Эстәлеккә күсергә

Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Ректор Валитов, Шамиль Махмутович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Алмаштырылған Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты[1]
Рәсми сайт ksfei.ru[2]
Карта
 Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты Викимилектә

Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты (КГФЭИ) (татар. Казан дәүләт финанс-икътисад институты, рус. Казанский государственный финансово-экономический институт) — Рәсәйҙә иҡтисад фәне өлкәһендә белгәстәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорто. Вуз халыҡ-ара дәрәжәле белгәстәр әҙерләү менән генә сикләнмәй, шулай уҡ Рәсәй тормошонда килеп сыҡҡан ауыл финанс һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.

2011 йылдың көҙөнән Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының бел өлөшө булып тора. КГФЭИ 7 факультет һәм 21 кафедраны берләштерә. КГФЭИ-ла 4 мең студент уҡый. Профессор-уҡытыусылар һаны 208 кеше. Институтта барлығы ғилми дәрәдәһе һәм исемдәре булған 195 кеше, шул иҫәптән 25 фән докторы эшләй. Хәҙерге ваҡытта аспирантурала 90 кеше уҡый, көндәҙгө бүлектә 34 кеше. 2007 йылдан Вәлитов Шамил Мәхмүт улы КГФЭИ ректоры булып эшләй.

Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты 1931 йылда В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетының иҡтисад факультеты базаһында төҙөлә, артабан институтҡа В. В. Куйбышев исеме бирелә.

1992 йылда КГФЭИ Рәсәйҙә беренселәрҙән булып «Менеджмент» һәм «Иҡтисад» йүнәлеше буйынса юғары белемле белгестәр әҙерләүгә күсте.

1997 йылда КДФЭИ үҫеш тарихы музейы ойошторола.

2000 йылда 33 әйҙәүсе вуздар араһында үткәрелгән конкурс ҡарары ниегеҙендә Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан КГФЭИ-ла «Эшлекле администорлыҡ оҫтаһы» тигән программа яңынан асыла. Программаны ғәмәлгә ашырыуҙа Франция һәм Санкт-Петербургтан коллегалар ҡатнаша. Идарасые-дженералист дипломы Европа «Эшлекле администорлыҡ оҫтаһы» стандартына тура килә.

2004 йылда юғары уку йортонда «Һөнәри коммуникация өлкәсендә тәржемәсе» өҫтәмә квалификация алыу программаһа асылды.

2008 йылда Eduniversal халыҡ-ара фәнни комитеты КГФЭИ-ға юғары төбәк әһәмиятендәге һәм киң халыҡ-ара бәйләнешен раҫлаусы "Ике пальма" премияһын тапшырҙы.

2009 йылда Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты, Ҡазан дәүләт университеты һәм Татарстан дәүләт гуманитар-педагогик университеттары Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты составына инеүе тараһында иғлан ителде.

76 йыл эсендә Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институты финанстар, кредит, бухгалтер хисабы, анализ һәм аудит, етештереү иҡтисады, хеҙмәт иҡтисады, менеджмент, маркетинг, персоналдар менән идарә итеү, кризисҡа ҡаршы идара буйынса 43 меңдән артыҡ юғары квалификациялы белгестәр әҙерләне.

Институт структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Предприятие иҡтисады факультеты, фФинанс-кредит факультеты, Дөйөм иҡтисад факультеты, Менеджмент факультеты (бөтөрөлгән), юҡары белемле белгестәрҙе яңынан әҙерләү факультеты.

КГФЭИ эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта институттың Рәсәй Федерацияһының әйҙәүсе юғары уҡыу йорттары, улар араһында РФ хөкүмәте ҡарамағындағы Мәскәү финанс академияһы, Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад академияһы, Санкт-Петербург иҡтисад һәм финанс университеттары менән тығыҙ элемтә бар. КГФЭИ-ның АҠШ (State University of New York), Франция (Universite Paris Dauphine) юғары уку йорттары менән партнерлыҡ бәйләнештәре бар.

Институт ҡаланың үҙәгендәге Туҡай майҙанында Сталин архитектураһы буйынса төҙөлгәнбинала урынлашҡан.

Заманса техника менән йыһазландырылған аудитория, 7 компьютер залы, бай китапхана бар (400 меңдән артыҡ китап һәм 200 ваҡытлы матбуғатһы). Институттың үҙ полиграфия базаһы бар, унда монографиялар, методик ҡулланмалар һәм башҡа хеҙмәттәр, шулай уҡ "Экономист" газетаһы һәм квартал һайын "Вестник КГФЭИ" фәнни журналы сығарыла.

Институттың йыһазландырылған 2 спорт залы, һыу-саңғы базаһы, теннис корттары бар. Йәй көнө студенттар спорт менән актив шөғөлләне һәм «Экономист» спорт-сәләмәтләндереү лагеренда һаулығын нығыта алалар. Институттың ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһы юғары лигала уйнай. Институтта студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың сәләмәтлеген күҙәтеүсе табибтар эшләй, уңайлы ашхана, кафе һәм 4 буфет бар. КГФЭИ-ның дөйөм ятағы бар (Бутлеров ур., 6).

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. Google Knowledge Graph — 2012.