Тверяков Игорь Львович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тверяков Игорь Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто Волгоград дәүләт физик культура академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Александра Невского II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Дуҫлыҡ ордены Почёт ордены заслуженный тренер России

Тверяков Игорь Львович (11 апрель 1960 йыл) — тренер, педагог. 1977 йылдан Өфөләге Олимпия резервының 18-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе уҡытыусы тренеры, 1993—2013 йылдарҙа — директоры. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999) һәм халыҡ ара категориялы судья (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Александр Невский (2013), Почёт (2010), Дуҫлыҡ (2006) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2002) менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Львович Тверяков 1960 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуған. 1982 йылда «физик культура һәм спорт» һөнәре буйынса Волгоград дәүләт физик культура институтын тамамлаған[1].

1977 йылдан Өфө ҡалаһының 18-се һанлы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе спортсыларын күнектерә, 1993—2013 йылдарҙан ошо мәктәптең директоры була[2]. 1984 йылдан алып 1992 йылға тиклем «Дауыл ҡошо» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер-уҡытыусы булып эшләй. 1994 йылдан йөҙөү буйынса Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры булып эшләй[3], 1996—2012 йылдарҙа — йыйылма команданың баш тренеры була[4]. Доцент[5]. «Башҡортостан йөҙөү федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйесе урынбаҫары[6].

Уның тәрбиәләнеүселәре араһында иң юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәре:

  • Оксана Савченко — һигеҙ тапҡыр паралимпия чемпионы (2008, 2012)[7],
  • Андрей Строкин — биш тапҡыр паралимпия чемпионы (2000, 2004)[8],
  • Александр Неволин-Светов — ике тапҡыр паралимпия чемпионы (2008, 2012),
  • Михаил Зимин — паралимпия чемпионы (2012 йыл).

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» маҡтаулы исеме (1999).
  • «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе (1999).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
  • Йөҙөү буйынса халыҡ-ара категориялы судья (2001).
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2002)[9].
  • «Рәсәй Дәүләт спорт комитетына 80 йыл» миҙалы.
  • «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе (2005).
  • Дуҫлыҡ ордены (2006)[10].
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» ҡаһарманлыҡ билдәһе (2008).
  • Почёт ордены (2010)[11].
  • Александр Невский ордены (2013)[12].

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мосунов Д. Ф., Тверяков И. Л., Клешнев И. В., Мосунова М. Д., Котелевская Н. Б. Резонансный метод повышения активности высококвалифицированных пловцов. // Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта — 2009[13].
  • Тверяков И. Л. Обобщение опыта многолетней подготовки спортсменов по виду спорта спорт слепых — дисциплина плавание. // Ученые записки университета им. П. Ф. Лесгафта — 2015[14].
  • Глушков С. И., Клешнев И. В., Тверяков И. Л. Использование молекулярно-генетического анализа для индивидуализации подготовки спортсменов-паралимпийцев в плавании. // Адаптивная физическая культура — 2015[15].
  • Глушков С. И., Клешнев И. В., Тверяков И. Л. Оценка успешности соревновательной деятельности спортсменов-паралимпийцев в плавании (спорт слепых) по данным биохимического контроля. // Адаптивная физическая культура — 2015[16].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Известные выпускники вуза, добившиеся весомых успехов в профессиональной деятельности
  2. Тверяков Игорь Львович(недоступная ссылка)
  3. Плавание (Спорт слепых)
  4. И. Л. Тверяков: «Попробуйте пожить с нищими, и вы сами обнищаете…»(недоступная ссылка)
  5. Зал славы
  6. Руководство
  7. Чемпионка Паралимпиады Оксана Савченко едва успела на предварительный заплыв 2017 йыл 30 август архивланған.
  8. НОВЫЕ ПОБЕДЫ УФИМСКИХ ПАРАЛИМПИЙЦЕВ
  9. Указ Президента Российской Федерации от 6 апреля 2002 года № 356 О награждении государственными наградами Российской Федерации спортсменов, тренеров, работников физической культуры и спорта
  10. Указ Президента Российской Федерации от 10 августа 2006 года № 894 О награждении государственными наградами Российской Федерации
  11. Указ Президента Российской Федерации от 18.11.2010 г. № 1448 О награждении государственными наградами Российской Федерации
  12. Указ Президента Российской Федерации от 25.03.2013 г. № 269 О награждении государственными наградами Российской Федерации
  13. Резонансный метод повышения активности высококвалифицированных пловцов
  14. Тверяков И. Л. Обобщение опыта многолетней подготовки спортсменов по виду спорта спорт слепых — дисциплина плавание 2019 йыл 9 февраль архивланған.
  15. Использование молекулярно-генетического анализа для индивидуализации подготовки спортсменов-паралимпийцев в плавании 2018 йыл 26 октябрь архивланған.
  16. Оценка успешности соревновательной деятельности спортсменов-паралимпийцев в плавании (спорт слепых) по данным биохимического контроля 2019 йыл 17 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]