Черных Юрий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Черных Юрий Алексеевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 11 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Ишембай
Вафат булған көнө 27 апрель 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ойошма йәки клуб ағзаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Черных Юрий Алексеевич (11 февраль 1952 йыл) — 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе. «Салаватнефтемаш» йәмғиәтенең генераль директоры (1995—2005). Техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Черных Юрий Алексеевич 1952 йылдың 11 февралендә Башҡорт АССР-ы Ишембай ҡалаһында тыуған[1][2].

1975 йылда инженер-механик һөнәре буйынса Силәбе политехник институтын тамамлай.

1975—1976 йылдарҙа Новосибирск ҡалаһында «Сибсельмаш» заводының 17-се һанлы цехының инженер-технологы булып эшләй.

1976—1988 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» йәмғиәтендә инженер; баш конструктор бүлегенең өлкән инженеры; производство-диспетчерлыҡ бүлеге бюроһы начальнигы; етештереүгә әҙерләү бүлеге начальнигы була.

1979 йылдан Рубцово транспорт машиналар эшләү заводының Ишембай филиалында технолог булып эшләй.

1988—1989 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе заводының партия комитеты секретары, баш инженеры вазифаларын башҡара.

1995—2005 йылдарҙа «Салаватнефтемаш» ААЙ-һы генераль директоры булып эшләй.

Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған.

1995 йылдан Салауат ҡала Советы депутаты итеп һайлана. Ә ике саҡырылышта 2003—2008 йылдарҙа Салауат ҡала Советы рәйесе була. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы.

Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы
  • «Сифат өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе («Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары — 2007»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 100 КРУПНЕЙШИХ ПРЕДПРИЯТИЙ(недоступная ссылка)
  2. http://evropressa.ru/index/p-chernih2008.jpg(недоступная ссылка)