Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы
Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
БАССР Финанс министрлығы | |
Бойһоноусылар | Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте |
Башҡортостан Республикаһы финанс министры | Собханғолова Рида Таһир ҡыҙы |
Сайт | |
http://minfinrb.bashkortostan.ru/ |
Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы — Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә берҙәм финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәте үткәреүҙе тәьмин итеүсе һәм был өлкәлә республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялаусы Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының республика органы.
Адресы: 450101, Өфө, Туҡай урамы, 46
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө провинцияһы Ырымбур губернаһына ингән ваҡытта, финанс мәсьәләләре менән ҡаҙна палаталары — 1775 йылда ойошторолған Рәсәй империяһының финанс министрлығы губерналар учреждениелары идара итә.
1782 йылдың 29 апреленән алып 1919 йылға тиклем Өфө Ҡаҙна палатаһы эшләй.
1917 йылдан алып Башҡортостан Хөкүмәтенең финанс бүлеге, һуңынан, 1922 йылға тиклем, — Өфө губерна революцион комитеты составында ойошторолған Өфө губерна финанс бүлеге эшләй.
Өфө губернаһы бөтөрөлгәндән һәм Башҡорт АССР-ы сиктәрен киңәйткәндән һуң, кантон финанс бүлектәре булған һигеҙ кантон һәм тейешле финанс органдары менән 296 улус ойошторола.
1919 йылдың 23 февралендә Вәлидовсы Башҡорт революцион комитеты тарафынан Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы булдырылғансы Халыҡ финанс комиссариаты төҙөлә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге декреты менән Халыҡ финанс комиссариаты булдырыла.
Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығынан алда, БАССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 26 мартындағы № 6-2/23 һанлы указы менән, Башҡорт АССР-ының Халыҡ финанс комиссариатын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, Башҡорт АССР-ы финанс министрлығы булдырыла.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә финанс, бюджет һәм һалым сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итә, Башҡортостан Республикаһы бюджетын төҙөй һәм уның үтәлешен ойоштора, финанс контролде тормошҡа ашыра.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 14 мартындағы 88-се һанлы ҡарары менән, Финанс министрлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының норматив хоҡуҡи акттары һәм закондары проекттарын, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары талап ителгән финансҡа ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса башҡа документтарҙы индерә, сығымдар буйынса һәм Башҡортостан Республикаһы бюджеты дефицитын финанслау сығанаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеү тәртиптәрен билдәләй.
Беренсе етәкселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы финанс министрҙары, Башҡорт АССР-ы финанс министрҙары, Башҡорт АССР-ы финанс наркомдары[1]:
- Башҡортостан Республикаһы финанс министрҙары
- Иғтисамова Лира Заҡуан ҡыҙы
- Собханғолова Рида Таһир ҡыҙы (10.10.2013 — 27.09.2018)
- Хисмәтуллина Рузалия Сафиулла ҡыҙы (28.12.2010 — 02.10.2013)
- Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы[2] (06.02.2002 — 24.12.2010)
- Хантимеров Фоат Ғәләүетдин улы (08.10.1994 — 05.02.2002)
- Кинйәбулатов Юлай Вәлитдин улы (06.02.1992 — 07.10.1994)
- Насыбуллин Марат Ҡасим улы (17.04.1990 — 06.02.1992)
- Башҡорт АССР-ы финанс министрҙары
- Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы (03.05.1988 — 17.04.1990)
- Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (22.07.1971 — 29.04.1988)
- Вәлиев Самат Фәттәх улы (04.03.1948 — 06.07.1971)
- Фролов Сергей Андреевич (24.03.1944 — 04.03.1948)
- Башҡорт АССР-ы финанс наркомдары
- Ремеев Хабибула Ғәлиулла улы (19.12.1937 — 24.03.1944)
- Хисаметдинов Шәйхетдин Фәхретдин улы (19.04.1935 — 04.12.1937)
- Йомаҡаев Йософ Садретдин улы (25.02.1931 - 19.04.1935)
- Әсхәдуллин Әхмәт Мөхтәр улы (30.08.1929 - 25.02.1931)
- Григорьев Григорий Венедиктович (05.1927 - 30.08.1929)
- Шалимов Сергей Дмитриевич (01.1925 - 05.1927)
- Беляев Александр Ильич (15.11.1923 - 01.1925)
- Зубарев Прокопий Тимофеевич (01.1923 - 15.11.1923)
- Бойков Александр Захарович (18.07.1922 - 12.1922)
- Озоль Иван Карлович (1920 - 1922)
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы (23.02.1919 - 05.07.1920)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://minfinrb.bashkortostan.ru/ 2013 йыл 21 август архивланған.