоталитар йәмғиәттәр ҙә үҙенең граждандарын тулыһынса контролдә тотмай.

Дәүләт менән идара итеү формаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Башҡарма власть
  • Башҡарма власть
  • Дәүләт башлығы
    • Диктатор
    • Монарх
    • Президент
  • Хөкүмәт
    • Хөкүмәт башлығы
      • Канцлер
      • Башҡарма власть башлығы
      • Премьер-министр
      • Мистрҙар кабинеты
    • Министрлыҡ
    • Министр
  • Идара итеү системаһы
  • Президент системаһы
    • Ярымпрезидент (ҡатнаш) система
    • Парламент системаһы
  • Теҙмәләр
    • Президенттар теҙмәһе
    • Дәүләт башлыҡтары теҙмәһе
    • Хөкүмәттәр теҙмәһе
  • Губернатор
  • Мэр
Портал: Сәйәсәт править


Дәүләт власын ойоштороу формаһы, юғары дәүләт органдары системаһы. Дәүләт идара итеү  формаларын түбәндәгеләргә бүләләр:

Хөкүмәт структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Структура һәм ҡатнашыусыларҙың роле  ( хөкүмәт ағзалары, хөкүмәтте тәшкил итеүселәр) дәүләт идара итеү формаһына, шулай уҡ төрлө илдәрҙә тарихи формалашҡан идара итеү структураһына  бәйле.

Ҡағиҙә булараҡ, хөкүмәт етәкселеге ҡарамағында дәүләт аппараты һәм илдә башҡарма-етәкселек эшмәкәрлеген контролдә тотоу, ҡораллы көстәр, дәүләттең финансы, сит ил эштәре.

Хөкүмәт төрлө атамаларға эйә булырға мөмкин: Хөкүмәт (Рәсәй), Министрҙар кабинеты (Украина), Кабинет (Бөйөк Британия), Дәүләт советы (Ҡытай), Халыҡ  комиссарҙары советы һәм Министрҙар советы (СССР), Административ совет (КХДР), Федераль хөкүмәт (Германия) һ. б.  Федератив дәүләттәрҙә үҙәк (федераль) хөкүмәт һәм федерация составына ингән дәүләт башланғыстары була.

Ҡайһы бер илдәрҙә (Бразилия, Мексика, АҠШ һ. б.) хөкүмәт формаһында  коллегиаль органдар  юҡ, ә министрҙары (дәүләт идаралығы органдары етәкселәре) һәр береһе айырым президентҡа (ил етәксеһе) буйһондоролған .

Хөкүмәт, ҡағиҙә булараҡ, хөкүмәт ағзаларынан (министрҙар) тора һәм уны  дәүләт башлығы (корольпрезидент) йәки премьер-министр (хөкүмәт рәйесе, канцлер, совет йәки министрҙар кабинеты рәйесе) етәкләй.

Коалицион хөкүмәт —  бер нисә парламент партияһы вәкилдәренән булдырылған, ҡағиҙә булараҡ, коалицион килешеү нигеҙендә эшләгән хөкүмәт.

Төрлө илдәрҙә хөкүмәт принциптарының формалашыуы 

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡарма власть органдарының формалашыу  тәртибе төрлө илдәрҙә бер үк түгел. Идаралығы парламент формалы булған илдәрҙә  хөкүмәт һайлауҙарҙа еңгән парламент партияһы йәки партиялар коалицияһы вәкилдәренән формалаша. Әгәр бер партия ла күпселек тауыш йыя алмай икән, ул саҡта партияларҙың коалицион һөйләшеүе кәрәк табыла, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса аҙсылыҡтың йә күпселектең хөкүмәте формалаша , йәки  (һөйләшеү һөҙөмтәһеҙ булһа) яңы парламент һайлауҙары үткәрелә.

Президент республиканың башҡарма власыменән етәкселек итеүҙе президент башҡара. Дәүләт менән идара итеү формаһы парламент йәки ҡатнаш республика булғанда ил етәксеһе башҡарма власть органдары системаһына инмәй. Әммә ул башҡарма власть өлөшөнә ҡараған  ҡайһы бер вәкәләттәргә эйә. Дәүләт идара итеү формаһы ҡатнаш булған ҡайһы бер илдәрҙә (ПольшаРәсәйРумынияФранция һ. б.) башҡарма власттәренә дуализм хас.

Парламент һәм ҡатнаш идара итеү формаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парламент һәм ҡатнаш идара итеүсе илдәрҙә хөкүмәтте формалаштырыуҙың ике тәртибе ҡаралған. Хөкүмәт төҙөгәндә был тәртиптәр  парламенттың һәм президенттың билдәле уртаҡ эш итеүҙәренән тора.  Әммә был ғәмәлдәр йөкмәткеһе менән айырыла.

Беренсе тәртип

Был тәртип башланғысын Бөйөк Британиянан ала һәм  төрлө илдәрҙең модификациялары менән оҙайлы ваҡытҡа тиерлек дөйөм ҡабул ителә. Был тәртип буйынса дәүләт башлығы формаль рәүештә премьер-министрҙы үҙе тәғәйенләй, һәм хөкүмәт составына башҡа ағзаларҙы һуңғыһының тәҡдиме менән индерә. Парламент был тәғәйенләүҙәргә йоғонто яһамай. Хөкүмәт парламенттың принципиаль мөһим мәсьәләгә ҡаршы тауыш биргәненә, йәки ышанмау тураһында айырым резолюция  (вотум белдерә) ҡабул иткәнгә ҡәҙәр эшләй. Хәйер, хөкүмәт үҙ эшен дауам итә ала, әммә ул ғәмәлдә отставкаға китә, сөнки уның эшмәкәрлеге парламенттың обструкцияһы һөҙөмтәһендә тотҡарлана.

Ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт парламенттың инвеститураһын алырға кәрәк. Бының өсөн дәүләт башлығы тәғәйенләгән хөкүмәт башлығы парламентҡа хөкүмәт ағзаларын күрһәтергә йәки хөкүмәт программаһын бирергә тейеш. Әгәр парламент тәҡдимде хуплаһа, хөкүмәт инвеститура ала.

Икенсе тәртип

Был процедура ваҡытында хөкүмәт формалашыуҙа парламенттың роле башланғыс стадияларҙан башлап уҡ өҫтөнлөклө була. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Германия Федератив Республикала, парламент  дәүләт башлығы тәҡдим иткән хөкүмәт башлығы  кандидатураһын хупламаҫҡа мөмкин. Был осраҡта парламент хөкүмәтте үҙе формалаштыра.

Башҡа илдәрҙә хөкүмәт  вазифаларына кандидатураларҙы тик сәйәси партиялар һәм парламент фракциялары ғына тәҡдим итә. Ҡағиҙә булараҡ, премьер-министр вазифаһына партияның парламент күпселеге лидеры күрһәтелә, йәки парламент коалицион партиялар килешеү нигеҙендә партиялар лидерҙарының береһе һайланыла. Тик был партиялар парламентта күпселекте тәшкил итмәгән осраҡта ғына, дәүләт башлығының роле хәл иткес булып тора. Хөкүмәттең йәшәйеше парламент күпселегенә бәйле.

А. Денисов. Правительство // Большая советская энциклопедия: В 65 томах / гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1940. — Т. 46 (Пола — Призмы оптические). — С. 624—625. — 816 с. — 45 500 экз.

Правительство // Большая советская энциклопедия: в 51 томе / Б. А. Введенский. — 2-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1955. — Т. 34 (Польша — Прокамбий). — С. 348—349. — 656 с.

Правительство // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Samuel E. Finer. The History of Government from the Earliest Times (история правительства с древнейших времён), в 3-х тт. Oxford University Press: Оксфорд, 1997 и 1999.

Krader, Lawrence (1968). Formation of the State, in Foundations of Modern Anthropology Series. Englewood Cliffs, N.J.: Prentice-Hall. x, 118 p.

  1. 1,0 1,1 Экономика. Толковый словарь. / д. э. н. Осадчая И.М. — Москва: ИНФРА-М, 2000.
  2. И. С. Масликов. Юридический словарь. — Дашков и Ко, 2010. — ISBN ISBN 978-5-394-01098-9.
  3. Т. Ф. Ефремова. Современный толковый словарь русского языка. В 3 томах.. — АСТ. — Т. 3. — ISBN 5-17-035822-9.
  4. Большой энциклопедический словарь / Прохоров Александр Михайлович. — Большая Российская энциклопедия, 2002. — ISBN ISBN 5-85270-160-2.
  5. Lewellen, Ted C. Political Anthropology: An Introduction Third Edition. Praeger Publishers; 3rd edition (30 November 2003)
  6. Comparative politics : interests, identities, and institutions in a changing global order, Jeffrey Kopstein, Mark Lichbach (eds.), 2nd ed, Cambridge University Press, 2005, ISBN 0-521-70840-0, p. 4
  7. Выступление В. В. Путина на официальном завтраке, данном от имени Премьер-министра Австралии Джона Говарда(недоступная ссылка)
  8. Встреча Д. А. Медведева с представителями региональных средств массовой информации(недоступная ссылка)
  9. Интервью Д. А. Медведева итальянскому телеканалу РАИ(недоступная ссылка)
  10. Встреча Д. А. Медведева с представителями Совета по международным отношениям 2009 йыл 19 ғинуар архивланған.
  11. «Россия — это президентская республика»
  12. «Россия остаётся президентской республикой — Госдума одобрила поправки в Конституцию»
  13. С. Миронов уверен, что Россия должна остаться президентской республикой
  14. Конституционная модернизация 2008 йыл 16 июнь архивланған.
  15. Станет ли Россия парламентской республикой?
  16. Доклад Председателя Конституционного Суда Российской Федерации В. Д. Зорькина на юбилейной Конференции в РАН 10 декабря 2003 года «Конституция России»
  17. Тезисы доклада Председателя Конституционного Суда Российской Федерации В. Д. Зорькина на конференции 29 октября 2003 года
  18. Роберт Элджи. Semi-presidentialism outside Europe. — Routledge, 2007. — С. 8, 9, табл. 1.1. — 266 с. — ISBN 0-20-395429-7 ISBN 978-0-203-95429-4.
  19. Мэттью Шугарт. Semi-Presidential Systems: Dual Executive and Mixed Authority Patterns. — Сан-Диего (Калифорния, США): Graduate School of International Relations and Pacific Studies University of California, San Diego, 2005. — 21 с.
  20. «Plutocrats — The Rise of the New Global Super-Rich and the Fall of Everyone Else» Chrystia Freeland is Global Editor-at-Large at Reuters news agency, following years of service at the Financial Times both in New York and London. She was the deputy editor of Canada’s Globe and Mail and has reported for the Financial Times, Economist, and Washington Post. She lives in New York City.