Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы | |
Нигеҙләү датаһы | 1993 |
---|---|
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Силәбе, Рәсәй |
Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡорт ҡоролтайы» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы — Силәбе өлкәһендәге йәмәғәт ойошмаһы. Башҡорт мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен, милли традицияларын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса эшмәкәрлекте туплау, берләштереү һәм киң таратыу маҡсатында төҙөлгән. Силәбе ҡалаһында урынлашҡан. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ағзаһы, Силәбе өлкәһе халыҡтары ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1993 йылда башҡорт мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең билдәле эшмәкәрҙәре Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡларлыҡ һәм үҫтерерлек, уларҙы таратырлыҡ ойошма төҙөргә ҡарар итә. Ойоштороусылар араһында Көньяҡ Уралда дзюдо мәктәбен нигеҙләгән билдәле спортсы һәм тренер Харис Йосопов, башҡорт телендә сығып килгән «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире Урал Кәфи улы Сафиуллин һәм башҡа әүҙемселәр була. 2003 йылдан 2007 йылға тиклем «Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (йыйылышы)» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы тип йөрөтөлә. Рәсми теркәлеү датаһы — 2003 йылдың 8 ғинуары. 2007 йылдың 17 майында ҡабат теркәлеү үтә; атамаһы «Башҡорт ҡоролтайы» Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы тип үҙгәртелә[2].
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойошманың Уставына ярашлы, юғарғы етәкселек органы — ойошма ағзаларының ҡоролтайы. Ойошмаға ағзалар ғариза нигеҙендә ҡабул ителә. Өлкәнең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә Силәбе башҡорттары ҡоролтайының 30 бүлексәһе эшләй[2].
Ойошманың көндәлек эшмәкәрлеген Башҡарма комитет алып бара. Башҡарма комитет Ҡоролтайҙа ойошманың ағзалары араһынан өс йылға һайлана[2]. Башҡарма комитет өлкә башҡорттарының мәҙәниәт, мәғариф, юридик, социаль һәм иҡтисади йүнәлештәрҙәге мәсьәләләрен, проблемаларын ҡарау, өйрәнеү, хәл итеү юлдарын эҙләү менән шөғөлләнә, проекттар һәм программалар төҙөй, башҡорттарҙың мәнфәғәттәрен, юридик һәм милли-мәҙәни хоҡуҡтарын яҡлай.
Ҡоролтайҙарҙың көн тәртибенә өлкә башҡорттары өсөн айырыуса мөһим тип табылған мәсьәләләр сығарыла.
Силәбе өлкәһе башҡорттарының ҡоролтайҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе ҡоролтай 1993 йылдың 27 мартында халыҡ депутаттарының Силәбе Өлкә Советы бинаһында үтә. Эшендә 200-ҙән ашыу делегат һәм күп һанлы ҡунаҡтар ҡатнаша[2]. Ҡоролтайҙа 1934 йылдың 17 ноябрендә юҡҡа сығарылған Арғаяш милли округын тергеҙеү тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышыу була. Мәсьәлә илда барған административ-территориаль үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле күтәрелә. Округты тергеҙеүҙе һорап, РФ Юғары Советына, РФ Конституция судына, РФ Президентына мөрәжәғәт ҡабул ителә. 1957, 1967 йылдарҙа «Маяҡ» химия комбинатында булған аварияларҙан һуң радиоактив ҡалдыҡтарҙан боҙолған ерҙәрҙе реабилитациялау, зыян күргән башҡорт халҡына мораль һәм матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡарала[1].
Икенсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995 йылдың 25 майында ВЛКСМ-дың 30 йыллығы исемендәге кинотеатр бинаһында үтә. Ҡоролтай эшендә өлкәнең 12 ҡалаһы һәм районынан килгән 120-нән ашыу делегат ҡатнаша[2]. Сарала дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү мәсьәләһе ҡарала, айырым ҡала һәм райондарҙа эшләп килгән бүлексәләргә өҫтәп, тағы ла Трехгорный, Мейәс, Үрге Өпәле, Ҡытаутамаҡ, Коркино ҡалаларында, Сосновка, Сыбаркүл, Кәҫле, Агаповка һәм башҡа райондарҙа бүлексәләр ойошторола[2].
Өсөнсө ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылдың 27 декабрендә үткәрелә. Көн тәртибенә Силәбе өлкәһе хакимиәте менән берлектә Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү программаһын төҙөү, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен рәсми тел итеп таныу һәм башҡа мәсьәләләр ҡуйыла[1]. Был ҡоролтай алдынан, 1997 йылдың 19 мартында, Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында договор төҙөлә[2]. Артабан Башҡортостан менән өлкәнең ҡалалары һәм райондары араһында ла ике яҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек килешеүҙәре төҙөлә башлай. Ҡоншаҡ һәм Уй райондары — Учалы, Сыбаркүл — Ҡырмыҫҡалы, Сосновка — Әбйәлил, Верхнеурал — Белорет, Ҡуҫа — Ҡыйғы, Арғаяш Салауат районы һәм Сибай ҡалаһы менән договорлаша. Өсөнсө ҡоролтайҙа 324 делегат ҡатнаша. Форум РФ Дәүләт думаһына, Үҙәк һайлау комиссияһына һайлау кампаниялары ваҡытында башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарҙа берҙәм һайлау округтары төҙөү тураһында юллама бирә. Өлкә хакимиәтенә бергәләп "Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү программаһы"н төҙөргә, башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарҙа башҡорт телен рәсми тел тип иғлан итергә тәҡдим индерелә. Ҡоролтай эшендә Силәбе өлкәһе губернаторы, өлкә хөкүмәте ағзалары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһынан БР хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Х. Х. Ишморатов етәкселегендәге хөкүмәт делегацияһы ҡатнаша.
Дүртенсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылдың 29 июнендә үткән дүртенсе ҡоролтай алдынан башҡорттар тығыҙ йәшәгән бөтә төбәктәрҙә урындағы ҡоролтайҙар үтә, мәҫәлән, Арғаяш районында — 62, Ҡоншаҡ районында 40 ҡоролтай үткәрелә[2]. Ҡоролтайҙа Арғаяш башҡорт милли округын тергеҙеү буйынса референдум үткәреү мәсьәләһе ҡарала һәм резолюцияға индерелә. Силәбе өлкәһенә сит илдәрҙән ядро яғыулығы ҡалдыҡтарын индереүҙе тыйыу; башҡорт телен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса этнологик үҙәк асыу; Силәбе өлкәһенең картаһына башҡортса топонимик атамаларҙы дөрөҫ яҙыуҙы тәьмин итеү маҡсатында эшсе төркөм ойоштороу; Силәбе һәм Магнитогорск ҡалаларында башҡорт филармонияһы, драма театры һәм башҡа сәнғәт учреждениеларын асыу; Силәбе өлкәһенә ҡағылышы булған билдәле башҡорт шәхестәренең исемен мәңгеләштереү һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала[2].
Бишенсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишенсе сираттан тыш ҡоролтай 2002 йылдың 18 майында үткәрелә. Ул мәҙәни һәм мәғариф мәсьәләләрен ҡарай, юғары уҡыу йорттарында башҡорт студенттарын күбәйтеү, колледждарҙа һәм Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт академияһында башҡорт ауылдары өсөн белгестәр әҙерләү, милли гәзиттәрҙе финанслау, башҡорт телендә дәреслектәр нәшер итеү тәҡдимдәре менән сығыш яһай[1][2].
Алтынсы ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылдың 23 мартында үтә һәм Башҡортостандың үҙ ихтыяры менән Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеүгә бағышлана.
Етенсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 20 мартында үткәрелә, киләһе дүрт йылға эш пландары төҙөлә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлана[1].
Һигеҙенсе ҡоролтай
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 18 июлендә була һәм ойошманың 20 йыллығына арнала[1].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡоролтай Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһында мәҙәни бәйләнештәр үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ике төбәктең райондары, ҡалалары араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә. Мәҫәлән, Наҙы-Петровск менән Мәсетле райондары, Ҡыштым менән Бөрйән, Һатҡы менән Ҡыйғы, Коркино менән Нуриман, Красноармейский менән Өфөнөң Октябрь райондары, Озерск менән Салауат ҡалалары, Үрге Өпәле менән Благовещен ҡалалары, Трехгорный менән Мәләүез ҡалалары, Арғаяш менән Учалы ҡалаһы араһында бәйләнешкә башланғыс һалына. Улар уртаҡ һабантуйҙар үткәрә, балалар бер-береһенең ял һәм хеҙмәт лагерҙарына йөрөй[2].
XXI быуат башында Башҡортостан уҡыу йорттарында Силәбе өлкәһенән 300 кеше Башҡортостандың ул саҡтағы Мәғариф һәм фән министрлығы биргән квота буйынса уҡый[2]. Силәбе өлкәһенең муниципаль китапханаларына Башҡортостан нәшриәттәре китаптар ебәрә, 2001 йылда ғына, мәҫәлән, улар 1 миллион 200 мең һумлыҡ уҡыу әсбаптары һәм нәфис әҙәбиәт ҡабул итеп ала[2]. Урындағы ҡоролтайҙар тырышлығы менән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарындағы 86 мәктәптә башҡорт балалары туған телен өйрәнә башлай.
Ҡоролтай 1993 йылда Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Даими вәкиллеген асыуҙа, Силәбе халыҡтары ассамблеяһын, РФ Төрки халыҡтары конгресын, Халыҡ-ара төрки академияһын, 1995 йылда Силәбелә Рәсәй Федерацияһының төрки халыҡтарының «Рәсәй һәм Шәреҡ» тигән конгресын ойоштороуҙа, 1995 йылда Өфөлә Арғаяш районы көндәрен һәм Ҡоншаҡ районы көндәрен, Силәбе өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрен ойоштороуҙа ҡатнаша[2][1].
Силәбе башҡорттары ҡоролтайының баҫма органы — «Уралым» гәзите 1999 йылда сыға башлай[2].
Ҡоролтай Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға, 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған сараларҙы үткәреүҙә ҡатнаша, Силәбе өлкәһенең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезын (2002—03), Бөтә Рәсәй ат ярыштарын (1992—95) ойоштороша[1].
Ҡоролтай булышлығы менән 1993 йылдан башлап йыл да Харис Йосопов призына дзюдо һәм көрәш буйынса халыҡ ара ярыштар үтә[1].
Ҡоролтай янында 1999 йылдан алып Башҡорт йәштәре иттифағы эшләй[1].
Силәбе өлкәһенә Башҡортостандан ижади коллективтар гастролгә килеп тора. Мәҫәлән, 1997—2001 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60-тан ашыу концерт ҡуя. Өфөнән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма һәм Рус драма театрҙары, Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙары, Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Сибай филармонияһы артистары һәм башҡа ижади коллективтар йыш килә[2].
Йәмғиәт Силәбе өлкәһе башҡорт халыҡ үҙәге һәм Силәбе өлкәһе татарҙары конгресы менән берлектә йыл да өлкә һәм ҡала һабантуйҙары уҙғара.
2021 йыл Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә Хәй Мөхәмәтйәров йылы тип иғлан ителгән[3].
Башҡарма комитет рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йосопов Памир (1993¬1995)
- Бикбулатов Зиннәт Төхвәт улы (1995—1997)
- Хәйеров Тәлғәт Ғәйнетдин улы (1997—2001)
- Камалов Марат Рәфҡәт улы (2001—2006)
- Йосопов Марсель Харис улы (2006—2011)
- Йосопов Морис Харис улы (2011 йылдан).