Уралым (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Уралым» — Силәбе өлкәһе башҡорттарының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ҡайһы бер өҙөклөктәр менән 1999 йылдан алып сыға. Айына 1 тапҡыр башҡорт, урыҫ телдәрендә баҫыла. Тиражы — 15 000 экземпляр, 12 бит. Баҫма бушлай өлкә буйлап таратыла. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы органы була. Гәзиттең тәүге мөхәррирҙәре Урал Сафиуллин, яҙыусы Фәнис Янышев була. Әлеге көндә уны Нурия Иҡсанова Марат Абдулвәлиев менән етәкләй. «Уралым» исеме аҫтында 2016 йылдан башлап телетапшырыу (Силәбе өлкәһенең ОТВ каналында) сыға.

Шулай уҡ Силәбе башҡорттарының киң мәғлүмәт саралары социаль селтәрҙәрҙә тәҡдим ителгән: Бәйләнештәр селтәре, Фейсбук, Одноклассники, Инстаграм, Яндекс. Дзен, Ютуб. «Уралым» шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус корреспондент үҙәге булып тора.

Бәйләнеш:[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе ҡалаһы, Ленин проспекты, 13а, 3-сө офис, 2-се ҡат

Тел. 8(351)225-19-70

Электрон адрес: [[1]]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Йәшлек» гәзите, 2015 йыл, 16 ғинуар
  • «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 16 ғинуар