Вәхитов Фәйез Фәтих улы
Вәхитов Фәйез Фәтих улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 август 1916 |
Тыуған урыны |
Таҫҡаҡлы, Туҙлыҡыуыш ауыл Советы, Саҡмағош районы Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Вафат булған көнө | 15 июль 2006 (89 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | актёр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Вәхитов Фәйез Фәтих улы (4 август 1916 йыл — 15 июль 2006 йыл) — актёр, театр эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1946), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәхитов Фәйез Фәтих улы 1916 йылдың 4 авгусында Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Таҫҡаҡлы ауылында[1].
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән 1940 йылда Өфө ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғышты өлкән сержант званиеһында Берлинда тамамлай. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Кавказды обороналағаны өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[2]. 1956 йылда А. Н. Островский исемендәге Ленинград театр институтын тамамлай. 1934—40 йылдарҙа Ауырғазы (хәҙер Салауат башҡорт драма театры) һәм Дүртөйлө колхоз-совхоз театрҙары актёры. 1946—61 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия театры актёры, бер үк ваҡытта 1956—61 йылдарҙа һәм 1965—68 йылдарҙа уның директоры вазифаһын башҡара. 1961—65 йылдарҙа һәм 1968—77 йылдарҙа БАССР Министрҙар советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетыты режиссеры, баш режиссёры булып эшләй.
Репуртуары һәм башҡарған ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижади эшмәкәрлеге башында көслө характерлы ролдәр башҡара: Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Ғәйфулла («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафуриҙың шул уҡ исемдәге повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимов инсценировкаһы), Вафа («Башмағым») һ.б. Башҡорт драма театрында Вәхитов репертуарында башлыса драматик һәм героик ролдәр була: Ваһап («Таңсулпан», Ҡ. Даян), Сәфәров («Ағиҙел ярында», Р. Ниғмәти), Арыҫлан («Вәғәҙә онотолмай», И. Ә. Абдуллин). Башҡортостан телевидениеһында театр һәм танылған актёрҙар тураһында тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай[1]
Маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1946)[1]
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2]
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977)
- «Кавказды обороналағаны өсөн» миҙалы[2]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Вәхитов Фәйез Фәтих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Вахитов Фаиз Фатихович 2021 йыл 6 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов Фәйез Фәтих улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 4 августа тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар
- 15 июлдә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡорттар