Вәлиев Фәрит Абдулла улы
Вәлиев Фәрит Абдулла улы |
Вәлиев Фәрит Абдулла улы (21 июнь 1952 йыл) — ғалим-химик‑органик. Химия фәндәре докторы (1997), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрит Абдулла улы Вәлиев 1952 йылдың 21 июнендә БАССР‑ҙың Йылайыр районы Ҡананикольский ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм шул ваҡыттан бирле Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Органик химия институтында эшләй: 1995 йылдан алып ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1998 йылдан — лаборатория мөдире.
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1992), Ленин комсомолы (1986) премияһы лауреаты. СССР Фәндәр академияһының йәш ғалимдар өсөн миҙалы, СССР ВДНХ көмөш миҙалы, Рәсәй фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почёт грамотаһы, Д. И. Менделеев исемендәге бөтә Рәсәй химия йәмғиәтенең Грамотаһы менән бүләкләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Фәрит Абдулла улының фәнни хеҙмәттәре тәбиғи берләшмәләрҙең, шул иҫәптән простагландиндарҙың һәм терпеноидтарҙың күп стадиялы синтезы проблемаларына, улар нигеҙендә дарыу препараттары уйлап табыуға арналған. Фәрит Абдулла улы Вәлиев ҡатнашлығында малсылыҡ сәнәғәтендә ҡулланылған простагландинлы эстуфалан препараты эшләнә. 8 кандидатлыҡ диссертацияһының ғилми етәксеһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001)
- Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1992)
- Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1986)
- СССР Фәндәр академияһының йәш ғалимдар өсөн миҙалы
- СССР ВДНХ көмөш миҙалы
- Рәсәй фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Почёт грамотаһы
- Д. И. Менделеев исемендәге бөтә Рәсәй химия йәмғиәтенең Грамотаһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Фәрит Абдулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.bashedu.ru/ba/node/1561(недоступная ссылка)