Хачин Георгий Андреевич
Хачин Георгий Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 март 1915 |
Тыуған урыны | Ҡананикольский, Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 2 май 1978 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Житикара[d], Ҡуштанай өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һуғыш/алыш | Халхин-Гол алыштары[d] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хачин Георгий Андреевич (15 март 1915 йыл — 2 май 1978 йыл) — Халхин-Гол йылғаһы буйындағы ҡораллы бәрелештәрҙә, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георгий (Его́р)[К. 1] Андреевич Хачин 1915 йылдың 15 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡананикольский ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Мәктәптә 4 синыф белем алған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Советтарҙың бөтә Рәсәй съезы исемендәге колхозда башлай[5].
1938[3]—1940[2]Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Халхин-Гол һәм Совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы[3].
1941 йылда Ҡананикольский урман хужалығына[5] тыныс хеҙмәткә ҡайтып, урмансы булып эшләй[3].
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың июнендә Егор Андреевич Йылайыр район хәрби комиссариаты тарафынан йәнә армияға саҡырыла.
Сталинград һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георгий Андреевич хеҙмәт иткән 149-се айырым уҡсылар бригадаһы Сталинград һуғышында ҡатнаша һәм полковник Горохов төркөмөндә билдәлелек яулай. 1942 йылдың 31 авгусында бригада дошманға Сталинградтың төньяғында Рыно́к — Спартаковка участкаһындағы Волгаға инеп үтергә ирек бирмәй һуғыштар алып бара[6].
1942 йылдың 13 октябрендә Сталинград ҡалаһының Завод районында барған һуғышта Георгий Андреевич 45 мм-лы пушкаһын ышыҡтан сығара һәм һөжүм итеүсе танктарға ут аса. Төҙ ут асып ике танкты ҡыйрата. Дошмандың яуап уты менән орудиеның тәгәрмәсе айырыла һәм пушканың ярты ҡалҡаны емерелә. Орудие расчеты һәләк була, ә тоҫҡаусы яралана. Хачин орудиены ҡора һәм атып, тағы бер танкты сафтан сығара. Немецтың сираттағы атыуынан һуң пушканың ҡалҡаны бөтөнләй ҡыйрала һәм сәплеге айырыла. Георгий Андреевич кәбәк аша тоҫҡап, орудиены ҡора һәм дүртенсе тапҡыр атып ебәрә, дүртенсе танк сафтан сыға. Бынан һуң дошман орудиены бөтөнләй ҡыйрата. Өлкән сержант Хачин дошманға ҡаршы тороу участогын ташлап китмәй, ә яугирҙәрҙе йыйып, оборона ойоштора. Һуғыш көнө буйы бара, һәм тик төндә генә, 149-се айырым уҡсылар бригадаһының подполковнигы В. А. Болвинов бойороғо буйынса, Георгий Андреевич етәкселегендәге ҡыҙылармеецтар ҡоралдары менән биләгән участокты ҡалдыралар һәм ҡамауҙан сығалар. Был алыш өсөн өлкән сержант Г. А. Хачин «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә[1].
14 октябрҙә дошмандың танктары менән алышта өлкән сержант Г. А. Хачиндың артиллерия расчеты өс танкты һәм ун ете һалдатты юҡ итә. Был һуғыш өсөн Георгий Андреевич II дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителә, ә 1942 йылдың 3 декабрендә I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[2].
Советтар Союзы Геройы исеме Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, 1943 йылдың 8 февралендә бирелә[1].
Сталинградтан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сталинградтан һуң Георгий Андреевич Көньяҡ-Көнбайыш, 3-сө Украина һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша[5].
