Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙинуров Рөстәм Марат улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы, социолог
Эшмәкәрлек төрө социология
Эш урыны Рәсәй дәүләт социаль университеты
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә социология фәндәре докторы[d] һәм иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены

Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров (11 апрель 1968 йыл) — Рәсәй ғалимы һәм сәйәсмәне, социология фәндәре докторы, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәй дәүләт социология университеты ректораты ҡарамағындағы советник, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе. 2019 йылдың ғинуарынан алып — «Берҙәм Рәсәй» партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе[1]. Бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2]. 2020 йылдың 23 апреленән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары[3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров 1968 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуа. Башҡорт дәүләт педагогия университетын (1992), Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһын (1994) тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институты студенттарының профсоюз комитеты рәйесе булып башлай.

1996 йылдан 1997 йылдың 5 ноябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандар ойошмаһы эштәре һәм социаль ярҙам ойоштороу буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары;

1997—1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығының идара аппаратын финанслау һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы урынбаҫары;

1999—2002 йылдарҙа — «Ватан» ОПОО (партия) төбәк башҡарма комитеты етәксеһе;

2003 йылда «Төбәк хеҙмәт баҙары һәм уны уны көйләүҙең социаль механизмдары» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай;

2002—2003 йылдарҙа — «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса бүлеге начальнигы — Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары;

2003—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһында Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәттең территориаль вәкиллеге етәксеһе;

2004 йылдан 2016 йылдың сентябренә тиклем — Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры, 2017 йылдан — ректораты ҡарамағындағы советник[4].


2017 йылдың июненән 2018 йылдың декабренә тиклем — «Зоркий» спорт клубының Генераль директоры.

2018 йылдың ғинуарынан алып — «Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе;

2020 йылдың апреленән — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

80-дән ашыу фәнни һәм фәнни-методик хеҙмәт, шул иҫәптән өс монография һәм биш уҡыу-методик әсбап авторы. Һуңғы монографияларының береһе — «Социаль эшмәкәрлектең иҡтисади киңлеге» айырым фәнни һәм ғәмәли ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра: унда Башҡортостан Республикаһының социаль өлкәһен иҡтисади тәьмин итеү буйынса уникаль эмпирик материал тупланған[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990—2000 йылдарҙа — РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән профсоюздары үҙәк комитеты ағзаһы;

2000—2006 йылдарҙа — БР Президенты ҡарамағындағы Йәмәғәт кәңәшмәһе ағзаһы;

2006 йылдан әлеге көнгә тиклем — «Рәсәй ғаиләһе» Милли йәмәғәт комитетының Башҡортостан төбәк ойошмаһы етәксеһе;

2010 йылдан — Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе[6].

2013 йылдан 2018 йылдың сентябренә тиклем — БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса Эксперт советы рәйесе.

2017 йылдың сентябренән 2018 йылдың октябрь тиклем — Красногорск ҡала округының Йәмәғәт Палатаһы аппараты етәксеһе.

2019 йылдың ғинуарынан алып — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары.

2019 йылдың февраленән — Өфөнөң «Кировец» хоккей клубының попечителлек советы рәйесе.

Бер нисә республика йәмәғәт проекттын ойошторар, улар араһында — «Баланы спортҡа килтер», «Йәштәр хөкүмәтен», «Өсөнсө быуын университеты».[7] БР дәүләт хеҙмәткәрҙәренең «Ватан» футбол клубы президенты. «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты остазы.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Профсоюздарға 100 йыл» миҙалы
  • «Рәсәй ғаиләһе» Милли йәмәғәт комитетының «Мәрхәмәт һәм гуманизм өсөн» миҙалы
  • «Фәнгә индергән өлөш өсөн П. Сорокин исемендәге миҙал» (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре (2013)
  • «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2018)
  • Григорий Аксаков ордены (2020)
  • Салауат Юлаев ордены (2022).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единая Россия официальный сайт Партии / Кто есть кто. bashkortostan.er.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2019.
  2. Парламентский портал :: Ахмадинуров Рустем Маратович :: Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан. portal.parliament.gov.ru. Дата обращения: 31 ғинуар 2019. 2019 йыл 1 февраль архивланған.
  3. Рустем Ахмадинуров избран заместителем председателя Госсобрания Башкортостана
  4. Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в республике Башкортостан». personarb.ru. Дата обращения: 11 март 2016.
  5. Administrator. Руководство и структура. taekwon-do-rb.ru. Дата обращения: 11 март 2016.
  6. Рустем Ахмадинуров объявил о новом (восьмом) наборе слушателей в Школу Российской политики. Дата обращения: 11 март 2016.
  7. Рустем Ахмадинуров, советник при ректорате Российского государственного социального университета: «Нужно создавать условия, чтобы научные знания превращались в реальные практические результаты – инновации». Дата обращения: 11 март 2016.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]