Эстәлеккә күсергә

Бурзянцев Александр Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Бурзянцев битенән йүнәлтелде)
Бурзянцев Александр Данилович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Йылайыр районы
Вафат булған көнө 25 май 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Пензенское художественное училище[d]
Жанр пейзаж[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Бурзянцев Александр Данилович (19 октябрь 1928 йыл25 май 1997 йыл) —рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986).

Александр Данилович Бурзянцев 1928 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны [1] Яңы Преображенка утарында контора хеҙмәткәре һәм ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған.

Утыҙынсы йылдарҙа атаһы һис ғәйепһеҙ ҡулға алына, ә 1943 йылда Сталинград эргәһендә һуғышта һәләк була. Әсәһе өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтыра. Александр живопись менән тәүге тапҡыр, фронтовик рәссам Константин Ляпкин менән осрашыу һөҙөмтәһендә, ун ете йәшендә таныша. Уның кәңәше менән Пенза художество училищеһына уҡырға инә, тамамлағас, Йылайыр районында рәсем уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан Өфөгә күсеп килә һәм бында рәссамдың таланты тулыһынса асыла. Хәҙер Александр Бурзянцевтың картиналары күп музейҙарҙа — Третьяков галереяһында, рус музейында урынлаштырылған, ә иң ҙур коллекцияһы — Өфөләге Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейында.

Ул 1997 йылдың майында вафат була. Ғүмеренең һуңғы йылында Александр Данилович «Быймалар — фронтҡа» тигән полотноһын төшөрә һәм уны Йылайыр тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бүләк итә. Картинаһында рәссам үҫмер сағында Йылайыр районы сәнәғәт комбинатының быйма баҫыу цехында эшләп йөрөгән сағын һүрәтләгән.

Тыуған яғында танылған рәссам тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар.