Майстренко Валерий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Майстренко Валерий Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (72 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]

Майстренко  Валерий Николаевич (8 сентябрь  1947 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006),  химия фәндәре докторы  (1990), профессор (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән  эшмәкәре (2001).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валерий Николаевич Майстренко[1]1947 йылдың 8 сентябрендә БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка ауылында (хәҙер бөткән) тыуа.

1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 

Эш урындары: 1975—1996 годы — БДУ-ның химия факультетында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор,  кафедра мөдире, декан; 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры; Сорос  профессоры; Рәсәйҙең үтә һәләтле ғалимдарына бирелә торған Президент стипендияһы стипендиаты. Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы буйынса Сорос фонды эксперты. 1996 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Майстренконың ғилми эшмәкәрлек даирәһе: аналитик экология. Ул тәбиғәт һәм сәнәғәт объекттарында токсик металдарҙы, диоксиндарҙы һәм башҡа  органик берләшмәләрҙе; тәбиғи мөхиттәрҙә юғары һөҙөмтәле  электрохимик берләшмәләрҙе билдәләү ысулдарын эшләгән; хлорорганик синтез территорияларының һәм предприятиеларының  диоксиндар менән бысраныуына баһалау үткәргән һәм  уларҙың тирә-яҡ мөхиткә таралыуын кәметеү буйынса технологик сиселештәр эшләгән; федерация субъекты  территорияһында тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәр хәүефе кимәле буйынса  райондарға бүлеү үткәргән.

Валерий Николаевич Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Аналитик химия буйынса ғилми советына, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса ғилми советына[2], республиканың «Диоксин», «Башҡортостан экологияһы», «Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү» программаларына етәкселек итә.  «Башкирский экологический вестник» журналының баш мөхәррире (1998 йылдан).

В. Н. Майстренконың уҡыусылары араһында  2 фән докторы һәм 17 фән кандидаты бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Майстренко Валерий Николаевич —  300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография, 12 патент һәм авторлыҡ танытмаһы авторы.

  • Основы современного электрохимического анализа. — М.: Мир, 2003 (авторҙаш).
  • Эколого-аналитический мониторинг стойких органических загрязнителей. — М.: БИНОМ, 2004

(авторҙаш).

  • Модифицированные электроды для вольтамперометрии в химии, биологии и медицине. — М.: БИНОМ, 2009.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Собрание биографий - Биография Майстренко Валерия Николаевича. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2013. 1 февраль 2013 тикшерелгән.
  2. Махмутов, Наиль А строй отряды ... шагают дальше — Уфа: Лето, 2012. — Б. 306. — 344 б. — ISBN 978-5-8708-060-1.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. — Уфа: Башкортостан, 1995.
  • Кто есть кто в российской аналитической химии. Доктора наук. — М.: Издательство ЛКИ, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]