Хәй Мөхәмәтйәров
Хәй Мөхәмәтйәров | |
Исеме: |
Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ҡунаҡбай ауылы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы[1] |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Көньяҡ фронт |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Дебют: |
«Барышта» (1931) |
Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (2 сентябрь 1911 йыл — 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1911 йылдың 15 сентябрендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы) Ҡунаҡбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һигеҙ йәшенән етем ҡалғас, ағаһы тәрбиәһендә үҫә. Тәүҙә тыуған ауылында башланғыс мәктәптә уҡый, ә 1924 йылда Өфөгә килеп, Ленин исемендәге мәктәпкә инә. 1928 йылда Силәбе өлкәһенең Арғаяш кантонында пионер эшенә етәкселек итә. Ике йыл үткәс, комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты уны Өфөгә матбуғат эшенә саҡыра. Бер нисә йыл «Ленинсы», «Йәш коммунар» гәзиттәрендә мөхәррир, мөхәррир урынбаҫары була, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында яуаплы эштәр башҡара[2]. 1933—1937 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Институтты тамамлағандан һуң Мәскәүҙә тәржемәселәр һәм мөхәррирҙәрҙең бер йыллыҡ курсын үтә, аҙаҡтан Өфөләге Тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Хәй Мөхәмәтйәров 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Хәйҙең тәүге шиғырҙары йәштәр гәзитендә 1925-1926 йылдарҙа күренә башлай. 1931 йылда «Барышта» исемле беренсе йыйынтығы баҫылып сыға. «Икенсе тыуыу» поэмаһында шағир коллективлаштырыу осоро ваҡиғаларын һүрәтләй.
Шағирҙың тағы бер китабы «Өлгөрөү» тип атала. Был китабы уның шағир булараҡ өлгөргәнлеген күрһәтә. «Ҙур ғүмерҙең башланыуы» поэмаһы В. И. Ленинға арналған. М. Хәй шиғри әҫәрҙәрендә яңы ҡоролошҡа дан йырлай («Ватан», «Йәшә, тормош», «Беҙ килтерҙек, илем, йәшлекте» шиғырҙары, «Өлгөрөү», «Өфө мотивтары» сонет шәлкемдәре һ.б.).
Башҡорт әҙәбиәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе булған шағир ижадына жанрҙар төрлөлөгө, формалар күплеге хас. Унда мәрҫиәләр ҙә, фәлсәфәүи сонеттар ҙа, лирика ла бар. Күрәһең, шиғыр яҙыу уның өсөн тормоштоң йәмен күреү, көрәш мәғәнәһен тойоу, яңылыҡ табыу сараһы булып торған. М. Хәй 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була.
1954, 1982 йылдарҙа шағирҙың «Һайланма әҫәрҙәре» баҫылып сыға. Шул уҡ 1982 йылда «М. Хәй хаҡында хаттар, иҫтәлектәр» китабы баҫыла.[2]
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барышта. Шиғырҙар. Өфө, 1931, 42 бит.
- Икенсе тыуыу. Поэма. Беренсе бүлек. Өфө, 1934, 96 бит.
- Шиғырҙар. Өфө, 1935, 72 бит.
- Сталин тураһында йырҙар. Ода. Өфө, 1936, 32 бит.
- Лирика. Өфө, 1939, 72 бит.
- Өлгөрөү. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1940, 143 бит.
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1954, 164 бит.
- Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1982, 336 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы.
- ↑ 2,0 2,1 Ағиҙел, 2001, № 9, 183-сө бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Үҙ заманаһы йырсыһы// Ағиҙел, № 9, 183-сө бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәй Мөхәмәтйәров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 август 2021)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 2 сентябрҙә тыуғандар
- 1911 йылда тыуғандар
- Пермь губернаһында тыуғандар
- 1941 йылда вафат булғандар
- Ҡоншаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт шағирҙары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Силәбе өлкәһе башҡорттары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- «Аманат» журналы баш мөхәррирҙәре
- «Йәншишмә» гәзите баш мөхәррирҙәре
- «Йәшлек» гәзите журналистары