Дауытов Гәрәй Дәүләтбай улы
Уҡыу көйләүҙәре
Дауытов Гәрәй Дәүләтбай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡорт АССР-ы Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 8 сентябрь 1946 |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 6 декабрь 2008 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Дауытов Гәрәй Дәүләтбай (8 сентябрь 1946 йыл — 6 декабрь 2008 йыл), уҡытыусы, комсомол, партия һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре, журналист. 1990 йылдан Бөрйән районының «Таң» гәзите хәбәрсеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гәрәй Дәүләтбай улы Дауытов 1946 йылдың 8 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын 1970 йылда тамамлай. Тормош юлы һәм эшмәкәрлеге Бөрйән районы менән бәйле:
- мәктәп бүлеге мөдире (1970);
- ВЛКСМ-дың Бөрйән район комитетының 1-се секретары (1973 йылдан);
- КПСС-тың Бөрйән район комитетында хеҙмәткәр;
- Әбделмәмбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы (1975 йылдан);
- Әбделмәмбәт урта мәктәбе интернаты мөдире (1980 йылдан);
- «Урал» колхозы партия ойошмаһы секретары (1978—1980 йылдар);
- Бөрйән район мәғариф бүлегенең методик кабинеты хеҙмәткәре (1986 йылдан);
- Бөрйән районы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире (1989 йылдың ғинуар айынан);
- КПСС-тың Бөрйән район комитетында инструктор (1989 йылдың июнь айынан);
- Бөрйән районы «Таң» гәзите хәбәрсеһе (1990 йылдан)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Даутов Гарай Давлетбаевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 190. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»[1]