Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Ишҡар, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2 июль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө иҡтисадсы, партия эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәлимуллин Ләбип Сәхиулла улы (27 июль 1939 йыл — 2 июль 2012 йыл) — иҡтисадсы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1975). Илеш районының почётлы гражданы (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләбип Сәхиулла улы Кәлимуллин 1939 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Илеш районы Ишҡар ауылында тыуған.

1957 йылда Өфө авиация техникумын, 1970 йылдан ситтән тороп Өфө авиация институтын (хәҙерге ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1957 йылда Өфө моторҙар эшләү заводында (хәҙерге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) токарь булып башлай, план-иҡтисад бүлеге начальнигы вазифаһына тиклем күтәрелә.

19721975 йылдарҙа Өфө моторҙар заводы партия комитетының завод хакимиәте эшмәкәрлегенә күҙәтеү комиссияһы рәйесе булып эшләй.

1975 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты оборона сәнәғәте бүлеге инструкторы вазифаһына эшкә саҡырыла.

1978 йылда КПСС-тың Өфө ҡалаһы Калинин район комитетының икенсе секретаре итеп һайлана.

1980 йылда Башҡорт АССР-ының Дәүләт планы (Госплан) рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1984 йылдан Башҡорт АССР-ының яғыулыҡ сәнәғәте министры, 1988 йылдан Башҡорт АССР-ының финанс министры вазифаларында эшләй.

19881990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Президиумы ағзаһы булып тора.

1990 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт һалым инспекицияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм 1997 йылда хаҡлы ялға киткәнсе шул вазифала эшләй.

Ләбип Сәхиулла улы Кәлимуллин 2012 йылдың 2 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1964, 1989)
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1975)
  • Илеш районының почётлы гражданы (2005)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]