Әхмәров Ғәбит Абдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғәбит Әхмәров битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәров Ғәбит Абдулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 февраль 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Фёдоровка районы, Бала-Сытырман ауыл Советы (Фёдоровка районы), Иҫке Сытырман
Вафат булған көнө 11 апрель 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Фёдоровка районы
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24 февраль 1921 йыл — 11 апрель 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты[1]. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәбит Абдулла улы Әхмәров 1921 йылдың 29 февралендә АСБР-ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман ауылында тыуған. Белеме — тулы булмаған урта. 1936—1941 йылдарҙа «Салауат» колхозында эшләй, һуңынан — Федоровка районы Юлдаш башланғыс мәктәбендә — уҡытыусы.

1941 йылда үҙ ирке менән Башҡорт АССР-ының Федоровка военкоматы аша һуғышҡа китә. 1942 йылдан — ғәмәлдәге армияла. 1945 йылда Ғ. Әхмәров Тамбов кавалерия училищеһын тамамлай. 1945 йылдың ноябренән лейтенант Әхмәров — запаста.

Фёдоровка районында Эске эштәр министрлығы район бүлегенең участка инспекторы булып эшләй, артабан — «Салауат» Пушкин исемендәге колхоздары рәйесе, Бала-Сытырман ауыл Советы рәйесе булып эшләй, шулай уҡ «Пугачев» совхозында.

1996 йылдың 11 сентябрендә вафат була. Башҡортостандың Фёдоровка районы Иҫке Сытырман ауылында ерләнгән.

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

62-се гвардия кавалерия полкы 45-мм орудиелары батареһының ут взводы командиры ярҙамсыһы ((Үҙәк фронты, 61-се армия, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы)) гвардия өлкән сержанты Әхмәров Ғәбит Чернигов өлкәһендәге (Украина) алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡтар күрһәтә, бының хаҡта наградлау документтарында ошолай яҙыла[2]:

«Клочково тораҡ пункты (Чернигов өлкәһенең Городнянск районы) тирәһендәге алышта һөжүм иткән подразделениеларға дошмандың көслө пулемет-миномет уты алып барыла, бер үк ваҡытта яҡшы йәшерелгән дошман бронемашинаһынан да интенсив ут алып барыла. Алға китеш ауырлаштырыла. Гвардия өлкән сержанты Әхмәров, 45-миллиметрлыҡ пушканы асыҡ позицияға сығарып, беренсе атыуҙан уҡ бронемашинаны юҡ итә һәм пулемет расчетын ҡыйрата һәм шуның менән полктың хәрби частарының алға китешен тәьмин итә. 1943 йылдың 21 сентябрендәге „1 Май“ совхозы өсөн алыштарҙа дошман танкыларҙың һәм үҙ йөрөшлө пушкаларҙың ярҙамында көслө минометтарға ҡаршы уты менән һөжүм итеүен һәм беҙҙең частарҙы алға китешен тотҡарларға тырыша. Әхмәров, 45-миллиметрлыҡ пушканы уңайлы урында ҡуйып алып, дошмандың дауыллы утына ҡарамаҫтан, бер нисә атыу менән бер үҙ йөрөшлө „фердинанд“ пушкаһын һәм бер урта танкын ҡыйрата һәм шуның менән частарҙың хәрби бурысты үтәү өсөн алға китешен тәьмин итә.

1943 йылдың 22 сентябренә ҡараған төндә Ивашково ауылы өсөн алышта дошман „тигр“ төрөндәге 3 танкы һәм 2 урта танкы һәм үҙйөрөшлө пушка ярҙамында подразделениеларҙың алға китешен тотҡарларға маташа. Әхмәров, сыҙамлыылҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, танкыларҙы һәм үҙйөрөшлө пушканы яҡын арауыҡҡа индерә һәм уларҙы утҡа тота. Һөҙөмтәлә 1 үҙйөрөшлө пушка һәм 1 урта танкы яндырыла, ә ҡалғандары кире борола…»

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февралендәге Уҡазына ярашлы гвардия өлкән сержанты Әхмәров Ғәбит Абдулла улы Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә һәм уға «Алтын Йондоҙ» миҙалы (3024-се һанлы) һәм Ленин ордены тапшырыла[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғ. А. Әхмәровтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Должность и воинское звание на дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза
  2. 2,0 2,1 2,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 23/3, л. 6/360, 361)
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы) — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]