Эстәлеккә күсергә

Бачинский Кшиштоф Камиль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кшиштоф Камиль Бачинский
Krzysztof Kamil Baczyński
Исеме:

Кши́штоф Ками́ль Бачи́нский

Псевдонимдары:

Ян Бугай (Jan Bugaj), Пётр Смугош (Piotr Smugosz), Кшиштоф Зелинский (Krzysztof Zieliński), Кшысь (Krzyś), Эмиль (Emil)

Тыуған көнө:

22 ғинуар 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Варшава

Вафат булған көнө:

4 август 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (23 йәш)

Вафат булған урыны:

Варшава

Гражданлығы:

Польша Польша

Эшмәкәрлеге:

поляк шағиры

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

поляк

Наградалары:
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал
«Варшава өсөн 1939-1945» миҙал

Кшиштоф Камиль Бачинский (пол. Krzysztof Kamil Baczyński; псевдонимдары Ян Бугай (Jan Bugaj), Пётр Смугош (Piotr Smugosz), Кшиштоф Зелинский (Krzysztof Zieliński), Кшысь (Krzyś), Эмиль (Emil) һәм башҡалар; 22 ғинуар 1921 йыл — 4 август 1944 йыл) — поляк шағиры.

Кшиштоф Камиль Бачинский 1921 йылдың 22 ғинуарында Варшавала тыуған. Атаһы Станислав Бачинский — яҙыусы һәм әҙәби тәнҡитсе, әсәһе уҡытыусы, бер нисә мәктәп дәреслеге авторы булған. Гимназияла уҡыған сағында «Спартакус» бойондороҡһоҙ социалистик йәштәр берлегенә ингән. Нәфис сәнғәттәр академияһында уҡый, график, китап рәссамы булырға хыяллана. Илде немецтар баҫып алғас, поляк телен һәм әҙәбиәтен йәшерен Варшава универстиетында өйрәнә, Армия Крайованың подхорунжийы була.

1942 йылда Бачинский йәшерен нәшриәттә Ян Бугай исеме менән «Һайланма шиғырҙар» китабын сығара. 96 дана итеп ротаторҙа баҫылған китап тиҙ таралып бөтә, авторҙа берҙән-бер дана тороп ҡала.

1942 йылдың июнендә Бачинский бергә йәшерен университетта полонистиканы өйрәнгән Барбараға өйләнә.

Бачинский 1944 йылда Варшава ихтилалы барышында һәләк була. Бер нисә аҙнана һуң уның ҡатыны ла үлтерелә.

Кшиштоф Камиль Бачинский Варшавала Воинское Повонзки зыяратында ерләнгән.

Йәшерен рәүештә бәләкәй генә әҙ тиражлы бер нисә китап сығара. 500-ләгән шиғырҙан, бер нисә поэманан һәи ике тиҫтә хикәйәнән торған әҙәби мираҫы һуғыштан һуң донъя күрә. Әҙәбиәт тарихында үҙ быуынының (Колумбтар быуыны) иң күренекле шағиры, поляк әҙәбиәтенең легендар шәхесе булып ҡала.

Уның исемендәге әҙәби премия булдырыла. Шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Эва Демарчик һәм башҡа танылған бардтар башҡара.

рус телендә Бачинскийҙы Анатолий Гелескул, Борис Дубин, Георгий Ефремов, Мария Петровых, Александр Ревич, Борис Слуцкий, Зыгмунт Левицкий, Наталья Горбаневская, Дмитрий Кузьмин тәржемә итә.

  • Шиғырҙар. Мәскәү: Художественная литература, 1978.
  • «Żołnierz, poeta czasu kurz»: Wspomnienia o K. K. Baczyńskim. Kraków: Wydawnictwo Literackie, 1974.