Шәрипов Фәиз Вилдан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәрипов Фәиз Вилдан улы
Тыуған

27 февраль 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (45 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы Учалы районы Сораман ауылы,

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

ҡурайсы, уҡытыусы

Жанрҙар

ҡурай

Шәрипов Фәиз Вилдан улы (27 февраль 1979 йыл) — ҡурайсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәиз Вилдан улы Шәрипов 1979 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы Сораман ауылында тыуған.

  • 1998 йылда Учалы музыкаль училищеһын тамамлай. Унда хәҙер «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булған Айбулат Рәхмәтуллиндың ҡурай класында уҡый.
  • 2003 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының башҡорт музыкаһы факультетын тамамлай. Унда Традицион музыка башҡарыу кафедраһынла уҡый. Башта Вилдан Йомағужиндың, унан Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ҡурай класында уҡый.
  • 2000—2003 йылдарҙа Өфөнөң Дим районы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында ҡурайсылар ансамбле етәксеһе булып эшләй.
  • 2003—2006 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Традицион музыка башҡарыу кафедраһының фольклор кабинетында өлкән лаборант вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт академияһының ҡурай класы уҡытыусыһы булып та эшләй. Өлкән уҡытыусы, уҡытыу-методик эш буйынса махсус белгес. Традицион музыка башҡарыу кафедраһы доценты.
  • 2006 йылдан алып Фәиз Шәрипов уҡыу йортоноң музыка студияһы һәм фольклор кабинеты етәксеһе.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәрипов Фәиз Вилдан улы республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты

  • Йәш башҡарыусыларҙың Республика конкурсы лауреаты(1997г).
  • Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсы дипломанты (2003г).
  • Ҡала ҡурайсылары конкурсы лауреаты (Өфө, 2005г)
  • Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамында Гран-при яулай (2016).
  • Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурай конкурсы еңеүсеһе (Өфө, 2016).

Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урал — Шарипов Фаиз
  • Йәштәр бейеүе — Шарипов Фаиз
  • Томан (башҡорт халыҡ йыры) — Шарипов Фаиз
  • Ҡара тауыҡ — Шарипов Фаиз
  • Children — Шарипов Фаиз
  • Ҡурай — Шарипов Фаиз
  • Ҡурай 2 — Шарипов Фаиз
  • Ҡурай 3 — Шарипов Фаиз
  • Бейеү көйҙәре — Шарипов Фаиз
  • Шыршы — Шарипов Фаиз)
  • Закир көйҙәре — Шарипов Фаиз
  • Йәнгәле көйҙәре — Шарипов Фаиз
  • Марш — Шарипов Фаиз
  • Попурри — Шарипов Фаиз
  • Порт Артур — Шарипов Фаиз
  • Теҙмә — Шарипов Фаиз
  • Флейта — Шарипов Фаиз)
  • Ҡурайсы егет — Шарипов Фаиз
  • Һарна бәйете — Шарипов Фаиз

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]