Рудный (Ҡаҙағстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рудный
Герб
Coat of arms of Rudnyi.png
Рәсем
Дәүләт Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Административ-территориаль берәмек Костанайская область[d]
Халыҡ һаны 128 234 кеше (2014)
Почта индексы 111500–111501
Рәсми сайт rudny.gov.kz
Commons-logo.svg Рудный Викимилектә

Ру́дный (ҡаҙ. Рудный) — Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе Тубыл йылғаһы буйындағы ҡалаһы. 1957 йылда тимер мәғдәне сығара башлау һәм Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөү менән бәйле барлыҡҡа килә.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башта «Рудный» — «Соколоврудстрой» тресы төҙөүселәре йәшәгән ҡасаба була. Һуңғараҡ таусылар уны Рудногорск тип тә йөрөтә. Палаткаларҙан торған ҡаласыҡ барлыҡҡа килгәс, Семидесятипалатинск тигән атаманы ла тәҡдим итә башлайҙар. Рәсми ҡағыҙҙарҙа ҡасаба исеме ҡат-ҡат үҙгәрә, төрлө фекерҙәр әйтелеп, бәхәстәр ҙә тыуа. Бәхәстәргә «Огонек» журналында сыҡҡан В. М. Полыниндың «Новоселы Рудного» мәҡәләһе нөктә ҡуя (1955, 14-се һан)[1].

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты ҡырҡа континенталь, йылдың дүрт миҙгеле ныҡлы айырылып тора.

Ҡышын һауа температураһы аҙна эсендә минус 25-40 °C — ҡа етә. Йәйгеһен ике аҙна температура 30 °C тора.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −16 −15,3 −7,9 5,6 13,6 19,1 21 17,8 12,1 2,7 −5,5 −12,7 2,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 17 13 15 23 27 37 56 35 27 28 24 20 322

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1949 йылдың 18 февралендә лётчик Михаил Григорьевич Сургутанов «Сарбай» тип аталған ерҙән осоп барғанда компастың тулағанына иғтибар итә. Бер нисә айҙан магнит аномалияһы булған урынға геологтар һәм географтар килеп төшә. Шулай итеп Соколов мәғдән ятҡылығы асыла. Уны геолог В. К. Пятунин асҡан һәм өйрәнгән тип һанала.

1954 йылдың йәйендә хөкүмәт комбинат һәм ҡала төҙөү тураһында ҡарар сығара.

1955 йылдың майында ҡалаға тәүге төҙөүселәр килә. Таусылар, геологтар һәм төҙөүселәр башта Комсомольск ҡасабаһына урынлаша. Палаткалар, йыйылма щитлы йорттар ҡорола.

1955 йылда уҡ комсомол юлламалары менән тәүге 4 мең кеше килә.

Буласаҡ ҡаланы Алексеевканан 3 километр алыҫлыҡта нигеҙләйҙәр.

1956 йылдың йәйендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Юғары Советы Президиумы Рудныйға эшселәр ҡасабаһы статусы бирә. Комсомольск ҡасабаһы ла уға индерелә.

1957 йылдың 30 авгусында ҡасаба өлкәгә буйһоноулы ҡала тип иғлан ителә.

Йылдар уҙыу менән Рудный Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһендәге эре сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелә.

Ҡалала «Казогнеупор», «Трансремвагон», ТОО «Лидер-2», «Сарыбай», «Иргиз», «Имсталькон» заводтары, «Арасан» алкоголһеҙ эсемлектәр фирмаһы, «ДОК-мебель», «Кожевенный завод», ТОО «АзияСтройОптТорг» кеүек ойошмалар бар.

2008 йылда Рудныйҙа мәсет асыла, 2012 йылдың ғинуарында Изге Иоанн Богослов Соборы сафҡа инә.

Ҡаланы үҫтереү буйынса 2046 йылға тиклем генераль план төҙөлгән. .

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡала биләмәләрендә 130 068 кеше йәшәгән, ә ҡаланың үҙендә 115 506 кеше көн итә[2].

Милли состав (2018 йылдың 1 ғинуарына):


Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рудныйҙа тимер юл пассажир транспорты әҙ йөрөй. Автовокзал бар. Ҡала йәмәғәт транспортында 3 фирма-ташыусы эш итә:

  • ТОО «Рудныйавтотранс».
  • ТОО «Транс-Экспресс-Сервис».
  • ТОО «Первые пассажирские перевозки»

Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рудныйҙа 13 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 3 — ҡаҙаҡ телле, 1 башланғыс мәктәп һәм 1 кадет мәктәбе.

Бынан тыш 4 гимназия һәм 1 лицей бар.

Политехник, төҙөлөш һәм транспорт, И. Алтынсарин исемендәге социаль-гуманитар, технология һәм сервис, тау-технологик, музыкаль колледждар эшләй.

Бер юғары уҡыу йорто — Рудный индустриаль институты бар.

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рудныйҙа христианлыҡ һәм ислам киң таралған[3], шулай уҡ 2008 йылда төҙөлгән «Нур» мәсете бар.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В. М. Полынин. «Новоселы Рудного». — «Огонек»- 1955, № 14
  2. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2018 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. 10 июнь 2018 тикшерелгән.
  3. Олейник Александр — История Общины Евангельских Христиан Баптистов в г. Рудный // Библейский Институт г. Алматы, Казахстан, 2013

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рудный, город (Костанайская область, Казахстан)
  • В. М. Полынин. «Новоселы Рудного». — «Огонек»- 1955, № 14.
  • Рудный, город (Костанайская область, Казахстан) [1]