Нечвалода Елена Евгеньевна
Нечвалода Елена Евгеньевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 4 август 1968 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | этнограф |
Нечвалода Елена Евгеньевна (4 август 1968 йыл) — этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1998)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елена Евгеньевна Нечвалода 1968 йылдың 4 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлай.
1994—1997 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Археология һәм этнография музейы менән Көньяҡ Урал халыҡтары бүлеге аспирантураһында уҡый (фәнни етәксеһе — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР Фәндәр академияһы академигы, профессор Р. Ғ. Кузеев)
1997 йылдан алып Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө Фәнни Үҙәгенең Этнография бүлегендә эшләй.
1998 йылда этнология, антропология темалары буйынса «тарих фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: традицион орнамент, биҙәү сәнғәте[2].
2006 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында.
Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостандың башҡорт, урыҫ, мари, сыуаш һ. б. халыҡтарының традицион кейемдәрен (сигеү, биҙәкләп туҡыу, аппликация һ. б.) һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә арналған.
Хеҙмәттәрендә Волга-Урал төбәгендә, Себерҙә һ. б. төбәктәрҙә барған этно- һәм мәҙәни-генетик процестарҙы сағыштырып анализлай.
Башҡортостан Республикаһы, Свердловск һ. б. өлкәләр буйлап 10-дан ашыу этнографик экспедицияла ҡатнаша. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы[3].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Орнамент счётной вышивки башкир. Уфа, 2002.
- Башкирское народное искусство: альбом. Уфа, 2002 (авторҙаш).
- Финно‑угорские народы в коллекциях Музея археологии и этнографии Центра этнологических исследований УНЦ РАН: каталог. Уфа, 2006.