Г. А. Хачин Днепрҙы һуғышып аша сығыуҙа ҡатнаша. Кривой Рогты азат итеүҙә өлкән сержант Г. А. Хачин һәләк булған ут взводы командирын алмаштыра һәм танкылар һөжүмен кире ҡағыуҙы етәкләй. Был һуғыштарҙа немец танктары һөжүм итеүсе батальондың тылына үтеп инә, һәм Г. А. Хачиндың бойороғо менән танкыға ҡаршы орудиелар ике йөҙ метрға күсерелә һәм күсереү барышында ут асыла. Беренсе атыуҙа уҡ ике танк ҡыйратыла. Дошман уйһыулыҡта йәшеренергә маташа, әммә Хачин орудиеларҙы снаряд йәшниктәренә күтәрергә бойора һәм тағы ике танк юҡҡа сыға. Дошман сигенә башлай, әммә Хачин һуңғы танкты юҡ итә. Бөтәһе был һуғышта Г. А. Хачиндың артиллерия расчеты алты танкты ҡыйрата[7].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1945 йылда демобилизацияланғандан һуң Георгий Андреевич Йылайыр район партия комитетында хәрби бүлек те етәкләй. 1947 йылда Ҡананикольский урман контораһында тәүҙә участка начальнигы, ә 1951 йылдан алып партия ойошмаһы секретары була. 1961 йылдан Йылайыр районының Бирҙәш урмансылығында урмансы булып эшләй. 1971 йылда Хачин Кустанай өлкәһенең Джетыгара ҡалаһына күсеп китә[8]. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Джетыгара асбест тау-байыҡтырыу комбинатында бригадир булып тамамлай[5]. Георгий Андреевич Хачин 1978 йылдың 2 майында Джетыгара ҡалаһында вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георгий Андреевичтың ҡатыны Анастасия Михайловна[7].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хачин Георгий Андреевичтың тыуған Кананикольский ауылында бер урам Герой исеме менән аталған; ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
Герой исемен Кананикольский урта мәктәбе йөрөтә. Мәктәп бинаһында (Матросов урамы, 20-се йорт) иҫтәлекле таҡтаташ асылған[9].
Элекке КПСС-тың Йылайыр район комитеты бинаһында, унда эшләгән Георгий Андреевич иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (8 февраль 1943 йыл)[1]
- Ленин ордены (8 февраль 1943);
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (3 декабрь 1942 йыл)[2];
- биш миҙал.
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Хачин Георгий Андреевич . «Герои страны» сайты.
- ↑ Сталинградская битва: энциклопедия, 2012
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Хачин Георгий Андреевич . Люди. Энциклопедия Башкортостана. Дата обращения: 20 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
- ↑ Книга:Сталинградская битва: энциклопедия|162|часть=Группа полковника С. Ф. Горохова
- ↑ 7,0 7,1 Н. Шек. Запомним это имя . «Ленинский путь» (1985 год). Костанай и костанайцы (10 декабрь 2013). Дата обращения: 20 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
- ↑ Хельча Исмаилова. Георгий Андреевич Хачин . «Время» вспомнить. Время.kz (13 май 2015). Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
- ↑ Жизнь во славу Отечества . Средняя общеобразовательная школа села Кананикольское. Дата обращения: 26 март 2016. Архивировано 29 март 2016 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биогр. словарь: В 2 т. Т. 2. — М.: Воениздат, 1988.
- Каримова И. Г. Хачин Георгий Андреевич // Башкирская энциклопедия / Гл. ред. Марат Аксанович Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — Т. 7 Ф—Я. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-075-3.
- Сталинградская битва: энциклопедия|654—655
- Алёшкин А. М. Сердцем на амбразуру. — Иркутск: Восточно-Сибирское книжное издательство, 1976. — С. 300—302.
- Несокрушимые. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1985. — С. 174—204.
- Славные сыны Башкирии. Кн. 4. / Сост. Газий Гидиатович Булатов. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1979. — С. 31—34.
- Айбын. Энциклопедия. / Бас ред. Бауыржан Өміржанұлы Жақып|текст=Б. Ө. Жақып|язык=каз.}}. —
- Алматы: Қазақ энциклопедиясы, 2011. — 880 бет. — ISBN 9965-893-73-X
- 15 мартта тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 2 майҙа вафат булғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Ҡаҙағстанда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сталинград алышында ҡатнашыусылар
- Халхин-Гол буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар
- Башҡортостанда тыуғандар