Эстәлеккә күсергә

Пищальников Владислав Тимофеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пищальников Владислав Тимофеевич
Тыуған көнө 4 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (100 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Пищальников Владислав Тимофеевич (4 август 1924 йыл2012 йыл) — Башҡортостан радио һәм телевидениеһының беренсе тауыш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).

Владислав Тимофеевич Пищальников 1924 йылдың 4 авгусында Башҡорт АССР-ының Сәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1960-сы йылдарҙа Мәскәүҙең Дәүләт тауыш яҙыу йортонда стажировка үтә. Бер үк ваҡытта Ленинградта режиссёрҙар курстарында уҡый. 1939 йылдан алып инструменталь ансамблдә музыкант була. 1942 йылдан алып Башҡортостан радиоһының тауыш режиссёры. 1959 йылда Башҡортостан телевидениеһында тауыш режиссёры, ә 19621987 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһында режиссёр булып эшләй.

Башҡортостан радиоһында эшләгән сағында М. Вәлиевтың С. Мифтахов либреттоһына «Һаҡмар», Р. Мортазиндың Р. Янбулатова либреттоһына «Дауыл», З. Исмәғилевтың Б. Бикбай либреттоларына «Салауат Юлаев», «Ҡоҙаса» һәм башҡа операларҙы беренсе тапҡыр радио аша тапшыра. Телевидениела эшләү дәүерендә «Огонек», «Башҡортостан сәнғәте оҫталары», «Халыҡ ижады» телетапшырыуҙар программалары, башҡа бик күп телеспектаклдәр, фильмдар, концерттар, спектаклдар программаларының етәксеһе була. Башҡорт радио һәм телевиениеһының саҡырыу тауышы авторы. 1989 йылдан В. Т. Пищальников — Х. Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһының музыкаль-әҙәби лекторийы мөхәррире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974)
  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.